Мәғариф учреждениеларында балаларҙа экологик культура, аң, тыуған яҡ тәбиғәтенә һаҡсыл ҡараш, яҡшы мөнәсәбәт тәрбиәләүҙе күҙ уңында тотоп, төрлө саралар, конкурс, акция, күргәҙмәләр ойошторола.
Белем биреү процесын экологик йүнәлешле дидактик уйындар ҙа әүҙемләштерә. Бындай уйындар тәбиғәт объекттарына, тирә-йүнгә ҡыҙыҡһыныу уята. «Зоопарк», «Логик сылбыр», «Ашамлыҡ—ашарға яраҡһыҙ», «Билдәләрен әйт», «Нимә булды, нимә буласаҡ?», «Нимәнән эшләнгән?» кеүек уйындарҙы балалар бигерәк ярата. Улар шулай уҡ кроссвордтар, ребустар сисергә, үҫемлектәр донъяһын күҙәтергә, туризм темаһына үткәрелгән викториналарҙа ҡатнашыуға бик әүәҫ. Уйын-сәйәхәттәрҙе лә көтөп алалар. Белем, тәрбиә биреү эшенән ата-әсәләр ҙә ситтә ҡалмай. Бергәләшеп «Тәбиғәтте һаҡла» плакаттарын яһаныҡ. «Минең тыуған яғым» рәсемдәр конкурсында иң яҡшы һүрәт төшөрөүсе булып Р.Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейының 2-се «Б» класы уҡыусыһы Тимур Хәсәнов танылды. Былтыр белем усағыбыҙ биләмәһенә тағараҡтар эшләп элеп сыҡтыҡ һәм ҡыш буйы ҡоштар ашаттыҡ.
Ҡаланың тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында булып тыуған еребеҙҙең тарихы, данлыҡлы шәхестәре, тәбиғәт байлыҡтары менән таныштыҡ. Уҡыусылар Баймаҡ районының Темәс ауылындағы тыуған яҡты өйрәнеү музейына сәйәхәтте лә бик оҡшатты. Әлеге мәлдә туған ҡалабыҙҙың тәбиғәтен өйрәнеү һәм һаҡлау буйынса эш алып барып, альбомдар, буклеттар, гәзиттәр сығарабыҙ. Шулай уҡ ерлегебеҙҙең данлыҡлы кешеләре тураһында фәнни-тикшеренеү конкурсына ентекле әҙерләнәбеҙ. Балалар күңеленә матурлыҡ һәм мәрхәмәтлек орлоҡтары сәсеү, битарафлыҡты еңеү, тәбиғәтте һаҡлау—беҙҙең изге бурыс.
Балалар экология-биология үҙәге педагогы.