Бөтә яңылыҡтар

Сибайҙың йөҙөк ҡашы

2018 йыл Сибай педагогия колледжы өсөн айырыуса үҙенсәлекле—белем усағының барлыҡҡа килеүенә теүәл 55 йыл тула. Студенттарға сифатлы һөнәри белем биреү һәм уларҙың интеллектуаль, ижади һәләттәрен үҫтереүгә йүнәлтелгән шарттар булдырыуҙы маҡсат итеп ҡуйған уҡыу йортон былтырҙан алып педагогия фәндәре кандидаты, доцент Хәмитов Илдар Сәлихйән улы етәкләй. Түңәрәк дата алдынан бынан бер нисә йылдар элек ошо уҡыу йортоноң хеҙмәт бүлеген тамамлап, БДУ-ның Сибай институтында эшләп, фән, мәғариф өлкәһендә тәжрибә туплаған йәш директор менән колледждың бөгөнгөһө, педагогик эшмәкәрлеге тураһында әңгәмәләштек, киләсәккә пландары менән таныштыҡ.

2018 йыл Сибай педагогия колледжы өсөн айырыуса үҙенсәлекле—белем усағының барлыҡҡа килеүенә теүәл 55 йыл тула. Студенттарға сифатлы һөнәри белем биреү һәм уларҙың интеллектуаль, ижади һәләттәрен үҫтереүгә йүнәлтелгән шарттар булдырыуҙы маҡсат итеп ҡуйған уҡыу йортон былтырҙан алып педагогия фәндәре кандидаты, доцент Хәмитов Илдар Сәлихйән улы етәкләй. Түңәрәк дата алдынан бынан бер нисә йылдар элек ошо уҡыу йортоноң хеҙмәт бүлеген тамамлап, БДУ-ның Сибай институтында эшләп, фән, мәғариф өлкәһендә тәжрибә туплаған йәш директор менән колледждың бөгөнгөһө, педагогик эшмәкәрлеге тураһында әңгәмәләштек, киләсәккә пландары менән таныштыҡ.
—Илдар Сәлихйән улы, Урал аръяғына ғына түгел, тотош республикаға көслө уҡытыусылар әҙерләгән уҡыу йортона заман елдәре ҡағылманымы?
—Сибай педагогия колледжы училище сағынан уҡ ныҡлы базалы уҡыу йорто булды. Әле лә, атамаһы үҙгәреүгә ҡарамаҫтан, шул уҡ юғары планкала эшләй һәм эшләйәсәк. Бында 56 уҡытыусы иҫәпләнә, улар 650 студентҡа белем бирә. Коллектив заман менән атларға, һәр яңылыҡты белем биреү һәм тәрбиә барышында ҡулланырға тырыша.
—Нисә йүнәлеш буйынса белгестәр әҙерләйһегеҙ?
—Башланғыс кластарҙа, мәктәпкәсә йәштәге балаларға белем биреү, йәғни беҙҙә буласаҡ башланғыс кластар уҡытыусылары, тәрбиәселәр уҡый. Балалар баҡсаһында эшләргә теләгәндәргә ситтән тороп уҡыу мөмкинлеге лә бар. Физик культура, өҫтәлмә белем биреү педагогикаһы, ғәмәли информатика бүлектәре уңышлы эшләп килә. Информатика бүлегендә хәҙерге замандың хеҙ-мәт баҙарында талап ителгән техник-программистар белем ала. Шуныһы ҡыуаныслы: абитуриенттар беҙгә уҡырға бик теләп килә. Һуңғы йылдарҙа мәктәпкәсә тиклем белем биреү бүлегендә конкурс ҙур. Быйыл, мәҫәлән, 354 ғариза ҡабул ителде, бер урынға 3 абитуриент дәғүә итте.
—Уңыштарығыҙ ҙа барҙыр?
—Әлбиттә, бар. Уларҙы яҙа башлаһаң, бер гәзит биттәре генә етмәй. Уҡытыусылар ҙа, студенттар ҙа ҡала, республика, Рәсәй, Халыҡ-ара кимәлдә уҙғарылған олимпиадаларҙан, фәнни-ғәмәли конференцияларҙан, спартакиадаларҙан ситтә ҡалмай. «Иң яҡшы йәш уҡытыусы—2017» төбәк-ара конкурсында ижтимағи фәндәр уҡытыусыһы Р.Ф.Дәүләтбаев 3-сө урын яулаһа, «Иң яҡшы йыл уҡытыусыһы-2018» төбәк-ара конкурсында рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Т.И.Кузьмина 2-се урынға өлгәште. Музыка бүлеге уҡытыусылары В.В.Мырҙабулатова, Д.С.Филлимонова, А.Ә.Абдуллина профессиональ башҡарыу оҫталығы буйынса урта махсус уҡыу йорттары араһында республика конкурсында 3-сө урын яуланы. Музыка уҡытыусыһы Ә.М.Ишбирҙина иң яҡшы методик ҡулланма буйынса республика кимәлендә 2-се урынға сыҡты. Халыҡ-ара «Урал дуҫтарын йыя», Бөтә Рәсәй олимпиадаһында, республика профессиональ оҫталыҡ, «Тере һүҙ» республика шиғыр һөйләүселәр һәм «Сәнғәт донъяһына инәм» үҙешмәкәр-сәнғәт ижады конкурстарында, VI электрон халыҡ-ара «Интеллектуаль Евразия—2016-2017» ярышында ҡатнашып студенттарыбыҙ төрлө призлы урындар яуланы. Быларҙан тыш, быйыл уҡыу йортонда йәштәр проекты буйынса төбәк «Мини IВолга-2018» конкурсы үткәрелде. Шулай уҡ Рәсәй кимәлендәге «Хәҙерге көндә экологик проблемалар» фәнни-ғәмәли конференцияһын да уңышлы ойошторҙоҡ.
—Хәҙер йәштәргә лә, уҡытыусыларға ла айырым уңыштары өсөн грант яулау мөмкинлектәре ҙур. Был тәңгәлдә эшләйһегеҙме?
—Эйе, һис шикһеҙ. Ҡала кимәлендә ойошторолған конкурсҡа ике эш тәҡдим итеп, «Вожатый булыуы еңелме?» проекты ҡала хакимиәте башлығы грантына лайыҡ булды. Дәүләт телдәрен уҡытыуҙа уңыштарға өлгәшкән башҡорт һәм рус теле уҡытыусылары Г.М.Шәкирова һәм Г.И. Солтанова Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең аҡсалата премияһын алды.
—Тәрбиә эше нисек ҡуйылған?
—Белем биреү һәм тәрбиә—бер-береһенә ныҡлы бәйләнештә алып барыла. Буласаҡ уҡытыусыларҙы һәр яҡлап үҫтерергә тырышабыҙ. Колледжыбыҙ уҡыу алдынғылары, көслө спортсылары менән генә түгел, йәшлек дәрте бөркөп торған «Аҡйондоҙ» халыҡ бейеү ансамбле менән дә дан тота. Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Н.М.Баййегетов етәкләгән бейеү ансамблендә студенттар ҙур теләк менән шөғөлләнә.
—2018—Ирекмәндәр йылы булып нарыҡланып, изге эштәр башҡарыла. Йәштәр был тәңгәлдә әүҙемме?
—Колледжда «Бергә булайыҡ!» ирекмәндәр хәрәкәте күптән эшләй. Быйыл уның рәте тағы 58 йәш кеше менән тулыланды. Ирекмәндәр наркомания, тәмәке тартыу, эскелек һәм башҡа кире күренештәрҙе иҫкәртеү сараларын өйрәнә, «Бергәләп һаулыҡ өсөн!» программаһын тормошҡа ашырыу йәһәтенән әүҙем эшләйбеҙ. Ҡала хакимиәтенең йәштәр хакимиәте менән берлектә «Ышаныс» балалар приюты, инвалидтар ойошмаһы менән хеҙмәттәшлек итәбеҙ.
Йәштәр һәм педагогик коллектив та киләсәккә ҙур өмөт менән ҡарай, ең һыҙғанып уҡырға, эшләргә тырыша. Заман талаптарына яуап биргән, төрлө яҡлап үҫеү мөмкинлеген асҡан, ҡалабыҙҙың йөҙөк ҡашы булған уҡыу йортобоҙ һәр саҡ камиллашыу юлында. Яңы быуын уҡытыусылары һәм студенттары, остаздарыбыҙ традицияларына һаҡсыл ҡарашта һәм уларға сикһеҙ рәхмәтлебеҙ.
—Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт!
Гөлдәр Ҡадаева.