АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

ҠАРАТАЛДАР КЕЙӘ МИЛЛИ КҮЛДӘК…

Ҡаратал мәктәбе уҡыусылары бына 20 йыл инде аҙнаның бишенсе көнөндә белем усағына милли кейемдә килә. Был мөһим тәрбиәүи эштә ата-әсәләрҙең роле баһалап бөткөһөҙ, сөнки улар, һис ҡаршылыҡ күрһәтмәй, кейем тектереүҙә төп сығымды ҡапланы...

Баймаҡ районы Ҡаратал ауылында бик ҙур һәм тәрбиә яғынан әһәмиәтле “Милли кейем—милләт көҙгөһө” исемле сара үткәрелде. Сараның исеменән үк күренеп тора: сара халҡыбыҙҙың милли кейеменә арналды. Шуны әйтергә кәрәк: Ҡаратал мәктәбе уҡыусылары бына 20 йыл инде аҙнаның бишенсе көнөндә белем усағына милли кейемдә килә. Был мөһим тәрбиәүи эштә ата-әсәләрҙең роле баһалап бөткөһөҙ, сөнки улар, һис ҡаршылыҡ күрһәтмәй, кейем тектереүҙә төп сығымды ҡапланы.
Быйылғы йыл Ҡоролтай тарафынан Башҡорт тарихы йылы тип иғлан ителде. Халыҡ тарихы кейемдәрҙә лә сағыла. Шуға ла уҡыусыларға уларҙың тәғәйенләнешен, ундағы биҙәлештәрҙе аңлатыу тарих, йолалар, ғөрөф-ғәҙәттәр менән бергә башҡарыла.
Киңерәк майҙанға сығыу, тәжрибә уртаҡлашыу, милли тәрбиәгә баҫым яһау маҡсатын-да әлеге сара ойошторолдо ла инде. Унда мәртәбәле ҡунаҡтар ҙа саҡырылды. Район ҡатын-ҡыҙҙар Советы рәйесе Гөлшат Рим ҡыҙы Байдәүләтова¸район ветерандар Советы рәйесе Көнһылыу Әҙеһәм ҡыҙы Әхтәмова, Аҡморон ауыл биләмәһе ветерандар Советы рәйесе Р.Ғ.Фәттәхова¸ҡатын-ҡыҙҙар Советы рәйесе Д.Әби-лева¸ағинәйҙәр, Беренсе Эт-ҡол мәктәбенең тәрбиәүи эштәр буйынса директор урынбаҫары Ә.Ә.Азаматова, “Һаҡмар” гәзите хәбәрсеһе Л.Р.Таҡаева, “Атайсал” гәзите баш мөхәррире Х.Н.Тапаҡов, Баймаҡ телевидениеһы хеҙ-мәткәрҙәре һәм башҡалар килде. Уҡытыусылар, ата-әсәләр, уҡыусылар, тәрбиәләнеүселәр, ағинәйҙәр ҡатнашлығында сағыу кейем парады һәммәһенә лә оҡшаны. Милли кейем төрлөлөгө, уларҙың тегелеш һәм биҙәлеше хайран итте. Парадтан һуң ҡунаҡтар “тере коридор” аша мәктәпкә уҙҙы. Унда уларҙы Г.Г.Хәмитова, Ф.Р.Иҙрисова етәкселегендәге кескәйҙәр “Косилка-молатилка” сығышы менән сәләмләне, ә ағинәйҙәр үҙҙәренең йырҙарын бүләк итте.
Сара сиктәрендә ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Р.Х.Юлыева тарафынан башҡорт аш-һыуҙары күргәҙмәһе ойошторолған ине. Беҙҙең хал-ҡыбыҙҙың кухняһы ла бай шул. Бар ризығы ла шифалы булыуы менән маҡтауға лайыҡ. Ә хеҙмәт ветераны С.Ғ.Хисаметдинова шәхси милли кейем күргәҙмәһе әҙерләгән ине. Сания Ғә-лиарыҫлан ҡыҙы милли кейемдәрҙең йәшкә, социаль статусҡа ҡарап бүленеүен әйтеп үтеп, күлдәктәрҙе ҡулдан-ҡулға йөрөтөп күрһәтеп аңлатып бирҙе.
Артабан ҡунаҡтарҙы башланғыс класс уҡыусылары“Ҡатыҡ тәмләшеү”гә саҡырҙы. Уҡы-тыусылар Д.Р.Вәлиева, Г.Ш.Ғәйетбаева, ата-әсәләр, уҡыусылар ҡатнашлығында күрһәтелгән фәһемле, йөкмәткеле йоланы ҡарағандан һуң, барыһы ла “Тыуған яҡты өйрәнеү” музейына сәйәхәт ҡылды. Тарих уҡытыусыһы һәр бер һорауға ентекле яуап ҡайтарҙы.
Хеҙмәт ветераны М.Ә. Ибраһимова селтәр эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе ойошторҙо. Уның һөйләгәндәре бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Әйткәндәй, Мәүлиҙә Әхмәт ҡыҙы был шөғөлгә уҡыусы ҡыҙҙарҙы ла йәлеп итә.
Программаға ярашлы М.Ш.Әлибаева, Г.А.Насырова, М.Н.Нурлығаянова¸ А.Ф.Күсәр-баева етәкселегендә урта класс уҡыусылары “Ҡарға бутҡаһы” йолаһын тәҡдим итте. Ул “Изге йола, матур ғәҙәт—халҡыбыҙҙан аманат” лозунгыһы аҫтында үтте. Уларҙың сығышы тамашасылар тарафынан бик йылы ҡабул ителде. Йолалар эсендә “Аҡ тирәк-күк тирәк”, “Түбәтәй”, “Тирмә” кеүек халыҡ уйындары үткәрелде. Аҙаҡтан мәктәп ашнаҡсылары Ф.М.Йәнбирҙина, И.Г.Сәлихова милли ризыҡтар менән һыйланы. Йыр-бейеүҙәргә бай йөкмәткеле сара ҡунаҡтарҙа онотолмаҫ тәьҫорат ҡалдырҙы.
—Ҡаратал мәктәбе коллективы ауыл халҡы менән берлектә балаларҙа рух, илһөйәрлек тәрбиәләүҙә халыҡ йолаларын оҫта файҙаланып, милли үҙаң һаҡлап ҡалыуға ҙур өлөш индерә,—тине саранан ҡәнәғәт ҡалған ҡунаҡтар һәм артабан да уңыштар теләне.
Ошо үткәрелгән сараны дөйөмләштереп,
мәҡәләне ауылдашыбыҙ
И.М. Йәндәүләтов шиғыры менән
тамамлағы килә.
Ҡараталдар әүҙем йәшәй,
Төрлө сара уҙғарып.
Ҡанатланып осоп ҡына,
Ҡарарға ине барып.
Милли кейем—сәхнә йәме,
Күҙҙең яуын алырлыҡ.
Түшелдерек, һаҡал, селтәр,
Кемдәлер—француз яулыҡ.
Кәкүк сәйен эсергәндәр
Килгән барса ҡунаҡҡа.
Ҡатыҡтан ауыҙ иткәс тә,
Тәмләнгән майлы бутҡа.
Һыйға ҡушып йырлағанға,
Ҡунаҡтар ҙа ҡәнәғәт.
Фәһемле милли сараға
Шатланған бар йәмәғәт.
Шундай әүҙем тормошоғоҙ
Һис ҡасан һүрелмәһен.
Бер ниндәй ҙә сирле зәхмәт
Ауылға бәрелмәһен!
Р.С.Йәнбирҙин,
филиал етәксеһе.