АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Тарихты шәхестәр яҙа

Сибай ҡалаһының күп тармаҡлы профессиональ колледжында «Башҡортостан тарихын шәхестәр аша күреү: генеалогия аспекты» төбәк йәштәр фәнни-тикшереү кәңәшмәһе үтте. Башҡортостан Республикаһының һәм Башҡортостандың архив хеҙмәтенә 100 йыл тулыуға арналған сараға бөтәһе 21 эш тәҡдим ителгән.

Сибай ҡалаһының күп тармаҡлы профессиональ колледжында «Башҡортостан тарихын шәхестәр аша күреү: генеалогия аспекты» төбәк йәштәр фәнни-тикшереү кәңәшмәһе үтте. Башҡортостан Республикаһының һәм Башҡортостандың архив хеҙмәтенә 100 йыл тулыуға арналған сараға бөтәһе 21 эш тәҡдим ителгән.
Эксперт комиссияһы шулар араһынан иң шәп тип табылған 7 тикшереү эшен айырып алып 9-сы һәм Р.Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейы уҡыусылары Әмилә һәм Әсилә Барлыбаеваларҙың, Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы студенты Динислам Латыповтың, Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының Баймаҡ филиалы студенты Айҙар Сәғҙиевтың, Сибай күп тармаҡлы профессиональ кол- леджынан Лиана Хафизованың, Сибай төҙөлөш һәм сервис колледжынан Нәғимйән Дәүләтбаевтың, Сибай педагогия колледжынан Лиана Нәғимованың шәжәрәләренә бәйле сығыштарҙы тыңланы. Шуныһы һөйөндөрҙө: Нәғимйән Дәүләтбаев менән Әсилә Барлыбаева туған телдәрендә телмәр тотто. Лиана Хафизованың тикшеренеү эше Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, рәссам Ишморат Дәүләтбаев нәҫеленә арналыуы, сараға шәхестең һәм уның хәләл ефете Г.Р.Дәүләтбаеваның ҡунаҡ итеп саҡырылыуы үҙенсәлекле булды. Баймаҡтан Динислам Ласыновтың нәҫел ағасында 700-ҙән ашыу исем индерелгән. Әбйәлил ҡыҙы Лиана Нәғимова ла мәктәптә уҡыған сағынан шәжәрәһен ентекле өйрәнгән. Айҙар Сәғҙиевтың тамырҙары Йылайыр районының Ҡаҙырша ауылында йәшәгән Билаловтарға барып тоташа. Егет шулай уҡ тыуған яҡтарының ер-һыу атамаларын да ентекле өйрәнгән.
Эксперт ағзаларына төплө эште һайлап алыу еңелдән булманы. Шулай ҙа оҙаҡ ваҡыт Өфө архивтарында эҙләнеп, Бөрйән, Әбйәлил яҡтарында йәшәүсе Дәүләтбаевтар шәжәрәһен төҙөгән Нәғимйән Дәүләтбаевтың эше юғары баһаланып, гран-приға лайыҡ булды.
—Бында алып килгән шәжәрә ҙур шәжәрәбеҙҙең бәләкәсәйтелгән варианты ғына. Ысын нәҫел ағасыбыҙ өйөбөҙҙөң түрендә тора. Унда 10 быуыныбыҙҙың исемдәре яҙылған—тине Нәғимйән Дәүләтбаев, еңеүгә өлгәшеүенә ҡыуанысын йәшермәй.— Кәңәшмәгә мине әсәйем, Сибай төҙөлөш һәм сервис колледжы уҡытыусыһы Гөлсинә Әхәт ҡыҙы әҙерләне. Киләсәктә лә был тәңгәлдә эшемде дауам итермен тип уйлайым.
Ҡала мәктәптәрендә 5-се һәм 4-се кластарҙа ғына уҡыған Әмилә һәм Әсилә Барлыбаевалар береһе ҡартәсәһе, икенсеһе ҡартатаһы яғынан нәҫелен барлаған. Тырыш ҡыҙҙарҙың ныҡлы эҙләнгәне, тырышҡандары, күп нәмәне өйрәнгәндәре күренеп тора. Уларҙы сараға әсәләре, Арҡайым башланғыс мәктәбе уҡытыусыһы Гөлнара Fайсар ҡыҙы Барлыбаева әҙерләгән. Әйткәндәй, Ишморат Дәүләтбаевтың шәжәрәһен өйрәнгән Лиана Хафизоваға ла әсәһе, Сибай күп тармаҡлы профессиональ колледж уҡытыусыһы Ләйлә Сәфәрғәле ҡыҙы ныҡ ярҙам иткән.
Гөлдәр Иҙрисова.
Һүрәттә: Гөлдәр һәм Ишморат Дәүләтбаевтар, Ләйлә һәм Лиана Хафизовалар.