АТАЙСАЛ
-10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Һөнәрле һәм эшле булам тиһәң...

—Ҙур ышаныс менән шуны әйтә алам: беҙҙең уҡыу йортон тамамлаусылар бер ваҡытта ла эшһеҙ ҡалмаясаҡ, уларҙы һәр ерҙә ҙур теләк менән эшкә алалар. Йыл һайын ҡулдарына диплом алған студенттарыбыҙҙың 80 проценты эшкә урынлаша, күпселек осраҡта егеттәр уҡыуҙы бөтөп, диплом алмайынса әрме сафына алына, шуға күрә ҡалған 20 процент улар иҫәбендә күренә. Үҙҙәре теләгән юғары уҡыу йортонда артабан белемдәрен камиллаштырыу мөмкинлеге бар. Улар күберәк Магнитогорск, Екатеринбург ҡалаларында урынлашҡан таусылар әҙерләү йүнәлешен һайлаһа, ҡайһылары Сибай, Өфө һәм башҡа ҡалаларҙағы уҡыу йорттарын һайлай.

Сибай күп профилле профессиональ колледжына рәхим ит!
Сибай күп профилле профессиональ колледжы 1962 йылда Сибай тау-байыҡтырыу техникумы булараҡ барлыҡҡа килә. Урал аръяғына тау-мәғдән сәнәғәте өсөн белгестәр әҙерләү маҡсатында асылған уҡыу йорто йылдар дауамында бер аҙ үҙгәрештәр кисерһә лә, бөгөн дә үҙ бурысын тулыһынса үтәй. Бында белем алған һәм сынығыу мәктәбен үткән йәш быуын вәкилдәре оло тормошта үҙ урынын таба.

2013 йылда Сибай сауҙа-иҡтисад колледжы менән берләшә һәм уҡыу йорто күп профилле профессиональ колледжы тип атала башлай. Яңы һөнәрҙәр өҫтәлеүе белем усағына киң мөмкинлектәр аса, студенттарҙың төрлө йүнәлештә уҡыуын киңәйтә. Бөгөн колледжда яңы уҡыу йылына абитуриенттар ҡабул итеү барышы, пандемия шарттарында уның дистанцион рәүештә булыуы, йәштәрҙең ниндәй һөнәрҙәргә өҫтөнлөк биреүе, ғөмүмән уҡыу йорто тураһында тулыраҡ мәғлүмәттәр алыу маҡсатында беҙ колледж директоры Лундеж Байморатовҡа мөрәжәғәт иттек.
—Лундеж Хәлит улы, етәкселек иткән уҡыу йорто тураһында ҡыҫҡаса таныштырып үтһәгеҙ ине?
—Алтмыш йылға яҡын бай тарихы булған Сибай күп профилле профессиональ колледжы Урал аръяғында генә түгел, тотош республикала тәүгеләрҙән булып таусылар әҙерләй башлаусы уҡыу йорто булараҡ киң билдәле. Ҡасандыр ошо төбәк йәштәренә тау-мәғдән сәнәғәте һөнәренә өйрәтеү маҡсатында асылған уҡыу йортонда бөгөн көньяҡ-көнсығыш райондарынан башҡа, күрше өлкәләрҙән, алыҫ Себер тарафтарын да белем алыусылар бар. Тимәк, беҙҙең колледжды ситтә лә беләләр һәм таныйҙар.
Уҡыу йортонда бөтәһе 1 меңдән ашыу студент белем ала. Быйылғы уҡыу йылына 275 бюджет урынына студенттар ҡабул итеү планлаштырыла, шулай уҡ беҙҙә түләүле нигеҙҙә һәм ситтән тороп белем алыу өсөн бүлектәр бар.
Алдан әйтеүебеҙсә, әле колледжда ҡабул итеү комиссияһы үҙ эшен башланы, документтар онлайн тәртиптә ҡабул ителә. “Һынлы сәнғәт һәм халыҡ һөнәрселеге” (Тәбиғи ташты художестволы тәрәндән эшкәртеү), “Файҙалы ҡаҙылмалар ятҡылығын ер аҫты эшкәртеүе”, “Файҙалы ҡаҙылмаларҙы байытыу”, Биналарҙы һәм ҡоролмаларҙы эксплуатациялау һәм төҙөү”, “Электр һәм электромеханик ҡорамалдарын хеҙмәтләндереү һәм техник эксплуатациялау, “Маркшейдер эше”, Иҡтисад һәм бухгалтер иҫәбе”, “Компьютер системаларын программалау” һәм “Аш-һыу һәм кондитер эше” йүнәлештәренә туғыҙынсы класты тамамлаусыларҙы бюджет нигеҙендә ҡабул итәбеҙ. Ә бына “Финанстар” , “Ер-мөлкәт мөнәсәбәттәре” һәм “Хоҡуҡ һәм социаль тәьминиәтте ойоштороу” бүлектәренә инергә теләүселәр тик түләүле нигеҙҙә генә уҡый ала. Ун беренсе класты тамамлаусылар өсөн “Банк эше”, “Мәғлүмәт системалары (тармаҡтар буйынса) һәм “Хоҡуҡ һәм социаль тәьминиәтте ойоштороу” йүнәлештәре лә түләүле нигеҙҙә.
Алда һанап үткән һөнәрҙәр буйынса тулы булмаған һәм тулы белемгә эйә булыусылар ситтән тороп уҡырға инеү мөмкинлегенә эйә.
—Белгестәргә ихтыяж булғанда ғына яңы һөнәрҙәр асыла. Күреп үтеүебеҙсә, һеҙҙең колледжда бер нисә яңы һөнәргә эйә булырға мөмкин. Шул һөнәрҙәргә туҡталғанда...
—Ысынлап та, ике уҡыу йортоноң бергә ҡушылыуы һәм хеҙмәт баҙарында яңы һөнәрҙәргә ихтыяждың барлыҡҡа килеүе беҙҙә яңы йүнәлешле белгестәр әҙерләүгә этәргес булды. Республикала тәүгеләрҙән булып маркшейдерҙар әҙерләүҙе башланыҡ, шулай уҡ ер-мөлкәт мөнәсәбәттәре, компьютер системаларын программалау буйынса ла эште йәйелдереп ебәрҙек. Күп абитуриенттар маркшейдер кем ул тигән һорауҙы бирә һәм нимә менән шөғөлләнеүе хаҡында ҡыҙыҡһына. Шуға күрә уның хаҡында әйтеп үтергә кәрәк. Маркшейдер—ул ҡаҙылма байлыҡтарҙы табыуҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеүсе тау сәнәғәте предприятиеһы белгесе. Ул геодезик һәм маркшейдер ҡорамалдарына төрлө махсус күренештәрҙе төшөрә, шул төшөргәндәрен электрон приборҙар аша тикшерә, аналитик иҫәп яһай. Аҙаҡ инде бөтә ошо тикшеренеүҙәрҙең күрһәткесе булып ҡаҙылма байлыҡ эҙләү планы тора. Маркшейдер тау эштәренә йүнәлеш бирә һәм контроль иҫәпләүҙәр яһай. Уның хеҙмәте тау-мәғдән сәнәғәтендә бик яуаплы һәм мөһим. Әйткәндәй, күптәр маркшейдер йүнәлешендә тик егеттәр генә белем ала тип уйлай һәм тәрән яңылыша. Был бүлектә ҡыҙҙар ҙа уҡый һәм күптәре тау сәнәғәте предприятиеларында уңышлы эшләп йөрөй.
—Ысынлап та, Лундеж Хәлит улы үткән йыл Хәйбулла районында урынлашҡан шахталарҙың береһенә төшөргә тура килде һәм унда тап маркшейдер булып ҡатын-ҡыҙ эшләүенә шаһит булдыҡ. Эш еңел түгел, әммә түҙерлек, шул уҡ ваҡытта эш хаҡы ла юғары. Шуға ла ҡыҙҙарға ҡыйыуыраҡ булығыҙ, үкенмәҫһегеҙ, тип әйтер инем. Ә һеҙгә сираттағы һорауым шул: һуңғы йылдарҙа Республика Башлығы тарафынан халҡыбыҙҙың боронғо кәсептәренә ҡарата иғтибар артты. Бигерәк тә ҡулдан эшләнгән әйберҙәр һәр ерҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра, һоҡланыу уята. Һеҙ етәкселек иткән уҡыу йортонда ла был тәңгәлдә эштәр яйға һалынған, ярайһы уҡ уңыштарығыҙ ҙа бар. Әйҙәгеҙ, таш эшкәртеү сәнғәтенә лә күҙ һалайыҡ әле.
—Был бүлектә һәр ваҡыт конкурс ҙур була һәм уҡырға теләүселәр өҫтәлмә рәүештә ижад буйынса һынау тота, уларҙың һүрәт төшөрөү һәләтен тикшереп алабыҙ. Сибай йәшмәһенең даны хәҙер Рәсәйҙә генә түгел, хатта сит илдәрҙә лә киң билдәле. Таш эшкәртеү буйынса әллә күпме заманса махсус ҡоромалдар булһа ла, үҙ эшенең оҫталары һәр саҡ ҡул эшенә өҫтөнлөк бирә. Мәҫәлән, бер мозаика панноһын биш йылға тиклем эшләргә мөмкин. Уйлап ҡараһағыҙ, күпме оҫтаның күңел нуры һәм ваҡыты һалына. Тап ошо бүлектә уҡыусылар ҡаланың таш эшкәртеү оҫтаханалары булған эшҡыуарҙар менән берлектә эшләй, уларҙа практика үтә, һәм күпселек осраҡта эшкә лә ҡала. Шулай уҡ беҙҙең уҡыу йортон тамамлап сыҡҡан таш эшкәртеү белгестәре Сибай, Өфөнән тыш, Екатеринбург, Санкт-Петербург, Силәбе оҫтаханаларында эшләй, хатта сит илдәрҙә эшләүселәр ҙә бар. Күптәре үҙ эшен асып, өйрәнсектән һөнәрсе лә булып китә.
Белеүегеҙсә, был өлкәлә беҙҙең ҙур ҡаҙаныштарыбыҙ ҙа бар. 2013 йылда беҙҙең студенттар “Каменотес” йүнәлешендә Рәсәй чемпиондары булһа, 2017 йылда Рафаэль Яхин Абу-Дабиҙа (Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре) WorldSkills Competition-2017 донъя чемпионатында Рәсәй исеменән сығыш яһаны һәм “Таш эшкәртеү” буйынса өсөнсө урын яуланы. Былтыр Илмир Сәйетбатталов WorldSkills Kazan 2019 донъя чемпионатында «Юғары оҫталыҡ өсөн» миҙалына лайыҡ булды. Уның һөҙөмтәһе—710 мәрәй. “Ташты архитектур эшкәртеү” компетенцияһында ул, мәрәйҙәр буйынса Франция (735), Австрия (736) һәм Ҡытай (743) вәкилдәренән ҡалышып, дүртенсе урынды алды. Быйыл Рәсәй буйынса 8-се чемпионат сентябрь айында дистанцион үтә. Беҙ был ярышҡа етди әҙерләнәбеҙ һәм еңеү яуларға ышанысыбыҙ ҙур. Ул беҙгә 2021 йылда донъя чемпионатында ҡатнашыу хоҡуғы бирәсәк.
—Студенттарҙың йәшәү шарттарына килгәндә...
—Башҡа уҡыу йорттарынан айырмалы рәүештә беҙҙең колледжда уҡыу, лаборатория, практик эштәр, спорт һәм акттар залы, ашхана, хужалыҡ һәм йәшәү бүлмәләре бер комплекста урынлашыуы менән айырылып тора. Студенттар хатта урамға сыҡмай, йылы коридорҙар аша уҡыу корпусынан ятаҡханаға йөрөй. Ятаҡхана студенттарҙың икенсе йорто икәнлеген онотмайбыҙ һәм был тәңгәлдә барлыҡ уңайлыҡтар ҙа булдырылған. Һәр бүлмәлә икешәр-өсәр кеше йәшәй, ял итеү, туҡланыу, йоҡлау урындары иркен. Һәр секцияла аш бүлмәһе, йыуыныу урындары бүленгән. Ҡыҙ һәм егеттәрҙең уҡыуҙан тыш ваҡыты файҙалы һәм мауыҡтырғыс үтһен өсөн төрлө саралар даими үткәрелә, студенттар үҙидараһы ойошторолған. Сибай—студенттар ҡалаһы, башҡа уҡыу йорттары араһында бәйләнеш булдырылып, үҙ-ара төрлө ярыштар, конкурстар үтә. Уҡыу йортоноң 65 процентын егеттәр тәшкил итә, шуға күрә уларға ватансылыҡ һәм илһөйәрлек сифаттары тәрбиәләү йәһәтенән дә бихисап эштәр башҡарыла, беҙҙә белем алыусылар әрме хеҙмәтенә теләп бара.
