Бөтә яңылыҡтар

"АП-АҠ ҠАРҘАР"ҘА ҺАЛЫНҒАН ҺУҠМАҠ...

...ергә ҡар яуыуын теләп “Ап-аҡ ҡарҙар” исемле шиғыр сығара. Күмәкләшеп яҙған ижад емешен ҡат-ҡат уҡып, аҡ ҡарҙың яуыуҙарын теләйҙәр. Хоҙайҙың ҡөҙрәтеме, шиғырҙың хикмәтеме, иртә менән ер өҫтө ап-аҡ ҡарға күмелә. Балалар шатлана, халыҡ ҡыуана. Шул саҡта...

Сибай гимназия-интернатының иң матур йолаларының береһе—йәш ижадсылар бәйгеһе уҙғарыу. Был күркәм сара быйыл 25-се тапҡыр ойошторолдо. Егерме йыл ижад бәйгеһе Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипова призына үтә.
Сибайҙа “Ап-аҡ ҡарҙар”тип аталған ижад бәйгеһе-нең барлыҡҡа килеүе осраҡлы ғына була. Ул осорҙа Сибай тәбәк яҙыусылар ойошмаһы етәксеһе Таңсулпан Ғарипова ҡаланың 10-сы мәктәбендә ижад түңәрәге алып бара. Шул йылда ни өсөндөр ҡар һуң яуа, декабрь буйына халыҡ ҡар яуғанын көтөп арый. Сираттағы ултырышта Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы түңәрәк ағзалары менән бергәләп ергә ҡар яуыуын теләп “Ап-аҡ ҡарҙар” исемле шиғыр сығара. Күмәкләшеп яҙған ижад емешен ҡат-ҡат уҡып, аҡ ҡарҙың яуыуҙарын теләйҙәр. Хоҙайҙың ҡөҙрәтеме, шиғырҙың хикмәтеме, иртә менән ер өҫтө ап-аҡ ҡарға күмелә. Балалар шатлана, халыҡ ҡыуана. Шул саҡта Таңсулпан Ғарипова Сибай ҡала мәктәптәре уҡыусылары араһында ижад конкурсы үткәрергә ҡарар итә һәм ул “Ап-аҡ ҡарҙар” исеме аҫтында дауам ителә.
Ул ваҡытта уҡыусылар-ҙың ижад емештәрен бик абруйлы баһалама ағзалары—яҙыусылар Гөлназ Ҡотоева, Зөһрә Фәйзуллина, Лира Яҡшыбаева, әҙәбиәт белгестәре, ғалимдар Ғәҙилә Бүләкова, Фәрүәз Сәйфуллин баһалай.
Йыл һайын уҙғарылған, хәҙер инде матур тра-дицияға әйләнгән, Сибай ҡалаһы йәш ижадсылар бәйгеһенең төп маҡсаты—ҡалалағы йәш таланттар-ҙы үҫтереү өсөн өмөтлө уҡыусыларҙы билдәләү, яңы исемдәр асыу, улар-ға ярҙам итеү, ижади йүнәлеш биреү. 2002 йылда ошо бәйге һөҙөмтәһе булып ҡала мәктәптәре уҡыусыларының ижад емештәренән торған “Бала саҡтың яҡты хыялдары” исемле йыйынтыҡ донъя күрә. Сибай төбәк яҙыусылар ойошмаһы етәксеһе булып Гөлназ Ҡотоева тәғәйенләнгәс, ижад бәйгеһе уның тәүге ойоштороусыһы, яҙыусы һәм драматург Таңсулпан Ғарипова исемендәге призға уҙғарыла башлай. Йәш ижадсылар конкурсы—Сибай мәктәптәре уҡыу-сыларының көтөп алған байрамы. Ә инде был сарала Таңсулпан Ғарипованың ҡатнашыуы, үҙе әҙерләгән приздарҙы еңеүселәргә тапшырыуы сараға оло мәртәбә өҫтәй, уның бәҫен арттыра. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: һуңғы йылдарҙа конкурс Сибай гимназия-интернаты директоры Роза Бикбованың хәстәре һәм ярҙамы менән ошо белем усағында үтә һәм ул үҙ географияһын киңәйтеп, Урал аръяғы райондары мәктәптәре уҡыусыларын да үҙенә туплай. Әйткәндәй, Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы—Сибай гимназия-интернаты уҡыусыһы, уның Почетлы ҡунағы.
Сибай гимназия-интернаты директоры Роза Бикбова белдереүенсә, өсөнсө йыл конкурс республика кимәлендә үтә һәм төрлө ҡала-район уҡыусыларының ижад емештәре тупланған эштәр ҡабул ителә.
—Быйыл конкурс онлайн форматта үтеүенә ҡарамаҫтан, ҡатнашырға теләүселәр күп булды. Әгәр үткән йылда бөтәһе 19 район һәм ҡаланан бөтәһе 80 эш тәҡдим ителһә, быйыл 35 ҡала һәм район мәктәптәренән 241 эш килде. Был бәйгенең географияһы киңәйеүе һәм ижад итеүсе уҡыусыларҙың артыуы хаҡында һөйләй. Киләһе йылдан беҙ конкурсты төбәк-ара кимәлдә үткәрергә уйлайбыҙ, сөнки күрше Силәбе, Ырымбур өлкәһенән, Татарстандан ҡатнашырға теләк белдереүселәр бар. Белеүегеҙсә, хәҙер Республика Башлығы ярҙамы һәм сит төбәктә йәшәүсе милләттәштәребеҙҙең теләге менән башҡорт телен өйрәнеү буйынса йәкшәмбе мәктәптәре ойошторола, курстар үткәрелә. Шуға күрә алдағы йылда ситтә йәшәүсе йәш ҡәләм тирбәтеүселәрҙе лә көтөп ҡалабыҙ,—ти Роза Хаммат ҡыҙы.
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипова был юлы ла бәйгенән ситтә ҡалманы: һәр эште баһалама ағзалары менән бергә ҡарап, үҙ фекерҙәрен еткерҙе, урындар билдәләгәндә үҙ һүҙен әйтте. Бер яҡтан ҡарағанда, конкурстың онлайн форматта үтеүенең дә үҙ уңайлыҡтары бар. Әгәр ҙә башҡа йылдарҙа араның йыраҡлығын, юлдарға киткән сығымдарҙы уйлап, күп конкурсанттар кисәлә ҡатнаша алмаһа, был юлы улар Сибай гимназия-интернатының “Толпар” телевидениеһы тарафынан әҙерләнгән тапшырыу аша конкурс йомғаҡтары менән танышты. Шуныһы ҡыуаныслы: йыл һайын баһалама ағзалары әҙәбиәткә, ижадҡа ылығырҙай, дәрте, тәбиғәттән бирелгән һәләте менән шул донъяны балҡытып ебәрерҙәй табыштарға юлыға. Әлбиттә, бәйгеселәр араһынан барыһы ла яҙыусы, шағир булып та китмәҫ. Улар араһынан, бәлки, бер йәки ике кеше генә ижад юлын һайлар. Әйткәндәй, ҡасандыр ошо бәйгелә еңеп, ижад ҡанаттарын нығытҡан йәш таланттар республиканың төрлө гәзит-журнал, телевидение редакцияларында эшләй. Улар—Сибай ҡала телевидениеһы директоры Фәнзил Әҙелбаев, “Шоңҡар” журналының бүлек мөдире Гөлсинә Йосопова (Байғужина), “Йәшлек” гәзитенең хәбәрсеһе Лилиә Хәлитова, Ләйсән Мараканова, Шәүрә Туйсина, Нурия Фәтҡуллина һәм башҡалар.
Конкурс талаптарына ярашлы, йәш ижадсыларҙың эштәре өс йүнәлештә—проза, поэзия һәм публицистика буйынса баһаланды. Проза буйынса беренсе урынды Белорет районының 2-се Инйәр урта мәктәбе уҡыусыһы Алһыу Әхмәтова яуланы. Поэзия буйынса Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт гимназия-интернатынан Гөлназ Ишемғужина беренсе урынды алһа, публицистика (журналистика) йүнәлешендә Әбйәлил районы Ишбулды мәктәбенән Лилиә Ғүмәрова алдынғылыҡты бирмәне. Гран-прины Күгәрсен районының Мораҡ башҡорт гимназияһының 10-сы класс уҡыусыһы Илүзә Ҡыҙрасова яуланы. Етәксеһе—башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зилә Псәнчина.
Илүзә бала саҡтан ижадҡа ғашиҡ ҡыҙ. Атаһы—ҡурайсы, әсәһе—башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Бәләкәйҙән уны ата-әсәһе башҡорт халҡы ижадына, уның теленә, йыр-моңдарына, теленә ҡарата һөйөү тәрбиәләп үҫтерә. Башланғыс кластарҙан алып бөгөнгәсә, республика кимәлендә үткәрелгән фәнни-ғәмәли конференцияларҙа әүҙем ҡатнашып, һәр саҡ призлы урындарға лайыҡ була. Республика кимәлендә уҙғарылған башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиадала ике йыл рәттән үҙ көсөн һынап ҡарай һәм призлы урындар яулай. Мораҡ сәнғәт мәктәбендә уҡый, башҡорт халҡының милли уйын ҡоралы—думбырала уйнап, төбәк-ара бәйгелә 1-се урын ала. Буш ваҡыттарымда йөрәк түренән сыҡҡан уй-хистәрен ҡағыҙ биттәренә теҙеп, шиғырҙар ижад итә.
—Минең һәр башланғысымды хуплап, ярҙам итеп, алға этәргес көс биреп тороусы уҡытыусым Псәнчина Зилә Мәхмүт ҡыҙына, ата-әсәйемә ҙур рәхмәтлемен. Яҡшы уҡыуым, яулаған уңыштарым өсөн күптән түгел Күгәрсен районы Хакимиәте башлығы стипендияһына лайыҡ булдым. Октябрҙә үткән «Мостай уҡыуҙары» республика бәйгеһендә 2-се урын алдым,—ти еңеүсе ҡыҙ.
Шуныһы ҡыуаныслы: йәмле Күгәрсен районында тыуып-үҫкән Илүзә Ҡыҙрасованың тамырҙары бәрәкәтле Баймаҡ районына барып тоташа. Әсәһе Гүзәл Риза ҡыҙы сығышы менән Күсей ауылынан. Бер нәмә лә юҡҡа булмай, ти халыҡ. Таңсулпан Ғарипова исеменә үткән конкурста гран-прины тап яҙыусының ауылдашының ҡыҙы яулауы ла тиккә түгелдер. Киләсәктә лә еңеүҙәр яула, Илүзә!
Кәримә Усманова.
Читайте нас: