СИБАЙ ПЕДАГОГИЯ КОЛЛЕДЖЫ 57 ЙЫЛ ЮҒАРЫ КВАЛИФИКАЦИЯЛЫ БЕЛГЕСТӘР ӘҘЕРЛӘЙ. УҠЫТЫУСЫ ҺӨНӘРЕ, ЗАМАНАЛАР ҮҘГӘРЕҮЕНӘ ҠАРАМАЙ, АКТУАЛЛЕГЕН ЮҒАЛТМАЙСА, ХЕҘМӘТ БАҘАРЫНДА ИҢ КӘРӘКЛЕ ҺӨНӘРҘӘРҘЕҢ БЕРЕҺЕ БУЛЫП ТОРА. БӨГӨНГӨ КӨНДӘ БАШЛАНҒЫС КЛАСТАР УҠЫТЫУ ҺӘМ МӘКТӘПКӘСӘ ЙӘШТӘГЕ БАЛАЛАРҒА БЕЛЕМ БИРЕҮ—ТАП ХӘҘЕРГЕ ЗАМАН ТАЛАП ИТКӘН ҺӨНӘРҘӘРҘЕҢ БЕРЕҺЕ. ДОНЪЯ КИМӘЛЕНДӘ ИНТЕРНЕТҺЫҘ, ЗАМАНА ТЕХНОЛОГИЯЛАРЫН ҠУЛЛАНМАЙСА ЛА ЙӘШӘП БУЛМАЙ. ШУҒА КҮРӘ УҠЫУ ЙОРТОНДА ТЕХНИК ПРОГРАММИСТАР ӘҘЕРЛӘҮҘӘ ЛӘ ЕТДИ ЭШ АЛЫП БАРЫЛА. БЫЙЫЛҒЫ УҠЫУ ЙЫЛЫНДА ИНДЕРЕЛГӘН ЯҢЫЛЫҠТАР МЕНӘН СИБАЙ ПЕДАГОГИЯ КОЛЛЕДЖЫ ДИРЕКТОРЫ ИЛДАР СӘЛИХЙӘН УЛЫ ХӘМИТОВ ТАНЫШТЫРҘЫ
—Колледжда 18 июндән абитуриенттарҙы ҡабул итеү кампанияһы үҙ эшен башланы. Быйыл документтарҙы тик дистанцион рәүештә электрон адресҡа йә почта бүлексәләре аша ебәрергә була. Улар 25 августҡа тиклем ҡабул ителә. Уҡырға инеү өсөн берҙәм дәүләт имтиханы һәм төп дәүләт имтихандары һөҙөмтәләре ҡаралмай, аттестаттағы уртаса балға ҡарап, конкурс буйынса һайлап алыу үткәреләсәк. Киләһе уҡыу йылына Мәктәпкәсә йәштәге балаларға белем биреү, Башланғыс кластарға белем биреү, Ғәмәли информатика, Физик культура бүлектәренә бюджет урындарына ҡабул итәбеҙ. Ә инде Өҫтәлмә белем биреү педагогикаһы һәм Музыкаль белем биреү (мәктәптәрҙә музыканан белем биреү) бүлектәренә инеү түләүле.
Беҙҙең уҡыу йортон тамамлаған студенттар бер ваҡытта ла юғалып ҡалмай, тормошта күбеһе һайлаған һөнәре буйынса эшләп, юғары дәрәжәләргә өлгәшә. Теоретик белемдәрен практикала еңел ҡулланырға өйрәтеү маҡсатында студенттарға даими рәүештә уҡыу-производство практикаһы уҙғарыла. Шуныһы ҡыуаныслы: студенттарыбыҙ мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында практика үткән саҡта уҡ үҙҙәрен белемле һөнәр эйәләре итеп күрһәтә ала һәм күбеһе шунда уҡ эшкә тороп ҡала. Һанап китһәң студенттарыбыҙ Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә лә үҙ һөнәрҙәре буйынса уңышлы эшләп йөрөй.
Шуға күрә хеҙмәт баҙарына юғары квалификациялы белгестәр әҙерләп сығарған уҡытыусылар составы менән ғорурланам, уларҙың хеҙмәте юғары баһаға лайыҡ. Педагогтарҙың барыһы ла студенттарға төплө белем биреүҙә инновацион мәғариф технологияларын файҙалана, үҙҙәренең педагогик методикаларын эшләп сығара. Коллективыбыҙҙың төп маҡсаты—уҡыу йортонан белемле, намыҫлы белгестәр сығарыу. Шуның өсөн дә замана менән бергә атлап, белем биреү сифатын яҡшырытыу өҫтөндә ҙур эштәр башҡарыла.
Яңы ғына ата-әсә ҡурсалауынан сыҡҡан балалар үҙ аллы тормошҡа тап бында өйрәнә. Уҡыу йортоноң дөйөм ятағы 360 урынға иҫәпләнгән. Бында студенттар өсөн бөтә уңайлыҡтары булған ял итеү, аш-һыу бүлмәләре, тамаша һәм тренажер залдары, кер киптереү һәм үтекләү өсөн урындар бар. Дәрестәргә әҙерләнеү, эҙләнеүҙәр алып барыу өсөн ятаҡта ҙур китапхана булыуы ла бик уңайлы. Бында шулай уҡ интернет менән ҡулланыу мөмкинлеге булдырылды. Йыл дауамында ятаҡта йәшәүселәр өсөн үткәрелгән бар саралар студенттарҙың коммуникатив һәләттәрен үҫтереүгә, йәмғиәттә шәхес булараҡ формалашырға ярҙам итеүгә йүнәлтелгән. Тимәк, дөйөм ятаҡта студенттар ял ваҡыттарын бушҡа уҙғармай, күңелдәренә ятҡан шөғөл менән мауыға. Төрлө спорт секцияларына йөрөйҙәр, теләүселәр “Аҡйондоҙ” халыҡ бейеүҙәре ансамблендә шөғөлләнә. Студенттар Советы тарафынан даими рәүештә ятаҡта таҙалыҡ һәм тәртип булһын өсөн “Иң матур бүлмә”, “Иң таҙа бүлмә” кеүек бик күп конкурстар уҙғарыла, еңеүселәргә бүләктәр тапшырыла. Был студенттарҙа үҙҙәре йәшәгән урынға яуаплылыҡ тойғоһо уята, бер бүлмәлә йәшәүселәрҙә берҙәмлек сифаттары үҫтереүгә булышлыҡ итә.
ЯЛ ИТӘЛӘР, ТӘЖРИБӘ ТУПЛАЙҘАР
Уҡыу йорто студенттарҙың ялын ойошороуға ла ҙур иғтибар бүлә. Улар өсөн йылына бер нисә тапҡыр “Урал аръяғы» шифаханаһында, “Яҡтыкүл”дә, “Ҡайынҡай”ҙа, “Шифа»ла әүҙем ял ойошторола. Бынан тыш, студенттар балалар өсөн йәйге һауыҡтырыу лагерҙарында вожатый булып эшләү хоҡуғына эйә. Әйткәндәй, Сибай педагогия колледжы—беҙҙең төбәктә вожатыйҙар курсын ойоштороусы берҙән-бер уҡыу йорто. Бында студенттар теоретик белем генә алып ҡалмай, төплө практик дәрестәрҙә балалар менән дөрөҫ аралашырға, уларҙы бер төркөмгә берләштерергә, уйын һәм конкурстарға ылыҡтыра белергә, төрлө саралар уҙғарыуға сценарийҙар төҙөргә өйрәнә. Быйылғы уҡыу йылында 90-ға яҡын өсөнсө курс студенттары был курсты тамамлап, танытма алған. Улар республиканың көньяҡ-көнсығыш райондарындағы балалар һауыҡтырыу лагерҙарында ғына түгел, башҡа төбәктәрҙә лә эшләйәсәк.
СТУДЕНТТАР КОНКУРСТАРҘА ҺЫНАТМАЙ
Сибай педагогия колледжы студенттары уҡыуҙан тыш, ғилми-ғәмәли конференцияларҙа, ҡала йәмәғәт берекмәләре үткәргән сараларҙа, республика конкурстарында һәм чемпионаттарҙа ла әүҙем ҡатнаша. Уҡыу йортонда студенттар үҙидараһы уңышлы эшләй, Сибай ҡалаһы йәштәр парламенты вәкилдәре лә улар. “Беҙҙең менән бергә йәшә” ирекмәндәр хәрәкәтенә ингән студенттар танытма алып, төбәктең ирекмәндәр клубында эшләү хоҡуғына эйә. Быйылғы уҡыу йылында WorldSkills Russia чемпионатында “Физик культура, спорт һәм фитнес” компетенцияһында ҡатнашып, 3-cө курс студенты Зарина Исламова Төбәк һайлап алыу турында бронза миҙал яулаһа, һөнәри оҫталыҡ олимпиадаһында Александра Половнева 2-се урын алыуы студенттарҙың һәм уҡытыусыларҙың тырышлыҡтарын тағы ла бер тапҡыр иҫбатлай.