СИБАЙ ТӨҘӨЛӨШ ҺӘМ СЕРВИС КОЛЛЕДЖЫ ТӨҘӨЛӨШ ҺӘМ ЕТЕШТЕРЕҮ СӘНӘҒӘТЕ, СЕРВИС ӨЛКӘҺЕ ӨСӨН ҺИГЕҘ ҺӨНӘР БУЙЫНСА СТУДЕНТТАР ӘҘЕРЛӘЙ.
БӨГӨНГӨ КӨНДӘ 700-ГӘ ЯҠЫН СТУДЕНТ БЫЛ УҠЫУ ЙОРТОНДА БЕЛЕМ АЛА. БЕЛЕМДӘРЕН НЫҒЫТЫУ ӨСӨН БУЛАСАҠ ИРЕТЕП-ЙӘБЕШТЕРЕҮСЕЛӘРГӘ, КЕЙЕМ ТЕГЕҮСЕ ҺӘМ КОНСТРУКТРЛАУСЫЛАРҒА, ЭЛЕКТР ҠОРАМАЛДАРЫ МЕНӘН ЭШЛӘҮСЕЛӘРГӘ, АВТОМЕХАНИКТАРҒА, КИРБЕС ҺАЛЫУСЫ ҺӘМ СТЕНАЛАРҘЫ ДЕКОРАТИВ БИҘӘҮСЕЛӘРГӘ, АҒАС ЭШКӘРТЕҮСЕЛӘРГӘ, АШНАҠСЫ-КОНДИТЕРҘАРҒА ПРАКТИК ДӘРЕС АЛЫУ МӨМКИНЛЕГЕ ЛӘ БУЛДЫРЫЛҒАН. ТУЛЫРАҠ МӘҒЛҮМӘТ АЛЫУ ӨСӨН КОЛЛЕДЖ ДИРЕКТОРЫ А.М. КӨМӨШҠОЛОВҠА МӨРӘЖӘҒӘТ ИТТЕК.
—Азамат Миңлеғәле улы, ҡабул итеү кампанияһының иң ҡыҙған мәле. Ниндәй һөнәрҙе абитуриенттар үҙ итә?
—Бөгөнгө көндә илебеҙ иҡтисады эшсе кадрҙарға ҡытлыҡ кисерә. Шуға күрә уҡыу йортоноң һәр бүлегендә замана талаптары буйынса уҡытыла, эшсе кадрҙарға өҫтөнлөк бирелә. Уҡыу йортона инеү конкурсына килгәндә абитуриенттарҙың күбеһе автомеханик, иретеп-йәбештереүсе, ҡунаҡхана сервисы, кейем тегеү һәм конструктрлау бүлектәрен һайлай. Сөнки хәҙерге балалар ниндәй өлкәлә, күпме килем алыу тураһында яҡшы белә. Киләсәктә күңел һайлаған һөнәр буйынса эшләп, ярайһы ғына килем алып йәшәү үҙе бәхет бит.
—Кирбес һалыу, дөйөм төҙөлөш, балта оҫтаһы бүлектәренә абитуриенттар ҡабул итеүҙә проблемалар бармы?
—Был бүлеккә лә күптәр документтарын тапшырҙы. Эшсе һөнәрҙе һайлаған йәштәрҙә стимул түбәнлеге һиҙелә. Нишләптер йәш быуын вәкилдәре был һөнәрҙең абруйы түбән тип ҡарай. Хәҙерге ваҡытта төҙөлөш өлкәһе лә заманса ҡорамалдар менән тулыландырыла, бөтә эш автоматлаштырыла. Шуныһы ҡыуаныслы: эш хаҡы ла был өлкәлә лайыҡлы түләнә. Шуға күрә беҙҙең студенттарыбыҙ ҡулдарына диплом алып та өлгөрмәй, уларҙы төрлө төҙөлөш комапаниялары саҡырып ала. Шуның өсөн эшсе һөнәрҙәрҙе популярлаштырыу һәм дөрөҫ аңлатма биреү өсөн эшләргә лә, эшләргә кәрәк әле.
—Уҡыуға инеү өсөн Берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәһе мотлаҡ булмауы абитуриенттарҙы ылыҡтыралыр, моғайын?
—Уҡыуға инеү өсөн аттестаттың уртаса балы араһында конкурс уҙғарыла. Ысынлап та, берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләре ҡаралмай. Былар уҡыуға еңел генә индең дә уҡып сыҡтың тигәнде аңлатмай әле. Сығарылыш студенттарына берҙәм дәүләт имтиханы кеүек үк күргәҙмә имтихан тапшырыу ҡаралған. Уҙған йыл Дөйөм төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалығы бүлеге студенттары “Иретеп йәбештереү” компетенцияһы буйынса, ә быйыл ашнаҡсы-кондитерҙар әҙерләү бүлеге “Ашнаҡсы эше” компетенцияһында һынау тотоп тик яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәште. Киләһе йылға дүрт компетенция буйынса имтихан бирәсәкбеҙ. Студенттарға уҡыу йортон тамамлаған квалификациялы белгес икәнен билдәләүсе Skills паспорты бирелә. Тимәк, эшкә урынлашыусы студенттарға үҙ белемен дәлилләү кәрәкмәй, уның ниндәй өлкәлә белгес булыуы халыҡ-ара стандарттар буйынса Рәсәйҙең Ворлдскиллс берҙәм мәғлүмәт үҙәгендә теркәлә һәм эшкә килеүселәр тураһында белешмәне ошо порталдан асыҡлап була. Шуға күрә һөнәр һайлауға ла етди ҡарарға кәрәк.
—Төҙөлөш һәм сервис колледжы студенттары уҡыуҙары менән дә, эшләгән эштәре менән дә тирә-яҡта дан ҡаҙанды. Уларҙы теориянан тыш, практикаға нисек өйрәтәһегеҙ?
—Колледж эшсе кадрҙар әҙерләү буйынса Рәсәй Федерацияһы субъекттары араһында иң яҡшы 10 колледж исемлегенә индерелде. Уҡыу йорто иң талантлы, тырыш, тәүәккәл уҡытыусылары менән дә билдәле. Уларҙың барыһы тиерлек Ворлдскиллс программаһы буйынса уҡып, эксперт исеме алды. Тимәк, уҡытыусылар үҙҙәре күргәҙмә имтихан, чемпионаттар уҙғара ала. Студенттарҙы үҙебеҙҙең һөнәри етештереү цехтарынан тыш, башҡа ойошмаларға практикаға ебәрәбеҙ. Мәҫәлән, улар Сибай ҡалаһында ремонт-механизациялау заводында, Ремонтлау-төҙөү үҙәгендә, Баймаҡ иретеп-ҡойоу механика заводтарында практик белемдәрен нығыта. Уҡыу алдынғылары Салауат, Өфө ҡалаларындағы «Вос-токнефтезаводмонтаж» компания- һында, Тольяттиҙағы «Автоваз» Татарстан Республикаһындағы «КамАЗ» рәсми ойошмаһына практикаға ебәрелә. Ә инде ашнаҡсылар, ҡунаҡхана сервисы студенттары үҙ теләктәре менән хатта сит илдәрҙә лә практика үтә ала. Ҡыйыуһыҙ ғына уҡыуға ингән студенттарҙың да талантын асып, уҡытыусыларыбыҙ ҡала, республика, хатта, бөтә Рәсәй буйынса уҙғарылған конкурстарҙа уларҙы ҡатнаштырып, һәр балала киләсәккә ышаныс, ныҡлыҡ тәрбиәләй.
Студенттарҙың барыһы ла ҡул эштәренә әүәҫ. Өлкән курста уҡыусылар үҙҙәре төрлө сувенирҙар, йорт кәрәк-яраҡтары, баҡсасылар өсөн йәйге йыуыныу, ял итеү урындары, гөлдәр ултыртыу өсөн семәрләп йәбештерелгән һауыттар эшләп һатыуға сығара. Ә бына ашнаҡсылар ҡала халҡы һорауы буйынса бишбармаҡ киҫеп, төрлө тәмлекәстәр бешереп аҡса эшләргә әүәҫләнде. Былар барыһы ла балаларҙы киләсәктә юғалып ҡалмаҫҡа, үҙ эшеңдең оҫтаһы булырға өйрәтә.
—Уҡыу йортоноң үҙ автомәктәбе булыу ҙа бик уңайлы...
—Эйе, уҡыу йорто студенттары өсөн автомәктәптә айырым шарттар булдырылды. Автомеханик һөнәрен үҙләштереүселәргә—50%, ә башҡа бүлек студенттарына—20% ташлама ҡаралған. Бынан тыш, уларға “Перспектива” белем алыу үҙәгендә өҫтәмә һөнәр алыу мөмкинлеге лә бар. Тимәк, студенттарыбыҙ колледжда уҡыу йылдарында бер нисә һөнәр үҙләштереп, белем кимәлен киңәйтеп, ышаныслы аҙымдар менән ҙур тормошҡа аяҡ баҫа һәм бер ерҙә лә юғалып ҡалмай.
—Ситтән килгән студенттар өсөн йәшәү шарттары бармы?
—Улар өсөн 360 урынлыҡ бөтә уңайлыҡтары булдырылған дөйөм ятаҡ капиталь ремонттан һуң үҙ ишектәрен асты. Бында ял итеү бүлмәләре, кер йыуыу, йыуыныу урыны, саралар ойоштороу, кинофильмдар ҡарау өсөн ҡулайлаштырылған тамаша һәм бейеү залы бар. Интернетҡа инеү өсөн киләсәктә вай-фай зоналар булдырыу ҡаралған.
—Киләсәккә ниндәй пландар ҡороп йәшәйһегеҙ?
—Эшләнәһе эштәр бик күп. Замана менән бергә атлап, бөгөнгө көндә актуаль булған һөнәр алыу бүлектәре асып студенттарыбыҙға яңы мөмкинлектәр булдырыу өҫтөндә бик ҙур эштәр алып барыла. Киләсәктә күргәҙмә имтихан сиктәрендә дәүләт сығарылыш имтиханын тапшырыу өсөн Ворлдскиллс стандарттары буйынса эшләргә, ошо уҡ йүнәлеш буйынса чемпионаттағы өлгәшкән ҙур еңеүҙәргә тап төшөрмәй тик алға ынтылырға кәрәк .
—Һөнәр һайлау алдында торған абитуриенттарға ниндәй теләктәрегеҙ булыр?
—Эшсе һөнәренә ҡарата мөнәсәбәтте үҙгәртергә, киләсәк аша ҡарарға кәңәш итер инем. Бөгөнгө көндә илебеҙ иҡтисадында эшселәр етешмәгәнгә күрә, сит илдән индерергә мәжбүр булалар. Ни өсөн илдең ҡеүәте булырлыҡ эшселәр әҙерләүсе уҡыу йорттары булыуын файҙаланып, талап ителгән һөнәргә уҡыу мөмкинлектәре барҙа үҙ килемебеҙҙе сит илгә ебәрергә һуң? Абитуриенттар ғына түгел, ата-әсәләр ҙә хәҙерге хеҙмәт баҙарын ныҡлы өйрәнеп, балаларға дөрөҫ юл күрһәтһен ине. Боронғолар ҙа юҡҡа ғына “Кеше—һөнәре менән оло булыр” тимәгән бит.