Бөтә яңылыҡтар

ИНСТИТУТ—ҮҘЕБЕҘҘӘ, БАЙ БУЛАБЫҘ ҺӨНӘРГӘ

Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты – Урал аръяғы йәштәре өсөн мәғариф, фән һәм белем биреү үҙәге. Ҡыҙҙар-егеттәр, ата-әсәһенән, тыуған йорттарынан алыҫ китмәйенсә, яҡында юғары белем алыу мөмкинлегенә эйә. Уҡыу йортонда йәштәрҙә, сифатлы белем менән бер рәттән, илһөйәрлек һәм ватансылыҡ сифаттары тәрбиәләнә.

Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты – Урал аръяғы йәштәре өсөн мәғариф, фән һәм белем биреү үҙәге. Ҡыҙҙар-егеттәр, ата-әсәһенән, тыуған йорттарынан алыҫ китмәйенсә, яҡында юғары белем алыу мөмкинлегенә эйә. Уҡыу йортонда йәштәрҙә, сифатлы белем менән бер рәттән, илһөйәрлек һәм ватансылыҡ сифаттары тәрбиәләнә.
Студенттарға белем алыу өсөн һәйбәт шарттар тыуҙырылған: улар заман талаптарына ярашлы кабинеттарҙа шөғөлләнә, бар уңайлыҡтары булғанбүлмәләрҙә йәшәй, төрлө конференцияларҙа, форумдарҙа ҡатнаша, Рәсәй, хатта сит илдәрҙә конкурстарҙа, белем-
дәрен камиллаштырыу буйынса курстарҙа сығыш яһай, төрлө мәҙәни һәм спорт бәйгеләрендә призлы урындар яулай.
—БДУ-ның Сибай институты, Рәсәй вуздарының һөҙөмтәлелек мониторингы рейтингында ҡатнашып, Рәсәйҙең сифатлы эшмәкәрлек алып барған белем
усаҡтарының береһе булараҡ билдәләнде. Рәсәйҙең 1314 юғары уҡыу йорто, ун федераль һәм 29 милли-тикшеренеү университеты араһында беҙҙең уҡыу йортоноң шулай юғары баһа алыуы— ҙур ҡаҙаныш. LiftUp программа-методик комплексы үткәргән мониторингта белем биреү, фәнни-тикшеренеү, халыҡ-ара, ғилми-иҡтисади эшмәкәрлек, сыға-рылыш курс студенттарының эшкә урынлашыу кимәле етди тикшерелә,—ти Сибай институты директоры вазифаһын башҡарыусы, техник фәндәр кандидаты, педагогика фәндәре докторы Азат Сәлимйән улы Вәлиев.
Һәр белем усағының төп хеҙмәт күрһәткесе—сығарылыш студенттарының квалификацияһына ярашлы эш урыны табыуы. Шуныһы ҡыуаныслы: был йәһәттән ғорурланырлыҡ нигеҙҙәре бар. Институтты тамамлаған белгестәргә ихтыяж ҙур, улар Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә лә иҡтисад, сәнәғәт, мәғариф тармаҡтарында, дәүләт органдарында уңышлы хеҙмәт итә. Эшкә урынлашыу күрһәткесе—98 процент.
Уҡыу йортоноң матди-техник нигеҙе үҙенсәлекле, ныҡлы. Үрҙә телгә алынған мониторинг йомғаҡтары буйынса, Сибай институты иң яҡшы уҡыу йорто булып танылған икән, бының нигеҙендә—һәр йүнәлештә эҙмә-эҙлекле, маҡсатҡа ярашлы эш алып барыу һөҙөмтәһе. Матди-техник хәлдең тотороҡлолоғо, заманса уҡыу-лаборатория корпустарының булыуы, уңайлы көнкүреш шарттары тыуҙырылған 3 ятаҡ, тренажер залдары, спорт майҙансыҡтары, стадион, ашхана, китапхана, “Төйәләҫ” фәнни-тәжрибә комплексы, “Талҡаҫ” күле буйындағы ял базаһы, тоҙ
шахтаһы, сәләмәтлек үҙәге, редакция-нәшриәт үҙәге—быларҙың барыһы йәштәргә заманса белем биреүгә, Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министрлығы ҡуйған талаптарҙы уңышлы, теүәл атҡарып сығыуға булышлыҡ итә.
Коллективта 60-тан ашыу кеше эшләй, шуларҙың 91 проценты ғилми дәрәжәле. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: ҡасандыр Сибай институтын тамамлап, фән юлын һайлаған студенттар әле декан йә иһә фән кандидаты булып ошонда уҡ йәштәргә белем бирә.