Шулай ҙа проблемалар ҙа юҡ түгел, студенттарҙың барыһын да үҙебеҙең ятаҡханаға урынлаштыра алмайбыҙ, улар өсөн Сибай институтының ятағынан ҡуртымға бүлмәләр алырға мәжбүрбеҙ, ҡайһы берәүҙәре фатирҙа ла йәшәй. Шуға күрә киләсәктә уҡыу йортоноң заман талаптарына яуап биргән өр-яңы ятаҡханаһын төҙөү теләге ҙур. Уҡырға теләүселәр йылдан-йыл арта, ә бына йәшәү урындары етешмәй.
—Күптәр ҡулына диплом алыу менән эш таба алмай. Һеҙҙең студенттар эшкә урынлаша аламы? Белемдәрен дауам итеү маҡсатында юғары уҡыу йорттарына инеү күҙәтеләме? Ниндәй уҡыу йорттары менән килешеүҙәр төҙөлгән?
—Ҙур ышаныс менән шуны әйтә алам: беҙҙең уҡыу йортон тамамлаусылар бер ваҡытта ла эшһеҙ ҡалмаясаҡ, уларҙы һәр ерҙә ҙур теләк менән эшкә алалар. Йыл һайын ҡулдарына диплом алған студенттарыбыҙҙың 80 проценты эшкә урынлаша, күпселек осраҡта егеттәр уҡыуҙы бөтөп, диплом алмайынса әрме са-фына алына, шуға күрә ҡалған 20 процент улар иҫәбендә күренә. Үҙҙәре теләгән юғары уҡыу йортонда артабан белемдәрен камиллаштырыу мөмкинлеге бар. Улар күберәк Магнитогорск, Екатеринбург ҡа-лаларында урынлашҡан таусылар әҙерләү йүнәлешен һайлаһа, ҡайһылары Сибай, Өфө һәм ҡалаларҙағы уҡыу йорттарын һайлай.
—Лундеж Хәлит улы, нисек кенә булмаһын күпселек студенттарығыҙ Урал аръяғы райондарынан һәм башҡорттар. Уҡыу йортонда башҡорт теле дәрестәре бармы? Быйыл республикала Башҡорт теле йылы тип иғлан ителде. Был йәһәттән ниндәй саралар үтте?
—Студенттарға Даниса Солтанова башҡорт теле нескәлектәрен өйрәтә, әҙәбиәткә һөйөү тәрбиәләй. Уҡыусылар араһында төрлө олимпиадалар, ярыштар үтә, улар фәнни-ғәмәли конференцияларҙа сығыш яһай, шиғыр бәйгеләрендә ҡатнаша. Башҡорт теле йылы сиктәрендә лә бик матур саралар үтте, планлаштырылып та, коронавирус инфекцияһы сәбәпле, үткәрә алмағандары онлайн тәртиптә үткәрелде. Мәҫәлән, Мостай Кәримдең юбилейына арналған “Мин түгелмен тыуған ерҙең тик осраҡлы ғына ҡунағы…” тигән шиғри баттл ныҡ хәтерҙә ҡалды.
—Әле һеҙҙә себеш һанар мәл яҡынлаша. Эш ҡыҙыу, абитуриенттар күп. Уларға теләктәрегеҙ...
—Ысынлап та, әле киләһе уҡыу йылына студенттар ҡабул итеү буйынса ҡыҙыу осор башланды. Киләсәктә һөнәрле һәм эшле булам тиһәгеҙ, беҙҙең колледжға рәхим итегеҙ! Беҙҙә белем алыусылар хеҙмәт баҙарында юғары баһалана, эш таба.
—Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Уңыштар һеҙгә!
Кәримә Усманова әңгәмәләште.
Читайте нас: