АТАЙСАЛ
+19 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Шахмат уйнай белгәндәр ота

Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының “Шатлыҡ” балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүселәрҙең аң, аҡыл кимәлен, логик фекерләүен үҫтереүгә айырым иғтибар бүленә. Ә был тәңгәлдә тәрбиәселәргә шахмат уйыны ныҡ ярҙамға килә.

Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының “Шатлыҡ” балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүселәрҙең аң, аҡыл кимәлен, логик фекерләүен үҫтереүгә айырым иғтибар бүленә. Ә был тәңгәлдә тәрбиәселәргә шахмат уйыны ныҡ ярҙамға килә. Шахмат уйнай белгән бала тормошта мотлаҡ үҙ урынын таба. Мәктәпкәсә йәштәге учреждениела Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылы, “Демография” милли проектының “Һәр баланың уңышы”, “Спорт –йәшәү нормаһы” программалары сиктәрендә уҙғарылған “Шах һәм мат” турнирында өлкән һәм мәктәпкә әҙерлек төркөмө ҡыҙҙары-малайҙары шахмат уйнап ярышты.
--Шахмат—ул интеллектуаль уйын. Ул сыҙамлылыҡ, иғтибар тупларға өйрәтә, һәр йөрөштө уйлап яһарға этәрә,--ти тәрбиәсе, турнир арбитры Зарема Сынбулатова. Икенсе арбитрҙары З.Таһирова ла коллегаһының һүҙҙәрен ҡеүәтләй.
Турнирҙа малайҙар араһында Батыр Ҡоҙабаевҡа тиңдәр булманы. Ҡыҙҙар араһында Амира Арсланбаева еңде. Балалар ярыштан бик ҡәнәғәт ҡалды.
#нацпроекты#миллипроекттар#демография