Бөтә яңылыҡтар

ХЕҘМӘТ БАҘАРЫНДА ЮҒАЛМАҪТАР

Ҡулдарына диплом алған белгестәр Рәсәйҙә генә түгел, сит илдәрҙәге ҡунаҡханаларға ла бер ниндәй ауырлыҡһыҙ урынлаша ала, бөгөнгөн көндә уларҙың 80%-ы һайлаған һөнәрҙәре буйынса эшләй.

Һуңғы йылдарҙа илебеҙ төбәктәрендә туризмды үҫтереүгә иғтибар арта, уның тармаҡтарын киңәйтеүгә лә күп көс һалына башланы. Сит илдән килеүселәрҙе бигерәк тә илебеҙҙең бай һәм матур тәбиғәте ҡыҙыҡһындыра, бер ерҙә лә ҡабатланмаҫ саф һауа һәм үҙенә генә хас шифаға эйә һыу ятҡылыҡтары бигерәк тә популяр. Сит илдән туристар йәлеп итеү өсөн ҡунаҡхана сервисын камиллаштырыу өҫтөндә лә бер туҡтауһыҙ эш алып барыла. Бында, әлбиттә, ҙур иғтибар үҙ эшенең оҫтаһы булған кадрҙарға бирелә.
Сибай төҙөлөш һәм сервис колледжының “Ҡунаҡхана сервисы” бүлеге бөгөнгө көндә актуаль булған туризм һәм сервис өлкәһенә квалификациялы кадрҙар әҙерләү менән шөғөлләнә. Бүлек асылыуға дүрт йыл ғына уҙһа ла, бөгөнгө көнгә хеҙмәт баҙарына 100-гә яҡын дипломлы белгес әҙерләп сығарған улар. Шуныһы ҡыуаныслы: ҡулдарына диплом алған белгестәр Рәсәйҙә генә түгел, сит илдәрҙәге ҡунаҡханаларға ла бер ниндәй ауырлыҡһыҙ урынлаша ала, бөгөнгөн көндә уларҙың 80%-ы һайлаған һөнәрҙәре буйынса эшләй.
Бүлектә ҡунаҡхана сервисынан тыш, иҡтисад фәне, инглиз теле ныҡлы өйрәнелә. Студенттарға Төркиә, Тунис, Болгария һәм башҡа илдәрҙә стажировка үтеү мөмкинлеге лә булдырылған.
—Сибай төҙөлөш һәм сервис колледжы эшсе кадрҙар әҙерләү буйынса Рәсәй Федерацияһы субъекттарының иң яҡшы 10 колледжы исемлегенә индерелде. Был—уҡыу йорто хеҙмәткәрҙәре-нең дә, студенттарҙың да маҡсатҡа ынтылыусанлығының, хеҙмәт һәм тырыш-лыҡ һөҙөмтәһе.
«Ҡунаҡхана сервисы» бүлегенә быға тиклем 11-се класты тамамлағандар инә алһа, 2020-2021 яңы уҡыу йылына 9-сы кластан һуң ҡабул итәсәкбеҙ. Киләсәктә туризм һәм сервис өлкәһендә эшләргә теләүселәр беҙҙең уҡыу йортона инһә, мотлаҡ үҙ һөнәренең белгесе булып сығасаҡ. Тәүге йылда дөйөм белем биреү предметтарынан тыш, иҡтисад фәнен һәм инглиз телен уҡытыуға ҙур иғтибар бүленһә, профессиональ дисциплиналарҙы үҙләштереү кимәлен уҡыу-производство практикаһында ныҡлы тикшерәбеҙ. Беҙҙең бүлеккә уҡырға инеүселәр араһында ниндәйҙер ялған һылтау менән дәрес ҡалдырыусылар бөтөнләй юҡ. Сөнки Туризм һәм сервис өлкәһе һәр ваҡыт актуаль, ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс,—тине уҡыу йортоноң директоры Азамат Миңлеғәле улы Кө-мөшҡолов.
“Туризм һәм сервис өлкәһендә дипломлы белгес булыу ғына аҙ, был өлкәлә эшләү өсөн ныҡлы характер ҙа кәрәк. Уҡыу барышында төрлө конкурстарҙа ҡатнашып студенттар үҙҙәрен төрлө хәлдә тота белергә, характерҙарын нығытырға өйрәнә»,—ти бүлек уҡытыусылары Айгөл Сәлимйән ҡыҙы Сөләймәнова һәм Эльза Ирнат ҡыҙы Бай-булатова.
Шуны әйтеп үтергә кәрәк: Баш-ҡортостан Республикаһында үткән «Йәш профессионалдар» (WorldSkills Russia) чемпионатында “Ҡунаҡханаға урынлаштырыу мәсьәләләре” компетенцияһында призлы урындар алып икенсе курс студенттары Камила Баймырҙина һәм Алина Харисова уҡыу йортон тағы ла бер тапҡыр бөтә республикаға танытты. Шул уҡ чемпионатта ҡатнашыу өсөн бүлек уҡытыусылары мәктәп уҡыусыларын да әҙерләне. Уҡыусылар араһында “Ирәндек” лицейының 9-сы класы уҡыусыһы Айгөл Ниғәмәтуллина 3-сө урын яуланы.
Күптән түгел Бөтә Рәсәй «Ҡунаҡсыллыҡ оҫталары» дистанцион конкурсында ҡатнашҡандар.
—Был конкурс ысын профес-сионалдарҙың потенциалын асыуға йүнәлтелгән. Яңы традициялар булдырыуҙы формалаштырыу, сервис стандартын һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһындағы бар һөнәрҙәрҙең дә абруйын күтәреү йәһәтенән бик мөһим булды. Бында Ҡунаҡхана сервисы бүлегенең икенсе курсы студенты Камила Баймырҙина һәм методист Альбина Ғәлимова ҡатнашты.
Конкурс бер үк ваҡытта ҡатмарлы ла, ҡыҙыҡлы ла булды. Тәүге этапта һөнәри йүнәлештән тыш, тарих, мәҙәниәт, география, Рәсәй этномәҙәниәтенең үҙенсәлектәре өлкәһендә белемде тикшереү маҡсатында тест эшләнек. Артабан телдән ишетелгән мәғлүмәттәрҙе анализлау һәләте һыналды: бында ҡатнашыусыларҙан телмәр тексы-ның асылын, мәғәнәһен аңлау һәм дөрөҫ һығымта яһау талап ителде. Артабан студенттарыбыҙ видеояҙма әҙерләп Youtube каналында күрһәтте. Жюри ағзалары һәр конкурсанттың сығышына аныҡ анализ эшләгәндән һуң, артабанғы этапҡа үтеүселәрҙе билдәләне. Бында ла беҙҙең уҡыу йорто студенттары еңеүҙе ҡулдан ысҡындырманы,—ти Айгөл Сәлимйән ҡыҙы.
Студенттар уҡыу йортонда алған белемен, һөнәри оҫталыҡтарын тикшереп ҡарау маҡсатында бер туҡтауһыҙ Туризм һәм сервис өлкәһен дөйөмләштергән бөтә Рәсәй олимпиадаларының төбәк этаптарында ҡатнаша, һәйбәт һөҙөмтәләр күрһәтеп уҡыу йортоноң данын яҡлай. Бынан тыш, фәнни-тикшеренеү эштәрен дә алып баралар. Уҡытыусылар менән бергә мәҡәләләр яҙып, фәнни-ғәмәли конференцияларҙың йыйынтыҡтарында баҫтырып сығаралар. Был өлкәлә актив эш алып барыусы студенттар Камила Баймырҙина, Алина Харисова, Тимур Нәзиров, Анастасия Хилько, Лена Ҡасҡыноваларҙың хеҙмәте ҙур баһаға лайыҡ.
Бөгөнгө көндә “Ҡунаҡхана сервисы” бүлеге студенттары дистанцион уҡыуға ҡарамаҫтан, профессиональ йүнәлештәге абруйлы интернет-конкурстарҙа ла ҡатнашҡан. Мәҫәлән «Үҫеш векторы: иҡтисад нигеҙе” бөтә Рәсәй олимпиадаһында ҡатнашып беренсе курс студенты Юлиә Ильясова 1-се дәрәжәле дипломға лайыҡ булған. «Проф-конкурс» баҫмаһы уҙғарған бөтә Рәсәй иҡтисад олимпиадаһында Владислава Никанорова 1-се урын яулаған.
Уҡыу йортонда студенттар ғына түгел, уҡытыусылар ҙа бер туҡтауһыҙ ҡунаҡхана сервисы өлкәһендә һөнәр камиллаштырыу өҫтөндә эш алып бара. Айгөл Сөләймәнова һәм Эльза Байбулатова әҙерлек курстары үтеп, «Йәш профессионалдар - WorldSkills Russia» чепионаты эксперттары составына ингән.