Бөтә яңылыҡтар

ҮҘ ТЕЛЕБЕҘ ҮҘЕБЕҘГӘ КӘРӘК БУЛҺЫН!

—Уның ҡулланыу даирәһен киңәйтергә. Башҡорт теле, башҡорт моңо телевизор асһаң—телевизорҙан, радио ҡабыҙһаң—радионан, интернетҡа инһәң—унан ағылырға тейеш. Баланың ҡул аҫтында башҡортса сыҡҡан ваҡытлы матбуғат баҫмалары, башҡортса китаптар, башҡортса йырлаған-көйләгән ҡурсаҡтар булыуы шарт. Йәштәргә иһә заманса тәҡдим ителгән башҡортса контент булдырыу фарыз. Тәү сиратта телебеҙ үҙебеҙгә кәрәк булырға тейеш. Уға һаҡсыл ҡарашта булһаҡ, бар байлығында, бар матурлығында киләсәк быуындарға еткереү бурысын атҡарһаҡ, телебеҙгә бер ваҡытта ла юғалыу хәүефе янамаясаҡ.

14 декабрь—Башҡорт теле көнө. Туған телгә һөйөү,
ихтирам тәрбиәләү йәһәтенән булдырылған иҫтәлекле көн өсөн юҡҡа ғына был дата һайланмаған. Был көндө халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы, мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулла тыуған.
К
үптәребеҙ уны “Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк” шиғыры аша белә. Шағир йәмғиәт үҫеше нигеҙендә нәҡ белем ятыуын әйтергә теләгән һәм уҡырға өндәгән. Бөгөн мәғрифәтсенең хаҡлы булыуын барыһы ла аңлап ҡабул итә, шуға ла йәштәрҙең һәр береһе уҡырға, профессиялы булырға тырыша. Хеҙмәт баҙарында ҙур һорау менән файҙаланылған эшсе һөнәрҙәрен һайлаусылар ҙа, фәнгә, мәҙәниәткә, тарихҡа, әҙәбиәткә оло хөрмәт менән баҡҡан йәш фән эшмәкәрҙәре лә бар. Шуларҙың береһе—филология фәндәре кандидаты, Сибай институты педагогика факультетының рус, башҡорт һәм сит телдәр кафедраһы доценты Г.Х. Сәмерханова. Гөлкәй Хәйҙәр ҡыҙы телде, әҙәбиәтте яратҡан студенттарға белем биреп кенә ҡалмай, уларҙы һәр төрлө конкурстарға сығарырға, фәнни конференцияларҙа ҡатнашырға дәртләндереп тора.
2020 йыл Башҡорт теле йылы булыуын һәм тиҙҙән, 14 декабрь, Башҡорт теле көнө билдәләнеүен иҫәпкә алып, тел белгесе, филология фәндәре кандидаты, Сибай институты педагогика факультетының рус, башҡорт һәм сит телдәр кафедраһы доценты Гөлкәй Хәйҙәр ҡыҙы Сәмерханова менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
—Тыуған телебеҙ, уға булған ҡараш хаҡында һөйләшер алдынан, үҙегеҙ хаҡында ҡыҫҡаса һөйләп үтһәгеҙ ине?
—Мин сығышым менән Йылайыр районының Иҫке Яҡуп ауылынанмын. Ғаиләбеҙ менән Хәйбулла районына күскәс, 1-се класҡа Татыр-Үҙәк урта мәктәбенә уҡырға барҙым. Мәктәпте тамамлағас, 2002-2007 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетында белем алдым.
—Ни өсөн тел һәм әҙәбиәт йүнәлешен һайларға булдығыҙ, нимә сәбәпсе булды?
—Буласаҡ һөнәремде генә түгел, тормош юлымдың ниндәй юҫыҡтан бара-
сағын билдәләүҙә Рәсәй Федерация-һының Почетлы мәғариф хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының атҡа-ҙанған уҡытыусыһы Түләбаева Рәйфә Искәндәр ҡыҙының роле ҙур. Мәктәптә уҡыған йылдарҙа район, республика кимәлендәге ижади эштәр конкурс-тарында ҡатнашыу, призлы урындар яулау башҡорт телен һәм әҙәбиәтен тағы ла тәрәнерәк, тағы ла етдирәк өйрәнергә дәртләндерҙе. 11-се класта уҡығанда башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса республика олимпиадаһында ҡатнашып, 2-се урын яулағас, филология фәндәре докторы, профессор Мирас Хәмзә улы Иҙелбаев БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетына уҡырға саҡырҙы. Ул ваҡытта республика олимпиадаһында призлы урындар яулаған уҡыусылар уҡыу йортона әңгәмәләшеү нигеҙендә ҡабул ителә ине. Уңышлы һынау тотоп, мин уҡырға индем.
—Ни өсөн ошо фән юлынан китергә булдығыҙ? Ниндәй йүнәлештә кан-дидатлыҡ диссертацияһы яҡланығыҙ?
—Художестволы һүҙҙең көсө, ҡөҙрәте борон-борондан юғары баһаланған. Беҙ быны баҡсылар, йырауҙар, сәсәндәр ижады аша беләбеҙ. Юғары художестволы әҫәр уҡыусының күңеленә үтеп инеп, уның иң нескә йөрәк ҡылдарын сиртеү көсөнә эйә. Шуға күрә ҡайһы бер әҫәрҙәрҙе уҡығанда беҙ түгелеп илайбыҙ, йә иһә рәхәтләнеп көләбеҙ. Художестволы һүҙҙең ошо тәбиғәте, үҙенсәлектәре, яҙыусыларҙың уларҙы ҡулланыу оҫталығы ҡыҙыҡһындырҙы. Ә инде был ҡыҙыҡһыныуға ғилми йүнәлеш биреүҙә етәксем—филология фәндәре докторы, профессор Зәйтүнә Яхъя ҡыҙы Шәрипова ярҙам итте. 2011 йылда уның етәкселегендә “Башҡорт мәҫәлдәренең поэтикаһы” темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡланды. Ғөмүмән, әҙәби процесҡа, уның айырым күренештәренә ғилми ҡараштың, ғилми фекерҙең формалашыуында Зәйтүнә Яхъя ҡыҙының роле бик ҙур. Ғилми етәксемә, остазыма, кәңәшсемә бының өсөн ныҡ рәхмәтлемен. Әле булһа ла, ниндәй генә һорауҙар, сетерекле хәлдәр килеп тыуһа ла, уның аҡыллы кәңәштәренә таянам.
—Әле эш тәжрибәгеҙ ярайһы уҡ тупланған. Әйткәндәй, ҡасандан уҡытаһығыҙ?
—Минең хеҙмәт стажым 5-се курста уҡып йөрөгәндә башланды. 2006-2007 йылдарҙа мин Өфө ҡалаһы Орджоникидзе районының 69-сы мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләнем. Аҙаҡ уҡыуҙы тамамлап, ҡулға диплом алғас, Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтында (филиалында) тәүҙә ассистент, аҙаҡ өлкән уҡытыусы вазифаларында эш башланым. Әлеге көндә педагогика факультетының уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса декан урынбаҫары, рус, башҡорт һәм сит телдәр кафедраһы доценты.
—Башҡорт теле һәм әҙәбиәте белгесе һәм ошо өлкәлә эшләүсе йәш кандидат булараҡ һеҙҙе нимәләр һөйөндөрә, нимәләр борсой?
—Башҡорт теле—дәүләт теле. Шуға күрә дәүләт флагы, дәүләт гимны, дәүләт гербы һымаҡ ул да хөкүмәт тарафынан яҡланырға, һаҡланырға тейеш. Башҡорт теленең дәүләт теле булараҡ ҡулланылыш үҙенсәлектәре закондар нигеҙендә нығытылған. Был закондарҙың үтәлешенә иғтибар итергә кәрәк. Һуңғы бер нисә йыл эсендә башҡорт теленә ҡарата иғтибар артыуы ҡыуандыра. Әлбиттә, был туранан-тура республика етәкселегенең ҡарашынан, позицияһынан тора. Әле башҡорт телен “модалы” итеү һәм популярлаштырыу буйынса ярайһы күп эштәр эшләнә. Иң мөһиме был эштәр заман талабына ярашлы алып барыла. Телде цифр-
лаштырыу буйынса маҡсатлы һәм эҙмә-эҙлекле эш алып барылыуы һөйөндөрә. Әммә был эштәр етәкселек ҡушыуы бу-йынса ғына түгел, күңел ҡушыуы буйынса хәҙерге заман талаптарына яраҡлы башҡарылырға тейеш.
—Тел йылдан йыл “бысрана”, “сүпләнә” бара, йәғни “зараза” һүҙҙәр телгә ныҡ йәбешкән, хатта саф башҡортса һөйләшкән йәштәр ҙә юҡ ахыры? Был, башҡорт теленә генә түгел, рус теленә лә ҡағыла. Ошо тәңгәлдә һеҙҙең фекер?
—Бер телдән икенсе телгә һүҙҙәрҙең күсеүе, йәғни үҙләштерелеүе—тәбиғи күренеш. Ул йәмғиәттәге ижтимағи-сәйәси үҙгәрештәр, иҡтисади бәйләнештәр һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. Әммә унан, һеҙ әйтмешләй, “зараза” һүҙҙәрҙең ҡулланылышын айырырға кәрәк. Телмәр “таҙа”лығына иғтибар итеү—телде хөрмәт итеү.
—Йылдан-йыл башҡорт телен белеүселәр кәмейме, әллә артамы? Нисек уйлайһығыҙ? Мәҫәлән, һеҙҙең институтта белем алыусы йәштәр телде беләме? Филологтарҙы ғына күҙ уңында тотмайым.
—Башҡорт телен белеүселәр һанының артыу-артмауы буйынса миндә теүәл статистика юҡ. Әммә шәхси күҙәтеүҙәрем буйынса башҡорт телен өйрәнергә теләүселәр һаны артыуын билдәләй алам.
Беҙҙең уҡыу йортона килгәндә, башҡорт теле, дәүләт теле булараҡ, бөтә факультеттарҙың бөтә йүнәлештәрендә лә уҡытыла. Дәрестәр студенттарҙың башҡорт телен белеү кимәлен иҫәпкә алып үткәрелә. Студенттар теләп өйрәнә.
—Беҙ студент булған дәүерҙә филология факультетын йыш ҡына иң еңел факультет тип, юғары белем тураһында диплом алыу өсөн генә һайлаусылар бар ине. Шундайҙар әле лә бармы? Ундайҙарға—телде белмәүселәргә уҡытыу эшен ышанып тапшырып буламы? Фекерегеҙ?
—Филология өлкәһен “еңел өлкә” тип баһалаған, йә булмаһа, филология-педагогика факультетында уҡыуы еңел икән тип уйлап килеүселәр уҡыу аҙағына барыбер барып етмәй. Улар нисектер “төшөп” ҡалып бөтә. Уҡытыусы булыу—һөнәр түгел, ә кешенең булмышы булырға тейеш. Әлбиттә, телде белмәүселәргә уҡытыу эшен тапшырып булмай. Ни өсөн тигәндә, тап башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыусылар иңенә телгә һөйөү, әҙәбиәткә ҡыҙыҡһыныу уятыу кеүек ҙур бурыс йөкмәтелгән. Был ҙур яуаплылыҡ. Әйткәндәй, телде һәм әҙәбиәтте уҡытыуҙы телде белмәүселәргә генә түгел, ә тәү сиратта эштең престижын йәғни абруйын ҡайғыртҡан, бөтә эште күрһәткестәр үтәүгә ҡайтарып ҡалдырған белгестәргә лә ышанып тапшырырға ярамай. Ул үҙе телде, әҙәбиәтте ныҡ яратырға һәм ошо һөйөүҙе башҡаларға ла еткерә белергә тейеш.
—Сибай институтының башҡорт теле һәм әҙәбиәте йүнәлешендә белем алыусылар араһында нәҡ ошо йүнәлештә эшләүсе ғорурланырлыҡ сығарылыш студенттарығыҙ бармы?
