Бөтә яңылыҡтар

Сирек быуатлыҡ тарихтары бар

Уҡытыусы, мәктәп, киләсәк... Был сылбыр ябай һәм ғәҙәти кеүек, әммә һәр кемдең яҙмышында мөһим урын тота. Мәктәп кешегә белем даръяһына юл күрһәтә, уны үҫтерә, шәхес итеп тәрбиәләй. Был изге эштә төп урынды уҡытыусы биләй. Коллективтың төп маҡсаты—йәш быуынды билдәле шәхестәр өлгөһөндә тәрбиәләү һәм рухи, белемле, үҙ халҡын, илен һөйгән, мәҙәниәтенә, ғөрөф-ғәҙәттәренә битараф булмаған уҡыусылар үҫтереү. Иң мөһиме—бала күңеленә асҡыс ярата белеү.

Уҡытыусы, мәктәп, киләсәк... Был сылбыр ябай һәм ғәҙәти кеүек, әммә һәр кемдең яҙмышында мөһим урын тота. Мәктәп кешегә белем даръяһына юл күрһәтә, уны үҫтерә, шәхес итеп тәрбиәләй. Был изге эштә төп урынды уҡытыусы биләй. Коллективтың төп маҡсаты—йәш быуынды билдәле шәхестәр өлгөһөндә тәрбиәләү һәм рухи, белемле, үҙ халҡын, илен һөйгән, мәҙәниәтенә, ғөрөф-ғәҙәттәренә битараф булмаған уҡыусылар үҫтереү. Иң мөһиме—бала күңеленә асҡыс ярата белеү.
Һуңғы йылдарҙа Сибай ҡалаһының Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейында бик күп эштәр башҡарылды. Бөгөнгө талаптарға ярашлы, сифатлы белем биреү өсөн уҡыусыларға заманса шарттар булдырылды. Компьютер класы, ике спорт залы бар. Ҡала хакимиәте, мәғариф бүлеге һәм Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Сибай филиалы етәкселеге ярҙамы менән уларҙың береһе теннис өҫтәлдәре менән йыһазландырылды. Белем усағының матди-техник базаһы ла яңырыу кисерә. Ата-әсәләрҙең булышлығы менән проекторҙар, принтерҙар һәм башҡа күп функциялы аппараттар һатып алынды. Уҡыусыларҙың хәүефһеҙлеген һаҡлау өсөн 7 видеокүҙәтеү камераһы ҡуйылған. Кластан тыш сараларҙың барыһы ла ҙур, иркен тамаша залында үткәрелә. Зәкир Үҙәнбаев исемендәге өлгөлө бейеү ансамбленең сағыу сығыштары сараларҙы биҙәй. Яңы уҡыу йылына «Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү» программаһы нигеҙендә лицейҙың иҫке тәҙрәләре яңыларға алмаштырылды.
Быйыл 88 уҡыусы беренсе класҡа уҡырға килде, уҡыу йортонда бөтәһе 709 бала белем ала. Берҙәм коллективта 50 уҡытыусы тотороҡло һәм ижади эшләй. 50 педагогтың 70 проценты—юғары, 26 проценты—беренсе квалификациялы категорияға эйә. Белем биреү сифаты—62 процент.
2017-2018 уҡыу йылында сығарылыш уҡыусылары Берҙәм дәүләт имтихандарын уңышлы тапшырып, юғары балдар йыйҙы. Сибай ҡалаһы буйынса иң юғары һөҙөмтәне Боҫҡонова Гөлфиә күрһәтте. Ул тарих фәненән—98, йәмғиәтте өйрәнеү фәне буйынса—93, рус теле буйынса 96 балл йыйҙы. Шулай уҡ, Мәмбәтов Данияс тарих фәненән—93, йәмғиәтте өйрәнеү фәне буйынса—81 балл, Байғотлин Fаян химия фәненән 92 балл йыйҙы. Бындай юғары балдар белем биреүҙең юғары кимәлдә булыуын иҫбатлай. Башҡорт лицейын тамамлаусылар араһында һуңғы йылдарҙа техник йүнәлештә һөнәр һайлаусыларҙың күп булыуы ҡыуаныслы. Мәҫәлән, быйылғы сығарылыш уҡыусыларының барыһы ла тиерлек Өфө, Силәбе, Мәскәү, Санкт-Петербург, Ҡазан, Магнитогорск ҡалаларының юғары уҡыу йорттары студенттары булыу бәхетенә иреште.
Лицейҙа абруйлы, үҙ фәнен төплө белгән, тәжрибәле педагогтар эшләй. Улар балаларға белем биреү менән генә сикләнмәй, аң-белем даирәһен байытыу, спортҡа ылыҡтырыу өсөн тырышлыҡ һала.
2017-2018 уҡыу йылында ҡалала «Пушкин балы», «Мәғариф өлкәһендә йыл йомғаҡтары», «Өмөтбаев уҡыуҙары», «Яҙ һулышы» исемле инглиз телендә йыр фестивале, шулай уҡ инглиз телендә «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүсе йәш сәсәндәр бәйгеһе, 3-сө кластар араһында «Һаумы, һаумы, әкиәт!» саралары башҡорт лицейы уҡыусылары һәм уҡытыусылары берҙәмлегендә ойошторолдо.
Уҡытыусылар төрлө бәйгеләрҙә уңышлы сығыш яһай. «Йыл уҡытыусыһы-2018» конкурсында инглиз теле уҡытыусылары Э.И.Шаҙаева—Гран-При, Л.Т.Иҫәнғолова «Йәш педагог-2018» конкурсында 2-се урын яуланы.
Лицей директоры Иштуған Рәйес улы Ноғоманов етәкселек иткән коллектив һәр яҡлап алдынғылар рәтендә. Белем усағында тырыш уҡыусыларға Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге премия бирелеп килә, күп йүнәлештәге профилле лагерҙар эшләй.
—Беҙҙә һәләтле балалар күп уҡый. Кескәй шәхестең талантын бар яҡлап асыуҙа ата-әсәнең һәм мәктәп етәкселегенең дә роле ҙур. Беренсенән, баланы ҡыҙыҡһындырырға, икенсенән, уны дәртләндерергә кәрәк. Ошо тәңгәлдә эш алып барғанда ғына һәйбәт һөҙөмтәләргә өлгәшергә мөмкин,—ти директор Иштуған Рәйес улы Ноғоманов.
Лицейҙа һәр баланы шәхес итеп тәрбиәләү, һәләтен асыу маҡсатында эҙмә-эҙлекле эш алып барыла. Бында иң тәүҙә түңәрәктәрҙең әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Төрлө түңәрәктәрҙә һәм спорт секцияларында шөғөлләнеү баланың үҫешенә ыңғай йоғонто яһап ҡына ҡалмай, уны оло тормошҡа әҙерләй. Иң мөһиме: уҡыусыға үҙенә оҡшаған ҡыҙыҡһыныуын ҡәнәғәтләндереүҙә, киләсәккә һөнәр һайлауҙа дөрөҫ йүнәлеш бирә, һәләтен асыуға булышлыҡ итә.
Өҫтәлмә белем биреүгә иғтибар ҙур: шахмат, шашка, бейеү түңәрәктәре, хореография дәрестәре, спорт секциялары эшләй.
Белеүебеҙсә, Зәкир Үҙәнбаев исемендәге өлгөлө бейеү ансамбле лицейҙың ғына түгел, ҡаланың да йөҙөк ҡашы булырҙай ансамблдәрҙең береһе. Тиҫтә йылдар эсендә ул республика күләмендә лә бик күп уңыштар яуланы. Ансамблдең бейеүҙәре лицейыбыҙҙа үткән һәр сараның сағыу биҙәге. Кескәй артистар йыл һайын төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, тик алдынғы урындар яулай. Быйыл улар «Еҙ үксә» бейеү бәйгеһендә сығыш яһап, Гран-Приға лайыҡ булды. Уразбахтин Айсыуаҡ, Дәүләткирәева Диана, Илғыуатов Арыҫлан, Вәлиева Нәргизә—Зәкир Үҙәнбаев исемендәге премия лауреаттары. Хәҙерге көндә бейеү серҙәренә хореограф Ә.Т.Исрафилова өйрәтә.
Лицей уҡыусылары ҡала, республика, Халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй олимпиадаларында, республика ярыштарында һәм конкурстарында еңеүҙәр яулай. Боҫҡонова Гөлфиә Бөтә Рәсәй олимпиадаһында тарих фәне-нән (уҡытыусыһы—З.F.Fүмәрова), Шәмғолова Гүзәл, Ҡотлобирҙина Гөлдәр Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте фәненән республика олимпиадаһында (уҡытыусыһы—Л.Н.Миңлеәхмәтова) призер булды. Республика фәнни-ғәмәли конференцияһынла Тулыбаева Айгүзәл еңеү яуланы (уҡытыусыһы—А.М.Моталлапова). 9-11-се кластарҙа математиканан Гагарин Кубогына юғары уҡыу йорттары араһында үткәрелгән асыҡ олимпиадала Иҫәнбаев Ринат (уҡытыусыһы—А.С.Хәмитова), Аҡманова Ынйыкай (уҡытыусыһы—М.F.Рысенбәто-ва), химиянан Иҫәнбаев Ринат, Аҡманова Ынйыкай (уҡытыусыһы Э.F.Ҡунысбаева), физиканан Уликанов Иҙел, Бикмәтова Динә, Маннапов Вадим (уҡытыусыһы—Ә.А. Игебаева) призер булды.
7-8-се класс уҡыусыларынан торған «Энерджайзерҙар» командаһы (етәксеһе—Ә.А.Игебаева) «БЭСК-ринг» интеллектуаль уйынында 1-се урын яулап, 150 мең һумлыҡ сертификат менән бүләкләнде.
«Урал батыр» эпосын яттан һөйләүсе йәш сәсәндәр республика бәйгеһендә ҡала намыҫын яҡлаусы башҡорт лицейы уҡыусылары 7 йыл рәттән беренсе урын алды. Белорет ҡалаһында үткән «Башҡортостан ынйылары» төбәк-ара конкурсында сығыш яһап, лицей командаһы 3-сө урын яуланы. Башҡорт телендә КВН уйыны традицион рәүештә йыл һайын башҡорт лицейында үтә. 2017-2018 уҡыу йылында лицейсылар Гран-При алды. Телен яҡшы белгән, мәҙәниәтен яратҡан һәм ҡыҙыҡһынып өйрәнгән ҡала балалары ярышты көтөп ала һәм ҙур теләк менән ҡатнаша. Ата-бабаларыбыҙҙан күсә килгән рухи ҡиммәттәребеҙҙе һаҡлау һәм киләсәк быуынға тапшырыу—башҡорт теле уҡытыусыларының төп маҡсаты.
2017-2018 уҡыу йылында сығарылыш уҡыусылары Абдуллин Илнур, Боҫҡонова Гөлфиә, Рафиҡов Мөхәмәт, Хәмзина Миләүшә «Уҡыуҙа өлгәшкән уңыштары өсөн» миҙалдары менән бүләкләнде. Шулай уҡ, 9-сы класты тамамлаусы Fүмәров Илсур, Торопҡолова Ләйсән, Хәмитова Юлиә, Аҡманова Ынйыҡай, Йәғәфәров Инйәр өлгөлө аттестаттар алды.
Халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижадына, бай мираҫына һөйөү тәрбиәләгән, һәләтле балалаларҙы үҫтереүгә булышлыҡ иткән ошондай белем усағы бөгөн үҙенең 25 йыллыҡ юбилейын билдәләй. 25 йәш—ул йәшлек осоро ғына. Тимәк, беҙҙең лицейҙың гөрләп эшләр, йәшнәп йәшәр мәле генә әле. Өҫтәлгән йылдар олпатлыҡ, тәжрибә, яңы уңыштар алып килһен.
Лилиә Миңлеәхмәтова,
Р.Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.