АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Уңыштарыбыҙ менән ғорурланабыҙ

Мәғариф өлкәһе йылдан-йыл үҫешә бара. Быйыл да ғорурланырлыҡ уңыштары етерлек, үҫеш өсөн күп эштәр ҙә башҡарылған. Хәҙер килеп һығымталар яһарға ваҡыт. Киләсәккә лә аныҡ пландар ҡуйылған. Әйҙәгеҙ, Сибай ҡалаһы округының мәғариф начальнигы Рөстәм Ришат улы Тураев менән берлектә үткәндәргә һәм киләсәккә байҡау яһайыҡ.

Мәғариф өлкәһе йылдан-йыл үҫешә бара. Быйыл да ғорурланырлыҡ уңыштары етерлек, үҫеш өсөн күп эштәр ҙә башҡарылған. Хәҙер килеп һығымталар яһарға ваҡыт. Киләсәккә лә аныҡ пландар ҡуйылған. Әйҙәгеҙ, Сибай ҡалаһы округының мәғариф начальнигы Рөстәм Ришат улы Тураев менән берлектә үткәндәргә һәм киләсәккә байҡау яһайыҡ.
Дөйөм һандар
Сибай ҡалаһында дөйөм белем биреү 13 учреждениела башҡарыла. Шуларҙың иҫәбендә 3 лицей һәм

1 гимназия. Белем алыусыларҙың һаны ла йылдан йыл арта бара: 2016—7530 уҡыусы, 2017—7838 уҡыусы, 2018—8176 уҡыусы. Һуңғы өс йылда икенсе сменалағы балаларҙың һаны кәмеүе лә ҡыуаныслы.

Әлеге ваҡытта Сибай ҡала округында 16 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы һәм 2 филиал эшләп килә. Унда тәрбиәләнеүсе балаларҙың һаны яҡынса 4265-кә барып етә.

Шулай уҡ 4 учреждениела биш йәштән ун һигеҙ йәшкә тиклемге 4900 бала өҫтәлмә белем ала.

Милли проекттарҙа ихлас ҡатнашалар
Билдәле булыуынса, 2019 йылдың 1 ғинуарынан Рәсәйҙең бөтә мәғариф системаһы “Мәғариф” милли проектын тормошҡа ашырыу буйынса үҙ эшен башланы. Сибай ҡала округының мәғариф бүлеге лә был эшкә ихлас ҡушылды. “Заманса мәктәп” төбәк проектына ярашлы, 12-се һанлы мәктәптә һәм Р. Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейында икенсе сменаны бөтөрөүгә 11 250 000 һум аҡса бүленгән. “Һанлы белем биреү мөхите” проекты сиктәрендә иһә 1-се һанлы мәкәпте йыһазландырыуға 2 101 600 һум күләмендә аҡса бирелгән. “Һәр баланың уңышы” проекты ла ошоға тиклем уңышлы атҡарылып килә.

Имтихан һөҙөмтәләре яҡшыра
Белем биреү ойошмаларының төп маҡсаты—билдәле характеристикаға эйә булған уҡыусыларҙы сығарыу. Уларҙың белеме Дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы нигеҙендә баһалана. 2018-2019 йылда уны Төп дәүләт имтиханы формаһында—711, Берҙәм дәүләт имтиханы формаһында 327 кеше тапшырған.

Һикһәндән дә күберәк балл йыйыусы уҡыусыларҙың һаны арта барыуы ҡыуандыра. Гимназия уҡыусыһы Эдуард Олифер физика фәненән 100 балл йыйған.

Уҙған йыл менән сағыштырғанда ҡайһы бер фәндәрҙән имтихандар һөҙөмтәһе яҡшырыуы күҙәтелә.

Һәр бала һәләтле
Белем учреждениелары һәр ваҡыт балаларҙың һәләттәрен асыу өҫтөндә эшләй. Шуға күрә төрлө олимпиада һәм конкурстарҙа еңеүселәрҙең һаны күбәйгәндән күбәйә бара. 2018-2019 уҡыу йылында Сибай ҡалаһының мәғариф учреждениеларында уҡыусылар олимпиадаларҙа 34 призлы урын яулаған. Ҡалабыҙ уҡыусылары 19 Бөтә Рәсәй мәктәп олимпиадаларында ҡатнашҡан.

Гимназия уҡыусылары Маргарита Баранова менән Байрас Бүләкәнов Санкт-Петербург ҡалаһында үткән астрономиянан Бөтә Рәсәй олимпиадаһында призер һәм еңеүсе булды.

Мәктәп уҡыусылары араһында Ю.А.Гагарин исе-мендәге Кубокка Республика олимпиадаһы популяр. Быйыл 100 уҡыусы төрлө фәндән төбәктәге этапта призер булды.

Мәктәпкәсә йәштәге балалар ҙа олимпиадаларҙа әүҙем ҡатнаша. Мәҫәлән, “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе Искәндәр Әминев “Беҙ—гагаринсылар” республика олимпиадаһында призлы урын яуланы.

“Гөлдәр” балалар өлгөлө ансамбле, “Толпар” телестудияһы тәрбиәләнеүселәре һәм Балалар ижады үҙәге уҡыусылары ла уңыштары менән ҡыуандырып ҡына тора.

Сибайҙың йәш спортсылары ла йыл уңыштарына үҙ өлөшөн индерҙе. Мәҫәлән, балалар һәм үҫмерҙәр спорт клубының ҡыҙҙар командаһы баскетбол буйынса Республика беренселегендә 1-се урын яуланы. Өҫтәл теннисы буйынса Софья Йосопова менән Богдан Баскаков призлы урындар алды.