—Сибай институтында башҡорт теле һәм әҙәбиәте йүнәлешендә уҡып сығып, хәҙер инде был өлкәлә ең һыҙғанып эшләп йөрөгән студенттар бихисап. Ғилми ойошмаларҙа, редакцияларҙа уларҙы осратабыҙ. Күбеһе юғары исемдәргә лайыҡ. Хәбәрҙар булып, ҡыуанып, ғорурланып торабыҙ. Мәҫәлән, Ләйсән Ҡорманова—филология фәндәре кандидаты, Вадим Лаврентьев—“Юлдаш” республика каналында, Илгиз Ишбулатов—“Һәнәк” журналында, Рүзилә Ғүмәрова—Баймаҡ телевидениеһында, Динара Йәрмөхәмәтова Хәйбулла районы телевидениеһында уңышлы эшләй. Шулай уҡ мәктәптәрҙә башҡорт теле һәм әҙәбиәте, рус теле һәм әҙәбиәте фәндәренән белем биреүсе уҡытыусылар бихисап. Әле уларға шул тиклеп һорау ҙур. Шуға ла 5-се курс-та уҡыусы 10 студентыбыҙҙың 6-һы мәктәптәрҙә эш башланы. Йәғни уҡып та, эшләп тә йөрөйҙәр. Башлыса ауылдарға уҡытыусылар кәрәк. Әммә һәр кем ауылға ҡайтырға теләмәй шул. Йәштәрҙең талабы ла ҙур: эш—еңел, эш хаҡы күп булыуын теләйҙәр. Ләкин улай түгел шул. Уҡытыусы эше анһат түгел, етмәһә хәҙерге заманда ҡағыҙ эше лә күп. Тимәк, үҙ һөнәрен дөрөҫ һайлағандар бер нигә ҡарамай дипломы буйынса хеҙмәт юлын башлай һәм ғүмере буйы уға тоғро ҡала.Уҡытыусылыҡ, алдан әйтеүемсә, ул булмыш. Теләге булған кеше барыбер уҡытыу эшенә тотона. Бында фанат һәм энтузиаст булырға кәрәк.
—Һеҙҙеңсә, Башҡорт теле йылы бу-йынса нимәләр эшләнде? Һеҙ, мәҫәлән, башҡорт әҫәрҙәренән аудиокитаптар ҙа булдырҙығыҙ. Был оло хуплауға лайыҡ!
—Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса беҙҙең уҡыу йортонда эҙмә-эҙлекле һәм маҡсатлы эш алып барыла. Төрлө саралар, ижади конкурстар башлыса башҡорт телендә үтә. Тел һәм рух һағында булған абруйлы замандаштар менән осрашыуҙар үткәрәбеҙ. Педагогика факультетында “Инеш” әҙәби түңәрәге талантлы йәштәр менән эшләй. Яңыраҡ “Башҡорт әҙәбиәте классиктары әҫәрҙәре буйынса аудиокитаптар” тип исемләнгән проект Рәсәй Президентының гражданлыҡ йәмғитен үҫтереүгә йүнәлтелгән грантына лайыҡ булды. Проект сиктәрендә билдәле башҡорт яҙыусы һәм шағирҙарының уҡытыу программаһына ингән әҫәрҙәре аудиокитап форматына күсерелде. Һанай китһәң бик күп.
—Студенттар үҙ телендә аралашамы? Ғөмүмән, йәштәр араһында телгә ҡараш нисек? Был йәһәттән талаптар бармы?
—Студенттарға, әлбиттә, талаптар ҡуйыла. Әммә ҡоро талап итеү әҙ. Уларҙа телде өйрәнеү теләге, тел күренештәренә ҡыҙыҡһыныу уятырға, эҙләнеү, тикшеренеү ҡомарын үҫтерергә кәрәк. Ә был инде ентекле уйланған уҡытыу методикаһын талап итә, заманса алымдар менән эшләүҙе күҙ уңында тота.
—Һеҙҙеңсә башҡорт теле абруйын күтәреү өсөн нимә эшләргә кәрәк? Пландар, теләктәр, хыялдар?
—Уның ҡулланыу даирәһен киңәйтергә. Башҡорт теле, башҡорт моңо телевизор асһаң—телевизорҙан, радио ҡабыҙһаң—радионан, интернетҡа инһәң—унан ағылырға тейеш. Баланың ҡул аҫтында башҡортса сыҡҡан ваҡытлы матбуғат баҫмалары, башҡортса китаптар, башҡортса йырлаған-көйләгән ҡурсаҡтар булыуы шарт. Йәштәргә иһә заманса тәҡдим ителгән башҡортса контент булдырыу фарыз. Тәү сиратта телебеҙ үҙебеҙгә кәрәк булырға тейеш. Уға һаҡсыл ҡарашта булһаҡ, бар байлығында, бар матурлығында киләсәк быуындарға еткереү бурысын атҡарһаҡ, телебеҙгә бер ваҡытта ла юғалыу хәүефе янамаясаҡ.
—Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт! Һеҙҙең факультетҡа туған телен мөкиббән яратҡан, уны үҫтерергә теләгән студенттар ғына уҡырға килер һәм киләсәктә улар милләт ҡотон һаҡлар шәхестәр булып үҫеп етер, тигән өмөттә ҡалабыҙ!
Резеда Вәлиева.
Читайте нас: