АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

ИКЕҺЕ ЛӘ НАҘГӨЛ, ИКЕҺЕ ЛӘ АЛДЫНҒЫ

Һеҙ һүрәттә күргән наҙлы гөлдәй нәфис, йәш, һылыу ике ҡыҙҙың да исеме Наҙгөл. Исемдәре есемдәренә тап килеп кенә тора, эйеме? Улар йәшлектәре менән генә түгел, күңелдәре, ынтылыштары менән дә матур.

Һеҙ һүрәттә күргән наҙлы гөлдәй нәфис, йәш, һылыу ике ҡыҙҙың да исеме Наҙгөл. Исемдәре есемдәренә тап килеп кенә тора, эйеме? Улар йәшлектәре менән генә түгел, күңелдәре, ынтылыштары менән дә матур.
Наҙгөл Ҡужагилдина һәм Наҙгөл Янбаева—Сибай институтының һуңғы курс студенттары. Уларҙың икеһе лә буласаҡ тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары. Наҙгөл Ҡужагилдина (һүрәттә) Хәйбулла районы ҡыҙы, ә икенсе Наҙгөл Баймаҡ районы Ҡаратал ауылында буй еткергән.
—Бала саҡтан уҡытыусы булырға хыялландым. Мәктәпте тамамлау менән Сибай институтының педагогика факультетына юлландым, башҡорт теле һәм әҙәбиәте, рус теле һәм әҙәбиәте бүлегенә уҡырға индем. Был уҡыу йорто тыуған яҡҡа, ата-әсәйгә яҡын булыуы менән генә түгел, студенттар өсөн булдырылған шарттары менән йәлеп итте. Ысынлап та, институтта ла, дөйөм ятаҡта бар мөмкинлектәр ҙә бар, уҡы ғына! Шуға төбәк йәштәрен ошонда уҡырға саҡырыр инем һәм студент тормошон бушҡа үткәрмәһендәр тип теләр инем. Төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашһындар, үҙҙәрен һәр өлкәлә һынап ҡараһындар. Мин үҙем ижади бәйгеләрҙә, ғилми кәңәшмәләрҙә әүҙем ҡатнаштым, тик яҡшы билдәләргә генә өлгәшәм. Шуға ла быйыл республика Башлығының стипендияһына лайыҡ булдым. Киләсәгемде мәктәп менән бәйләргә уйлайым. Әлеге көндә Басай мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡытып, тәжрибә туплап йөрөйөм. Һайлаған һөнәрем бик оҡшай,—ти Наҙгөл Янбаева.
М.Аҡмулла исемендәге стипендияны алыуға өлгәшкән Наҙгөл Ҡужагилдина ла дөрөҫ йүнәлештә барыуына шикләнмәй. Сөнки ҡыҙ шиғриәткә, әҙәбиәткә ғашиҡ.
—Мин телгә, әҙәбиәткә бәйле конкурстарҙан ситтә ҡалмайым. Төрки телдәр буйынса уҙғарылған олимпиадаларҙа ҡатнаштым. Киләсәктә, бәлки, ошо йүнәлештә уҡыуымды магистратурала дауам итермен. Шулай уҡ журналистика ла ҡыҙыҡһындыра. Нисек кенә булмаһын, халҡыма, илемә кәрәкле кеше булырмын, тип ышанам. Форсаттан файҙаланып, йәштәргә теләктәремде еткерер инем. Үҙ көстәренә ышанһындар, маҡсаттарына ҡыйыу барһындар, үҙ ерҙәрен, үҙ телдәрен яратһындар, үҫтерһендәр,—ти Н.Ҡужагилдина.
Яҡты уйлы, маҡсатлы йәштәргә артабан да уңыштар юлдаш булһын. Уҡыуҙа алдынғы булған кеүек тормошта ла өлгө булығыҙ, ҡыҙҙар!