АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Балалар үҙәкте ярата

Сибай ҡалаһы уҡыусылары мәктәпкә йөрөп белем алыуҙан тыш, төрлө түңәрәк, секцияларҙа шөғөлләнеп, өҫтәмә һөнәр ҙә ала. Шуныһы ҡыуаныслы: ҡалабыҙҙа һәр бала төрлө яҡлап үҫешһен өсөн бөтә уңайлы шарттар ҙа булдырылған.

Балалар үҙәкте ярата
Балалар үҙәкте ярата

Сибай ҡалаһының Балалар ижады үҙәгендә эшләгән барлыҡ түңәрәк, секцияларға балалар ҙур теләк менән йөрөй. Бында уларҙы һүрәт төшөрөргә, халыҡ бейеүҙәрен бейергә, кейем тегергә, сәпкә оҫта атырға, архитектура ҡоролмаларын проектларға һәм һыҙырға, телевидениела алып барыусы булырға һәм башҡа тормошта кәрәкле һөнәрҙәргә өйрәтәләр. Быйыл үҙәктә һынлы сәнғәт, техник, социаль-гуманитар, тәбиғи-фәнни һәм физкультура-спорт йүнәлештәре буйынса тәрбиәүи белем биреү эшенә айырыи иғтибар бүленә. Берекмәләр буйынса күнекмәләрҙә 4 йәштән алып 18 йәшкәсә балалар, үҫмерҙәр шөғөлләнә. Уҡыусылар айырыуса дауалау-һауыҡтырыу йөҙөүе һәм дауалау-физкультура комплексы күнекмәләренә ҙур әһәмиәт бирә.

--Беҙҙең йөҙөү түңәрәгенә 6 йәштән уҙған балалар табип йүнәтлмтәһе буйынса килә. Башлыса сәләмәтлектәрен нығытырға теләүселәр менән эшләйбеҙ. Спорт йүнәлеше лә ҡаралған. Ярыштарға уҡыусыларҙы тик табип рөхсәте менән генә сығарабыҙ, -- ти дауалау-һауыҡтырыу йөҙөүе һәм дауалау-физкультура комплексы тренеры Юлиә Тарасова.

Ҡаланың Балалар ижады үҙәге “Мәғариф” милли проектының “Һәр баланың уңышы” федераль проекты сиктәрендә яңы берекмәләр булдырыу өҫтөндә лә эш алып бара. Проектҡа ярашлы “Йәш һыҙыусы”, “Йәш ҡотҡарыусы”, “Йәш психолог мәктәбе”, “Йөҙөү”йүнәлештәре булдырылған. Балаларын үҙәккә йөрөтөргә теләүсе ата-әсәләр тулыраҡ мәғлүмәт менән “Башҡортостан Республикаһында балаларға өҫтәмә белем биреү навигаторы” сайтына иенп таныша ала.

Автор:Гульдар Кадаева