Бөтә яңылыҡтар

«ЮЛ ҠАҒИҘӘЛӘРЕ – БЕҘҘЕҢ ДУҪТАР»

Баланы – баштан, талды йәштән бөк тигәндәй, балаларға юл ҡағиҙәләрен өйрәтеүҙе балалар баҡсаһынан уҡ башланыуы хуплауға лайыҡ.Үткән аҙнала “Әкиәт” балалар баҡсаһында “Юл ҡағиҙәләре белгесе” тигән сара үтте.

Республикала балаларҙың юл-транспорт хәл-ваҡиғаларына тарыуы киҫкен мәсьәләләрҙең береһе булып ҡала. Бындай фажиғәләр айырыуса каникул, йәйге ял осоронда йыш күҙәтелә. Саф һауала уйнағанда, мәктәпкә юлланғанда, ҡайтҡанда юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәмәү фажиғәгә илтеүе ихтимал. Эшкә ҡабаланып, йә ҡағиҙәләрҙе һанламай машиналар геүләп торған юл аша йүгереп сыҡҡан ҡайһы бер ата-әсәләр ҙә, балаға йыш ҡына насар өлгө күрһәтә. Ололарҙың был ҡылығы бала күңеленә “тимәк, ярай” тигән орлоҡ һала, битарафлыҡ арҡаһында меңләгән баланың ғүмере өҙөлә.
Баланы – баштан, талды йәштән бөк тигәндәй, балаларға юл ҡағиҙәләрен өйрәтеүҙе балалар баҡсаһынан уҡ башланыуы хуплауға лайыҡ.
Үткән аҙнала “Әкиәт” балалар баҡсаһында “Юл ҡағиҙәләре белгесе” тигән сара үтте. Балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре был көндө балаларҙы юл ҡағиҙәләре, билдәләре менән таныштырҙы, әкиәт персонаждары ярҙамы менән нимә ярай, нимә ярамағанды үҙләштерҙе. Шуныһы ҡыуаныслы: балалар тәү ҡарашҡа ябай ғына тойолған светофорҙың ҡыҙыл утында мотлаҡ туҡтарға, һары ут янһа-ҡуҙғалырға әҙерләнергә, йәшел утта иһә юлды дауам итергә мөмкин икәнлеген, юл аша сыҡҡанда тирә-яҡҡа күҙ һалып, машина булмаған осраҡта ғына сығырға кәрәклеген яҡшы белә.
Шуныһы ҡыуаныслы, бындай саралар ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре ҡатнашлығында үтә.
Сибай ҡалаһы буйынса Рәсәй эске эштәр министрлығы бүлегенең юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекторы В.З.Шәйхетдинов темаға ҡағылышлы аңлатмалар биреп үтте. Айырыуса яңы уҡыу йылы башланғанда, урамда уйнағанда һаҡ булырға, ата-әсәләрҙе тыңлап йөрөргә өндәне, ололарһыҙ юлға сыҡмауҙарын үтенде.
Инспектор әйтеүенсә, балалар баҡсаларында, мәктәптәрҙә юл ҡағиҙәләрен өйрәтеү буйынса дәрестәр, һөйләшеүҙәр алып барылғанда ғына фажиғәләрҙе иҫкәртеп була. Ҡала буйынса бындай саралар ыңғай һөҙөмтәләр күрһәтә. Мәҫәлән, быйыл үткән йылдар менән сағыштырғанда, балалар ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғалары һиҙелерлек кәмегән.
Әйткәндәй, яңы уҡыу йылына әҙерлек сиктәрендә ҡала үҙәгендәге мәктәп һәм балалар баҡсалары янында яһалма ҡаршылыҡ урындары булдырылды. Тиҙлек яратыусы күп автоһәүәҫкәрҙәр тарафынан был яңылыҡ ыңғай ҡабул ителмәһә лә, йәйәүлеләр, айырыуса, балалар ҡатнашлығында юл-транспорт хәл-ваҡиғаларын булдырмау өсөн мөһим һәм кәрәк икәнлеген күптәр аңлаһын ине.
Лениза Хоҙайбирҙина,
“Әкиәт” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе