Бөтә яңылыҡтар

Уҡырға ҡайҙа барырға?

Мәктәптәрҙең сығарылыш класс уҡыусылары Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырып бөтөүгә улар алдына ҡайҙа уҡырға барырға, ниндәй һөнәр һайларға тигән һорау баҫасаҡ. Буласаҡ абитуриенттарға ярҙам итеү маҡсатында Сибайҙа йыл да һөнәрҙәр йәрминкәһе ойошторла. Унда урта махсус белем биреү, юғары уҡыу йорттары презентация сәғәте үткәрә.

Уҡырға ҡайҙа барырға?
Уҡырға ҡайҙа барырға?

Сибай ҡалаһында йәштәр өсөн бер нисә урта махсус уҡыу йорто, шулай уҡ БДУ-ның Сибай институты уңышлы эшләп килә. Ошо белем усаҡтары “Урал аръяғы” район-ара халыҡ мәшғүллеге үҙәге менән берлектә һөнәрҙәор йәрминкәһе уҙғарыуҙы матур йолаға әүерелдергән. Балалар ижады үҙәгендә үткән сарала уҡыу йорттары белгестәр әҙерләгән йүнәлештәрҙе күрһәтте, кәрәкле мәғлүмәт менән бүлеште, студенттар, уҡытыусылар сығыш яһаны.

Уҡыу йорттары менән бер рәттән йәрминкәгә эш биреүселәр ҙә килде. Быйылғы сарала үҙәк дауахана, 8-се мәктәп, Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты һәм башҡа ойошма вәкилдәре ҡатнашты. Улар уҡыусыларға вакантлы эш урындары тураһында, ҡайһы бер кәрәкле специальностарҙең үҙенсәлектәре хаҡында һөйләне, һөнәрҙе дөрөҫ һайлау уңышлы тормош нигеҙе булыуын аңлатты.

 

Сибайҙа урта һәм юғары белем алыу мөмкинлеге бар икән, уны тулы кимәлдә ҡулланыу бик отошло. Бер тигәс тыуған йорттан, атә-әсәнән алыҫ китергә кәрәкмәй. Икенсенән, беҙҙең ҡаланың уҡыу йорттары әҙерләгән белгестәр хеҙмәт баҙарында ҙур һорау менән ҡуллана.

Автор:Гульдар Кадаева