Бөтә яңылыҡтар

“Аҡбуҙат”та яңы төркөм асыла

Балалар баҡсаһының ҙур эштәренең береһе булып “Демография” милли проекты, “Ҡатын-ҡыҙ мәшғүллегенә булышлыҡ итеү—өс йәшкә тиклемге балаларға мәктәпкәсә белем биреү өсөн шарттар булдырыу” төбәк проекты сиктәрендә яңы төркөм үҙ ишектәрен асырға тора. Уның маҡсаты—бала ҡарау буйынса ваҡытлыса ял осоронда ҡатын-ҡыҙҙарҙы уҡытыу, хеҙмәт баҙарында һөнәри белем алыу, үҙ шөғөлдәрен дауам итеү өсөн мөмкинлек булдырыу, шулай уҡ йәш ғаиләләргә ярҙам күрһәтеү.

Балалар баҡсаһы—мәктәпкәсә йәштәге кескәйҙәрҙең икенсе йорто. Шуға ла һәр ата-әсә бәлкәсе өсөн балалар баҡсаһын ентекле өйрәнеп, тәрбиәүи йүнәлеш күҙлегенән сығып һайларға тырыша.
Сибай ҡалаһының “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһында кескәйҙәр үҫеше өсөн бөтә уңайлы, заманса шарттар булдырылған. Тәрбиә һағында барлығы 27 тәрбиәсе, 12 кесе тәрбиәсе күңелдәрен һалып, тырышып эшләй. Улар араһында 5 Башҡортостан Республикаһы мәғариф алдынғыһы, 2 Рәсәй Федерацияһының дөйөм белем биреүҙең почетлы хеҙмәткәре бар.
—Беҙҙең “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһының төп бурыстарының береһе— балаларға сифатлы мәктәпкәсә белем-тәрбиә биреү, һәр балаға үҫеш өсөн тигеҙ мөмкинлектәр булдырыу, туған телде һаҡлау, милли мәҙәниәткә ылыҡтырыу,—ти балалар баҡсаһы мөдире Розалия Ғәлийән ҡыҙы Иҙрисова.—Шуны әйтеп үтергә кәрәк: беҙҙә 3 йыл рәттән Башҡортостан Республикаһының мәғарифты үҫтереү институты менән берлектә “Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың бәйләнешле телмәрен үҫтереүҙә заманса технологиялар ҡулланыу” исемле майҙансыҡ эше алып барылды. Һөҙөмтәлә тәжрибәле, белемле педагогтар тарафынан әҙерләнгән 8 төрлө күргәҙмәле дидактик ҡулланма донъя күрәсәк. Был методик ҡулланма республиканың барлыҡ милли балалар баҡсалары тәрбиәселәре, ата-әсәләр, студенттар өсөн тәғәйенләнгән. Йәш быуынға кесе йәштән үк рухи-патриотик тәрбиә биреү мөһим. Ошо күҙлектән сығып бик күп саралар уҙғарылды, проект эштәре тормошҡа ашырылды. Күптән түгел башҡорт халҡының ғөрөф-ғәҙәтенә, тарихына, йолаларына һәм мәҙәниәтенә нигеҙләнеп яҙылған “Халҡым мираҫы—тәрбиә нигеҙе” тип исемләнгән методик ҡулланма баҫтырып сығарылды. Халҡыбыҙҙың тарихын, ғөрөф-ғәҙәтен, бай ауыҙ-тел ижадын бергәләп өйрәнеүҙә, балаларҙы юғары аң-белемле, мәҙәниәтле, иманлы, тәртипле, көслө рухлы, үҙ иленең патриоты итеп тәрбиәләүҙә был методик ҡулланма ҙур ярҙам булыр, тип ышанабыҙ. Шулай уҡ милли ҡурсаҡтар, түшелдеректәр, төрлө биҙәүестәр эшләү эшен яйға һалғанбыҙ. Ошо әйберҙәр менән ҡала кимәлендә үткәрелгән төрлө сараларҙа, күргәҙмәләрҙә әүҙем ҡатнашып торабыҙ. Киләсәктә балалар, хеҙмәткәрҙәр өсөн заманса милли кейемдәр тегеү идеяһы менән йәшәйбеҙ.
Балалар баҡсаһында мәктәпкә йөрөмәгән балалар өсөн “Тамсыҡай” консультация үҙәге эшләй. Тәжрибәле белгестәр бик күп ата-әсәләргә, балаларға педагогик-психологик ярҙам күрһәтә. Үҙәккә ҡаланан ғына түгел, күрше райондарҙан да ярҙам һорап мөрәжәғәт итәләр. Бынан тыш, балалар тәрбиәләүҙә, дөрөҫ йүнәлеш биреүҙә “Йәш ата-әсәләр” клубының әһәмиәте ҙур.
“Аҡбуҙат” балалар баҡсаһы коллективының берҙәмлеген һәм маҡсатҡа ынтылыштарын сағылдырған ҡаҙаныштары бихисап: ҡала кимәлендә ойошторолған мәктәпкәсә белем биреү Гимны конкурсында—Гран-при, Зауыҡлы биләмәләр йылы сиктәрендә ҡала кимәлендәге төҙөкләндереү конкурсының “Иң яҡшы бюджет учреждениеһы” номинацияһында—2-се урын, яңы уҡыу йылына әҙерлек кимәле буйынса—2-се урын. Был теҙмәне йәнә дауам итергә була.
Балалар баҡсаһының ҙур эштәренең береһе булып “Демография” милли проекты, “Ҡатын-ҡыҙ мәшғүллегенә булышлыҡ итеү—өс йәшкә тиклемге балаларға мәктәпкәсә белем биреү өсөн шарттар булдырыу” төбәк проекты сиктәрендә яңы төркөм үҙ ишектәрен асырға тора. Уның маҡсаты—бала ҡарау буйынса ваҡытлыса ял осоронда ҡатын-ҡыҙҙарҙы уҡытыу, хеҙмәт баҙарында һөнәри белем алыу, үҙ шөғөлдәрен дауам итеү өсөн мөмкинлек булдырыу, шулай уҡ йәш ғаиләләргә ярҙам күрһәтеү.
Балалар баҡсаһы мөдире билдәләүенсә, ата-әсәләр менән берлектә ике йыл рәттән “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы”да ҡатнашып бинаның иҫке тәҙрәләре яңы пластик тәҙрәләргә алыштырылыуы ла оло ҡыуаныс.
Балалар баҡсаһында эшләнәһе эштәр бик күп. Бөгөн инновацион технологиялар ҡулланыу—заман талабы. Яңы проекттарҙы тормошҡа ашырыу, грант эшмәкәрлегендә әүҙем ҡатнашыу, ижади эҙләнеүҙәр—коллективтың киләсәккә күҙаллаған маҡсаты.
Читайте нас: