Мәғариф өлкәһендәге үҙгәртеп ҡороуҙар заманында иң төп маҡсаттарҙың береһе булып белем биреү сифатын күтәреү һәм уны донъя стандарттарына ярашлы итеү тора. Бала үҫтереү үҙәге һаналған «Ҡурай» балалар баҡсаһы коллективы был йәһәттән балаларҙы төрлө яҡлап гармониялы үҫтереү, заман талаптарына ярашлы белем-тәрбиә биреү маҡсатында төрлө яңыса алымдар, инновацион технологиялар ҡулланып эш итә.
Педагогтарҙың һәр башланғысын хуплаусы мөдиребеҙ Гүзәл Янбай ҡыҙы Хәлисова үҙе ижади эшләүсе шәхес булараҡ, балаларға белем-тәрбиә биреү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыуға күп көс һала. Балалар баҡсаһы педагогтары төрлө заманса инновацион технологияларға өҫтөнлөк биреп эш итергә өйрәнгән. Һаулыҡ һаҡлау («Кинезиология», «Биоэнергопластика», «Ритм пластикаһы»), танып-белеү («Дьенеш блоктары», «Кьюзенер таяҡсалары», «Ваҡыт йылғаһы», «ТРИЗ», «Лэпбук»), телмәр үҫтереү, техник-ижади һәләттәрҙе үҫтереү («Лего-конструкторҙар менән эш итеү», «Робот техникаһы», «Фребель бүләктәре» уйын ҡоролмалары), уйын технологиялары («Воскобович уйындары», «Тантамареска», «Логико-малыш» һ.б), инновацион технологиялар ҡулланып эш итеү ыңғай һөҙөмтәләр бирә. Мәҫәлән, тәрбиәселәр Яҡупова Нурзәлә Зәйнетдин ҡыҙы һәм Мәхмүтова Миләүшә Зөфәр ҡыҙы Рәсәй кимәлендә уҙғарылған күргәҙмәлә үҫеш мөхите булдырыу конкурсында 1-се урын яуланы. Бынан тыш, Миләүшә Зөфәр ҡыҙы Сибай ҡалаһы балалар баҡсаларының башҡорт төркөмдәре тәрбиәселәре араһында үткәрелгән «Телмәр үҫтереүҙә инновацион технологиялар» конкурсында 2-се урынға лайыҡ булды. Ә Хасаева Гөлшат Зыяитдин ҡыҙы һаулыҡ һаҡлау технологиялары ҡулланыу буйынса үткәрелгән конкурста 2-се урынды алды. Уртансылар төркөмө тәрбиәсеһе Вәлиева Нурия Зиннур ҡыҙы Республика кимәлендә үткәрелгән «Йыл тәрбиәсеһе-2018» конкурсында ҡатнашып «Халыҡ традицияларын һаҡлау» номинацияһында еңеү яуланы. 2018 йылдың ноябрь айында беҙҙең балалар баҡсаһы «Берҙәм Рәсәй» сәйәси партияһының Башҡортос-тан төбәк бүлеге тарафынан ойошторолған «Иң яҡшы гражданлыҡ—илһөйәрлек тәрбиә биреү моделы» фестиваль-конкурсында еңеү яулап диплом һәм миҙал менән бүләкләнде. Ә Мәхмүтова Миләүшә Зөфәр ҡыҙының мәктәпкәсә йәштәге балаларға әхлаҡи-илһөйәрлек тәрбиәһе биреүҙә заман технологияларын ҡулланыу буйынса ижади эше жюри ағзалары тарафынан юғары баһаланды. «Ҡурай» балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре лә төрлө кимәлдә уҙғарылған конкурстарҙа ҡатнашып призлы урындар яулап тора. Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторған «Һаумы-һаумы әкиәт» бәйгеһендә 3 йәшлек Таштимерова Әмилә «Эт үҙенә нисек хужа тапҡан!» әкиәтен һөйләп Гран-приға лайыҡ булһа, Fуватов Искәндәр 1-се урынға сыҡты. Сибай ҡалаһының балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре араһында үткәрелгән «Шашка» турнирында Такалов Ислам еңеүселәр рәтенә инеп шатландырҙы. Мостай Кәримден 100 йыллығы айҡанлы ойошторолған шиғырҙар һөйләү буйынса онлайн-конкурста ла беҙҙең тәрбиәләнеүселәр бик әүҙем ҡатнашты. Камалов Батырхан, Янбаева Гөлнәзирә, Ураҡов Мөслим, Мараканов Урал Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнде. Шулай итеп, «Ҡурай» балалар баҡсаһы педагогтары мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы төрлө яҡлап гармониялы үҫтереүгә күп көс һала һәм яңынан-яңы пландар ҡороп, тағы ла юғарыраҡ уңыштарға өлгәшеү өсөн тырыша.