2019 йылдың апрель айында ғәҙәттәгесә һәләтле балалар өсөн “Өмөт елкәне” слеты үткәрелде. Унда 145 балаға төрлө дипломдар, почет грамоталары, сертификаттар һәм бүләктәр тапшырылды. Гимназияның 11-се класс уҡыусыһы Байрас Бүләкәнов “Йылдың иң яҡшы уҡыусыһы” номинацияһына эйә булды.

Һәр саҡ ярҙам итергә әҙерҙәр
2019 йылда сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән һәм аҙ тәьмин ителгән күп балалы ғаиләләрҙән булған балаларға ярайһы уҡ социаль ярҙам күрһәтелгән.

262 сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән һәм 47 инвалид балалар көнөнә ике тапҡыр йылы аш менән тәьмин ителә. Шулай уҡ 1094 аҙ тәьмин ителгән күп балалы ғаиләләрҙән булған балалар ҙа бушлай ашатыла.

640 аҙ тәьмин ителгән күп балалы ғаиләләр мәктәп формаһына компенсация алған. 1-се класта уҡыусы 146 балаға мәктәп кәрәк-яраҡтары бирелгән.

Балалар сәләмәт булһын!
Уҙған йылда Мәғариф өлкәһендә балаларҙың сәләмәтлеген яҡшыртыу өсөн әүҙем эштәр алып барылған. Республика бюджетынан уларҙың һаулығын нығы-тыу һәм ялдарын ойоштороуға 13 616 400 һум күләмендә аҡса бүленгән.

Сәләмәтлек мөмкинлеге сикләнгән, инвалид, аҙ тәьмин ителгән күп балалы һәм тулы булмаған ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән 400 бала 13 хеҙмәт һәм ял лагерында рәхәтләнеп ял иткән.

“Юнармия” һәм “Йәш спецназсы” хәрби-патриотик лагерҙары, “Шторм” спорт туризмы сменаһы ла эшен уңышлы башҡара.

Кадрҙар мәсьәләһе бик мөһим
Белем биреү өлкәһендәге уңыштар туранан-тура педагогик кадрҙар менән бәйле.

Уҡытыусыларҙы дәртләндереү, уларҙың уҡытыу һәләттәрен асыу һәм үҫтереү маҡсатында республика кимәлендә “Йыл уҡытыусыһы” конкурсы үткәрелеп тора. Сибай ҡалаһы уҡытыусылары ла был сарала ихлас ҡатнаша. Шулай уҡ Сибай ҡала округы хакимиәте грантын алыу өсөн үткәрелгән “Йылдың йәш педагогы” конкурсы ла матур йолаға әйләнгән. 2019 йылда “Айгөл” балалар баҡсаһы педагогы Ә.Н.Исмәғилева был конкурстың еңеүсеһе тип табылды.

Мәктәптәрҙе йәш кадрҙар менән тәьмин итеү өсөн сығарылыш класс уҡыусылары Башҡорт дәүләт университеты һәм Башҡорт дәүләт педагогия университетына йүнәлтмә менән уҡыуға ебәрелә.

Гранттар ҙа бирелә
Күп кенә учреждениелар грант эшмәкәрлеге менән әүҙем шөғөлләнә.

2019 йылда Сибай гимназия-интернаты 474 300 һум күләмендә Башҡортостан Республикаһы Башлығының грантын алды. “Азатлыҡ” ойошмаһы, “Айгөл” һәм “Аленушка” балалар баҡсалары уртаҡ проект менән 592 936 һум күләмендә Президент гранты алыуға өлгәште. Шулай уҡ Бөтә Рәсәй инвалидтар ойомашмаһы менән Балалар ижады үҙәгенә 430 743 һумлыҡ Президент гранты бирелде.

Пландар
Быйыл да мәғариф өлкәһендә уңыштарға өлгәшеү өсөн күп эштәр башҡарыласаҡ. Рөстәм Ришат улы Тураев әйтеүенсә, төп иғтибар балаларҙың һәләттәрен асыуға һәм үҫтереүгә йүнәлтелә. Шундай уҡ маҡсат менән хакимиәт башлығы Р.Ә.Афзаловтың Сибай мәктәптәренән сыҡҡан, хәҙерге ваҡытта төрлө юғары уҡыу йорттарында уҡып йөрөгән студенттар менән осрашыу ойоштороуы планлаштырыла.

Сибай ҡала округының мәғариф бүлеге “Олимпия” һәләтле балаларҙы үҫтереү үҙәге булдырыуға ҙур өмөт бағлай.

Йәйгеһен “Шифа” лагеры базаһында йыл әйләнәһенә һауыҡтырыу лагерҙары ойоштороуға ғариза бирелгән. Ыңғай яуап алыуҙарына өмөттәре ҙур.

2020 йылда ла “Мәғариф” милли проекты буйынса эштәр дауам итәсәк. 5-се мәктәптә, 9-сы лицейҙа, “Баҙлауыҡ”, “Ҡарһылыу”, “Тирмәкәй” балалар баҡсаларында ремонт эштәре башҡарыу планлаштырыла. Шулай уҡ “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһында ясли төркөмө асыу ҙа планда бар.

2020 йылда белем учреждениеларын кәрәкле кадрҙар менән тәьмин итергә йыйыналар.

Мәғариф өлкәһе белгестәре Хәтер һәм дан, Зауыҡ йылына арналған сараларҙа ла әүҙем ҡатнашырға

иҫәп тота.

Рөстәм Ришат улы һәм уның барса коллегалары Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Р.Ә.Афзаловҡа тейешле иғтибар бүлгәндәре өсөн ҙур рәхмәтле.