Бөтә яңылыҡтар

ЭҘЛӘНЕҮҘӘР УҒА ЯТ ТҮГЕЛ

Заман менән йәнәш атлаған, йәш быуынға белем һәм тәрбиә биргән Рәйфә Рәхмәтова, 2020 йылда республикала иғлан ителгән Башҡорт теле йылы сиктәрендә иң яҡшы һөҙөмтәле эшләүсе уҡытыусы булараҡ, район хакимиәте башлығы ҡулынан Диплом һәм сертификат менән бүләкләнгән.

Ниндәй генә мәктәпте алһаң да, иң тәүҙә унда ижади эшләгән уҡытыусылар күҙгә ташлана. Хәйбулла районының Яңы Ергән урта мәктәбендә белем биргән Рәйфә Рәхмәтова тап шундайҙар рәтендә. Эшенә мөкиббән ғашиҡ, балаларҙы яратҡан, уҡытыу-тәрбиә йүнәлешендә үҙ алымдары булған башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рәйфә Хәмиҙулла ҡыҙы—балаларҙың яратҡан апайҙарының береһе, әсә теленә һөйөү тәрбиәләүсе уҡытыусы ла.
Заман менән йәнәш атлаған, йәш быуынға белем һәм тәрбиә биргән Рәйфә Рәхмәтова, 2020 йылда республикала иғлан ителгән Башҡорт теле йылы сиктәрендә иң яҡшы һөҙөмтәле эшләүсе уҡытыусы булараҡ, район хакимиәте башлығы ҡулынан Диплом һәм сертификат менән бүләкләнгән.
Иҫәнгилде ауылында тыуып-үҫкән ҡыҙ бала саҡтан уҡытыусы булырға хыяллана. 8-се класты тамамлағас, Сибай педагогия училищеһына уҡырға инә. Хеҙмәт юлын тыуған ауылында пионервожатый булып башлай, артабан белемен камиллаштырыу маҡсатында ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филология факультетын тамамлай. Артабан Сиҙәм урта мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй.
Яңы Ергән ауылы егете Ғәлиәхмәт Рәхмәтовҡа кейәүгә сыҡҡас, йәш уҡытыусыға үҙ һөнәре буйынса мәктәптә эш урыны булмай. Бында ла юғалып ҡалмай ул: ун йылдан ашыу ауыл мәҙәниәт йортонда директор вазифаһын тарта. Был ауыл үҙенең күп милләтле булыуы менән айырылып тора. Сиҙәм күтәреү осоронда был яҡтарға Ҡалтасы районынан бер төркөм удмурт халҡы килә һәм ошонда төпләнеп ҡала. Шулай уҡ ауылда башҡорттар, рустар, сыуаштар, таджиктар йәшәй. Шуныһы ҡыуаныслы: халыҡ үҙ-ара татыу, берҙәм һәм матур донъя көтә. Күп милләтле ауылда мәҙәни тормошто алып барыу ҙа еңелдән булмағандыр, әммә Рәйфә Рәхмәтованың дәртле һәм мауыҡтырғыс кисәләрен әле лә ауылдаштары һағынып иҫкә ала. Төрлө халыҡ йолаларына бәйле саралар булһынмы, төрлө телдәрҙә яңғыраған, йырҙар, төрлө милләт бейеүҙәре менән тулыланған бай концерт программаларымы, ярыш-конкурстар үтһенме—һәр мәҙәни сарала уның күңел йылыһы һалына, халыҡ менән уртаҡ тел табып, оҫта эшләүе сағыла.
Шулай ҙа бала саҡтан һайлаған һөнәрен һағыныу, уҡытыусылыҡ эшенә кире ҡайтыу теләге күңелендә һәр саҡ йөрөй. Ниһайәт, Рәйфә Хәмиҙулла ҡыҙы 2015 йылда кире мәктәпкә ҡайта һәм башкөллө яратҡан эшенә сума. Танһыҡ һәм күңеле ҡушҡан эшкә ең һыҙғанып тотонған уҡытыусының һөҙөмтәләре оҙаҡ көттөрмәй: уҡыусылары район һәм республика олимпиадаларында урын яулай, төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, еңеүселәр рәтен тулыландыра.
—Башҡорт теле һәм әҙәбиәте олимпиадаһында Мәмбәтова Дилфүзә район күләмендә еңеүсе, Ҡоломбәтова Наҙгөл, Мәмбәтова Зөһрә, Түләшева Лиана призерҙар булды. Ә инде уҡыусым Дилфүзә Мәмбәтова әле Башҡорт дәүләт университетының журналистика бүлегенең I курс студенты. Респуб-лика кимәлендә үткәрелгән “Ғабдулла Туҡай моңдары” бәйгеһендә шағирҙың шиғырын сәхнәләштереү буйынса номинацияла тәүге йыл 3-сө урын алһак, былтыр еңеүсе булдык . 2020 йылда рес-публикала иғлан ителгән Башҡорт теле йылы сиктәрендә туған телде популярлаштырыу, уҡыусыларҙа башҡорт теленә ҡарата һөйөү һәм ҡыҙыҡһындырыу уятыу, дәрестәрҙә заманса технологиялар ҡулланып, уны “модалы” һәм ҡыҙыҡлы итеү буйынса бик күп эштәр башҡарылды,—ти әңгәмәсем.
Коронавирус эпидемияһына бәйле дәрестәр күпселек дистанцион форматта үтеүенә ҡарамаҫтан, уҡыусыларҙың башҡорт теленә ҡарата ҡыҙыҡһыныуы кәмемәгән. Киреһенсә, онлайн конкурстарҙа, олим-пиадаларҙа, төрлө конференцияларҙа әү-ҙем сығыш яһағандар, төрлө шиғри һәм йыр флешмобтарынан да ситтә ҡалмағандар. Мәктәп фольклориадаһы конкурсында район кимәлендә «Халыҡтарҙың милли кейемдәре» номинацияһында Рәхмәтова Нургизә еңеүсе булһа, “Мәжит Ғафури уҡыуҙары-2020“ конкурсында Ҡәйепова Алтынай, Ҡоломбәтова Ралина, Тасбулатова Гүзәл 2-се урын яулаған. Яҙыусы Рәшит Солтангәрәевҡа арнап үткәрелгән шиғыр конкурсында Ҡәйепова Алтынай номинант булған.
Бар яҡлап уңған һәм тәжрибәле педагог мәктәптә “Башҡорт фольклоры” түңәрәген етәкләй һәм халҡыбыҙҙың милли йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, йыр-моңдарын, милли байрамдарын йәш быуынға өйрәтә, халыҡ ижадына ҡарата ғорурлыҡ тойғолары тәрбиәләп кенә ҡалмай, ә уларҙы сәхнәләштерә лә. Уҡыусылар ҙа, ата-әсәләр ҙә фольклор байрамдарында бик теләп һәм әүҙем ҡатнаша.
Тормош иптәше Ғәлиәхмәт Рәхмәтов мәктәптә эшләй, ул—белем усағының директоры. Татыу ғаиләнең йәме булып ҡыҙҙары Нургизә үҫә.
Хыялдарҙың ҡасан да тормошҡа ашыуын Рәйфә Хәмиҙулла ҡыҙы яҡшы аңлай, шуға күрә яратҡан эшенән йәм һәм тәм табып йәшәй, яңы уңыштарға өлгәшә.