Бөгөн бында дүрт факультет бар, унда көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлегендә бөтәһе 2 меңгә яҡын студент белем ала. Педагогика факультетында дүрт кафедра эшләй: педагогика һәм психология, сит телдәр, башҡорт һәм рус филологияһы, мәктәпкәсә йәштәге балаларға һәм башланғыс белем биреү кафедралары. Был факультетты һайлаусылар һис тә юғалып ҡалмай, һәр саҡ эш таба. Тәбиғи-математика факультеты студенттары ла бер нисә йүнәлештә һөнәр ала. “Ғәмәли математика һәм информатика”, “Экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу”, “Физик культура”, “Биология” бүлектәрен тамамлаусылар үҙҙәрен төрлө өлкәлә һынап ҡарай. Был йүнәлештә белем алыусылар ҡаланың тау-байыҡтырыу сәнәғәтенең тирә-яҡ мөхиткә тәьҫирен, уны һаҡлау мәсьәләләрен өйрәнә.
“Иҡтисад һәм хоҡуҡ” факультетында белем алыусылар илебеҙҙең төрлө тарафтарында эшләй. Йыл һайын бүлектең алдынғылары студенттары Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы базаһында күсмә практика үтә. Был йәһәттән уҡыу йорто етәкселеге Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаровҡа рәхмәтле.
Технология факультетында “Транспорт-технология машиналарын һәм комплексын эксплуатациялау”, “Художество материалдары технологиялары” йүнәлештәре уңышлы эшләп килә. Шулай уҡ теләүселәр педагогик йүнәлештә “Технология” профиле (уҡытыусы) һөнәренә эйә була. Тау сәнәғәте өсөн белгестәр артабан “Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты”ның Сибай филиалында, “Башҡорт баҡыры”, “Бүребай тау-байыҡтырыу комбинат”тарында эшләй. Шулай уҡ “Нефтекама автомобиль заводы” йәмғиәте, “Башсельхозтехника”, “Башавтотранс” предприятиелары менән килешеү төҙөлгән.
Федераль дәүләт белем биреү стандарттары талаптарына ярашлы, Рәсәй белем биреү академияһының Башҡортостан Ғилми үҙәге ярҙамында уҡыу йорто нигеҙендә Урал аръяғы өсөн белем биреү кластеры булдырыла, йәғни мәктәпкәсә йәштәге балалар баҡсаһы, мәктәптәр, урта махсус уҡыу йорттары, предприятие һәм ойошмалар менән берлектә белем биреү майҙансығы барлыҡҡа киләсәк. Был эш биреүселәрҙең талаптарын һәм теләктәрен иҫәптә тотоп, белгестәр әҙерләүгә булышлыҡ итә. Шулай уҡ һәләтле балалар үҙәге булдырыу ҡарала. Уларға, үҙәкте тамамлағас, кластер программаһына ярашлы урта махсус йә юғары белем алыуға мөмкинлек бирелә. Шулай уҡ бындай алым күпкә отошло була, сөнки буласаҡ белгесте эшкә урынлаштырыуға тиклем ҡарала.
Һәләтле йәштәр бейеү, йыр коллективында шөғөлләнә, спорт буйынса
секцияларҙы үҙ итә. Уҡыу йортонда “Ете ырыу”, “Сармат”, “Эдельвейс” халыҡ
бейеү коллективтары менән дан тота.
Сәләмәт тормошто пропагандалау һәм спортты үҫтереү буйынса ла институтта бай матди база булдырылған. Бар талаптарға яуап биргән өс спорт залы, спорт комплексы бар. Ҡыш институт биләмәһендә каток булдырыла, яҡтыртылған саңғы юлы эшләй. Ат спорты буйынса ла шөғөлләнәләр. Студенттарға барлыҡ хеҙмәттәр ҙә бушлай күрһәтелә.
Сибай институты беҙҙең “Атайсал” гәзите менән дә тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Был юлы матбуғатҡа яҙылыу кампанияһында ла етәкселек ятаҡта йәшәүсе студенттарға һәм ветерандарына 60 дана “Атайсал” гәзитте яҙҙыртты. Ни тиһәң дә, Урал аръяғынан сыҡҡан студенттарҙың ҡаҙаныштары тураһында иң элек уларҙың яҡташтары беҙҙең баҫма аша уҡып белә. Рәхмәтебеҙ сикһеҙ, артабан да дуҫлыҡ ептәре өҙөлмәһен.
Розалия Теүәлбаева.
Һүрәттә:
БДУ-ның Сибай институты коллективы
мәртәбәле ҡунаҡтар менән.