Бөтә яңылыҡтар

ӘСӘЙ, МӘКТӘПКӘ БАРҒЫМ КИЛӘ...

Тәүҙә өйҙән генә уҡыясаҡтарын белеп ҡыуанған уҡыусылар хәҙер килеп мәктәпте, парталарҙы, дуҫтарын һағынды.

Коронавирус инфекцияһы таралыу ҡурҡынысы янау сәбәпле, балаларҙың дистанцион уҡыуға күсеүенә теүәл бер ай булып килә. Был ваҡыт эсендә интернет аша белем алыуҙа ниндәй генә хәлдәр булып бөтмәне. Бер программанан икенсеһенә күсеү, уны тағы ла оҙаҡ ҡына өйрәнеү... Инде бер аҙ өйрәнеп алдыҡ тигәндә, мәктәптең икенсе программаға күсерелеүе. Шулай итеп, уҡыусылар көн һайын яңылыҡ көтә, атай-әсәй баш ватып интернет диңгеҙендә яңы программа эҙләй, уны компьютерға тоташтыра, ә уныһы ялған программа булып, техниканың эшен тотҡарлай. Был ваҡытта дистанцион эшкә күскән ата-әсәнең үҙ эше “серле шаршау” артында тороп ҡала. Ярай, компьютерың, интернетың булһа, уларынан да мәхрүм булғандарға ни эшләргә? Пандемия ваҡытында эшһеҙ ҡалған ата-әсә был ваҡытта баланы уҡытыу түгел, нисек тә булһа тамаҡтарын туйҙырыу тураһында ҡайғырта. Интернетҡа инеү мөмкинлеге булмаған балаларға мәктәптәрҙә махсус төркөмдәр булдырыу ҡаралғайны ла бит, тик коронавирус киҙеүенән ҡурҡҡан ата-әсә балаһын мәктәпкә ебәрергә риза булмауы ла ихтимал. Был осраҡта уҡытыусы баланың өйөнә килеп, теманы аңлата, өй эше бирә, унан һуң дәфтәрҙәрҙе тикшерергә йыйып ала. Республикабыҙҙа ҡайһы бер уҡытыусылар: “Балаларҙың дәфтәрҙәрен өйгә алып ҡайтып тикшерергә ҡурҡабыҙ, бәлки улар араһында коронавирус инфекцияһын йөрөтөүселәр барҙыр,”—тип шау–шыу ҡуптарып та алды. Бер кемде лә ғәйепләп булмай, һәр береһе үҙенсә хаҡлы. Уҡытыусыларҙың да үҙ ғаиләләре бар, уларға үҙ балаларын үҫтерергә, уҡытырға кәрәк бит.
Шуны әйтеп үтергә кәрәк: республикала күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙе компьютерҙар һәм ноутбуктар менән тәьмин итеү маҡсатында “Берҙәм Рәсәй” партияһы “Балаларға уҡырға ярҙам ит” тип аталған хәйриә акцияһы ойошторҙо. Акция ваҡытында йыйылған техника менән генә проблеманы хәл итеп булырмы? Ғаиләләрҙә бер нисә уҡыусы булыуын күҙ алдына килтерәйек әле. Бер бүлмәле фатирҙа йәшәүсе балалар һаны өсәү, йә дүртәү булып, барыһында ла гаджеттар булған осраҡта, уларға бер-береһенә ҡамасауламаһын өсөн ҡайҙан мөйөш табып бөтмәк кәрәк? Дәрестәр бит бер ваҡытта башлана. Интернет селтәре лә бер өҙлөкһөҙ эшләмәй, бер тулҡынға бер нисә ҡулланыусы ҡушылған осраҡта яй эшләп, бөтөнләй һүнеп ыҙалата. Бында инде өй эшен яҙып ҡалыу түгел, дәресте лә тыңлай алмай ҡалаһың. Ярай әле өй эшен кейстар менән уҡытыусылар ҡабаттан ебәрә.
Күптән түгел интернет селтәрҙәрендә бер видеояҙма таралды. Был ауылда йәшәүсе уҡыусылар бөтөнләй ыҙа сигә, сөнки ауылда интернет юҡ. Шул сәбәпле бер нисә километр үтеп, трассаға сығып, машина эсендә уҡырға мәжбүрҙәр. Автомобиль эсендә бер нисә сәғәт видео дәрес ҡарағандан һуң, был балалар өйгә эш эшләп, уны уҡытыусыға кире ебәргәс кенә ҡайтып китә ала. Ә был хәлдә нимә эшләргә? Тотош ауылдарға интернет селтәре һуҙыу ҙа кинәт кенә башҡарыла торған эш түгел.
Дистанцион уҡытыу уҡытыусылар өсөн дә еңел бирелмәй. Балалар теманы төшөнһөн өсөн һәр дәрескә күргәҙмә материалдар, видеояҙмалар, дәрес аңлатмалары әҙерләй. Былай ҙа төн еткәнсе дәфтәр тикшереү, программа яҙыу менән ултырған уҡытыусыларға хәҙер телефондан килгән фотолар аша өй эшен тикшерергә кәрәк, улары сифатлы булһа ярай ҙа. Ә ауыл ерендә мал тотоп йәшәгән уҡытыусыларға тағы ла ауырыраҡ. «Ҡулыбыҙҙан телефон төшмәй, иртәнән кискә ҡәҙәр компьютер алдынан тора алмайбыҙ, ә бит беҙгә хужалыҡты ла, үҙебеҙҙең балаларҙы ла ҡарар кәрәк»,—ти улар.
Был киҙеү донъяны тамам болғаны. Балалар ҙа, өлкәндәр ҙә был буталсыҡ осорҙан бик ялҡты. Тәүҙә өйҙән генә уҡыясаҡтарын белеп ҡыуанған уҡыусылар хәҙер килеп мәктәпте, парталарҙы, дуҫтарын һағынды. Уларға тере аралашыу етмәй. Был осор ваҡытлыса ғына булып, беҙҙән бер аҙ сабыр итеүҙе генә талап итһә ярай ҙа.