Бөтә яңылыҡтар

Атай-әсәй юлынан...

Сибай төҙөлөш һәм сервис колледжы уҡытыусылары һәм студенттары бер саранан да, конкурстан да ситтә ҡалмай. Уларҙың эше һәр саҡ юғары баһалана. Был юлы «Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы уҡытыусылар династияһы» республика конкурсында коллективтың тикшеренеү эше Гран-при яуланы. Хәсәновтар династияһы менән танышыу маҡсатында колледж директоры F.Ә.Хәсәновҡа бер нисә һорау бирҙек.

Сибай төҙөлөш һәм сервис колледжы уҡытыусылары һәм студенттары бер саранан да, конкурстан да ситтә ҡалмай. Уларҙың эше һәр саҡ юғары баһалана. Был юлы «Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы уҡытыусылар династияһы» республика конкурсында коллективтың тикшеренеү эше Гран-при яуланы. Хәсәновтар династияһы менән танышыу маҡсатында колледж директоры F.Ә.Хәсәновҡа бер нисә һорау бирҙек.
—Fайса Әхмәҙулла улы, уҡытыусылар династияһы ярышындағы еңеүҙең әһәмиәте?
—Педагогтар династияһы—үҙенсәлекле йәшәү рәүеше, рухи ҡиммәттәрҙең юғары мәктәбе. Балаларҙы ысынлап яратҡан кеше генә ошо һөнәргә үҙен бағышлай һәм тоғро булып ҡала. Был конкурста ҡатнашыуым менән иң беренсе ҡәҙерле ата-әсәйемә рәхмәт белдергем килде. Улар үҙ ғүмерҙәрен мәғариф өлкәһенә бағышланы, беҙҙе лайыҡлы итеп тәрбиәләне һәм үҫтерҙе.
—Һеҙҙең династияға кем нигеҙ һалған?
—Ул минең атайым—РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Әхмәҙулла Хәйри-вара улы Хәсәнов. Ул бала саҡтан уҡытыусы булырға хыяллана. Был хыялына юл ҡатмарлы һәм ауыр була. Атайым Бөйөк Ватан һуғышы осоро кешеһе. Баймаҡ ҡалаһының 1-се мәктәбен тик «5»-легә тамамлап, Тымыҡ океан флотында 5 йыл хеҙмәт итеп ҡайтҡас ҡына юғары уҡыу йортона юллана. Магнитогорск педагогия институтының физика-математика факультетында белем ала ул. Хеҙмәт юлын Баймаҡ районы Әхмәр ауылы мәктәбендә башлай.
—Әхмәҙулла Хәйривара улын «директор-төҙөүсе» тип йөрөтәләр...
—Эйе, коллегалары шулай тип йөрөтә уны. Беренсе Этҡол мәктәбенә килеү менән яңы мәктәп төҙөтә башлай. Артабан Кәрешкә мәктәбен «төҙөргә» ебәрәләр, ә 1990 йылда Муллаҡай ауылы мәктәбендә директор булып эшен дауам итә. Бында ла ике ҡатлы яңы мәктәпте сафҡа индереү өсөн бар көсөн һала.
—Уҡытыусы улы булыу нисек?
—Әсәйем Разия Кирам ҡыҙы балаларға математика һәм геометрия серҙәрен өйрәтте. Ул мәҙәнилеге, зыялылығы менән һәр саҡ айырылып торҙо. Уның һәр дәресе мауыҡтырғыс булды. Республика семинарҙарында әүҙем ҡатнашты, тәжрибәһе менән ихлас уртаҡлашты, консультация бирҙе, асыҡ дәрестәр үткәрҙе. Уның инициативаһы менән Кәрешкә мәктәбендә «Икмәк» музейы, математика йүнәлешендә эксперимент майҙансығы булдырылды. Уҡытыусы улы булыу еңел түгел ине. Беҙ һәр кемгә үрнәк булырға, яҡшы уҡырға, һәр сарала әүҙем ҡатнашырға тейеш инек. Бөгөн мин үҙем өс бала атаһы. Хәҙер әсәй-атайымдың тәрбиә алымдарын ҡулланам.
—Колледж директоры булараҡ, замана мәғарифы нисек булырға тейеш тип уйлайһығыҙ?
—Бөгөн төҙөлөш һәм сервис колледжы күп тармаҡлы, төрлө кимәлле система булараҡ үҫешә. Яңы иҡтисади шарттарға яраҡлы кадрҙар әҙерләү—маҡсатыбыҙ. Колледжда техник һынауҙар өсөн лаборатория бар, эшсе кадрҙар әҙерләүҙең инновацион майҙансығы эшләй, көндөҙгө дистацион белем биреү программаһы ҡарала. Заманса белем биреү тәү сиратта кешенең шәхси мөмкинлеген һәм үҙенсәлеген күҙ уңында тоторға һәм уны үҫтереү, киңәйтеү тәңгәлендә эшләргә тейеш. Әле цифровизация осоро, һәр ерҙә мәғлүмәт алышыуҙың яңы алымы, һанлы технологиялар һәр өлкәгә үтеп инә. Киләсәктә ла үҙгәрештәр була әле.
—Бөгөн һеҙҙең династияны кем дауам итә?
—Ата-әсә-йем дүрт бала үҫтерҙе. Беҙ барыбыҙ ҙа улар юлынан киттек. Ҡустым Fаяз—философия фәндәре кандидаты. Ул Беренсе Этҡол, Үрге Яйыҡбай мәктәптәрендә, Башҡорт компьютер лицейында, Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейында директор булды, 2009 йылдан Сибай мәғариф бүлеген етәкләне. Һеңлем Рәзилә Fафарова 24 йыл инде мәғариф өлкәһендә. Бөгөн ул Баймаҡ ҡалаһында йәш техниктар станцияһын етәкләй. Кинйәбеҙ Нурзилә Байбулатова—башланғыс кластар уҡытыусыһы. Рәзиләнең ҡыҙы Нурия М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетын тамамланы. Нурзиләнең ҡыҙы Ләйсән Сибай педагогия колледжы студенты.
—Ниндәй ғаилә традицияларына өҫтөнлөк бирәһегеҙ?
—Өлкән ағай булараҡ, ҡусты-һеңлеләремде бер өҫтәл артына йыйырға тырышам. Шәжәрә байрамдарын ойошторорға яратабыҙ, унда балаларыбыҙҙы, ейәндәребеҙҙе йәлеп итәбеҙ. Беҙҙе байрамдар ғына түгел, спорт та берләштерә. Fаяз ҡустым менән волейбол, өҫтәл теннисын үҙ итәбеҙ. Fаиләбеҙ менән концерттарға, спектаклдәргә йөрөйбөҙ.
—Балалар яратҡан, үҙ һөнәренә тоғро булған Хәсәновтар династияһына киләсәктә лә уңыштар юлдаш булһын!
Әлфирә Үҙәнбаева.