Күптән түгел улар икеһе лә «Иң яҡшы башҡорт һәм рус телдәре уҡытыусылары» республика конкурсында еңеү яулап, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең аҡсалата премияһына лайыҡ булды. Бындай дәртләндереү сараһы белем усағында дәүләт телдәрен уҡытыуға күп көс һалғандары өсөн бирелде.
Мәғарифҡа 30 йылға яҡын ғүмерен бағышлаған Гәүһәриә Исмәғил ҡыҙы хеҙмәт юлын Баймаҡ районының Билал ауылында башлаған. Әбйәлилдең Таштуй ауылында балаларға һабаҡ биргән, юғары категориялы уҡытыусы 2005 йылдан алып Сибай педагогия колледжында эшләй. Рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡытыуҙан тыш, мәктәпкәсә йәштәге балалар тәрбиәләү бүлеге мөдире вазифаһын да башҡара.
Гөлнара Мөхәррәм ҡыҙы иһә Ейәнсура ҡыҙы. Ул 2008 йылда Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы тигән маҡтаулы исемгә лә өлгәшкәйне. Тәжрибәле уҡытыусы 20 йылға яҡын педагогия колледжында эшләй.
—Тәбиғәт биргән иҫ китмәле мөғжизә—ул туған тел. Туған тел—ул тойғо теле, моң теле. Беҙ әсә телендә һөйләшеп туғанлыҡ тойғоһон яҡынайтабыҙ, үҙ телебеҙҙә йырлап, шатлыҡ ишәйтәбеҙ, ҡайғы таратабыҙ, күңел сафландырабыҙ,—ти тел белгесе, эшенә мөкиббән бирелеүен дәлилләп.—Төп эшемдән тыш, уҡыу йортонда гуманитар һәм ижтимағи-иҡтисади фәндәр предметтар циклы комиссияһын етәкләйем. Профориентация эше беҙҙең иңдә, 3 йыл рәттән ҡабул итеү комиссияһы сәркәтибе булдым. 3А төркөмө етәксеһемен, уҡыу йортонда эшләү дәүеремдә әйҙәгән 4-се төркөмөм. Хеҙмәтеңә ижади ҡарамай тороп, ниндәйҙер уңыштарға өлгәшеп булмай. Студенттарым тел буйынса үткәрелгән республика олимпиадаларында гел алдынғы урындар яулай.
Тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыларын педагогия колледжы ғына түгел, бер яҡ кешеләре булыу ҙа берләштерә—Әбйәлил районының Ишҡол ауылы. Гәүһәриә Солтанова ошо ауылда тыуып үҫһә, Гөлнара Шәкирова Ҡыҙыл буйына килен булып төшкән.