АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Үҙенсәлекле кәңәшмә

Һәр ваҡыттағыса яңы уҡыу йылы алдынан уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр август кәңәшмәһенә йыйылып башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһай, үҙҙәренә яңы маҡсат-бурыстар билдәләй. Сибай ҡалаһында был мөһим сара алдынғы педагогтарҙы тәбрикләүҙән башланды. Был дөрөҫ тә. Сөнки тап улар киләсәк быуынды тәрбиәләй, тейешле белем бирә һәм оло тормош юлына оҙата.

Һәр ваҡыттағыса яңы уҡыу йылы алдынан уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр август кәңәшмәһенә йыйылып башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһай, үҙҙәренә яңы маҡсат-бурыстар билдәләй. Сибай ҡалаһында был мөһим сара алдынғы педагогтарҙы тәбрикләүҙән башланды. Был дөрөҫ тә. Сөнки тап улар киләсәк быуынды тәрбиәләй, тейешле белем бирә һәм оло тормош юлына оҙата.
Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов иң-иңдәргә Бөтә Рәсәй, республика һәм ҡала кимәлендәге наградалар тапшырҙы. Уңыштарға ҡаҙаныусылар араһында тәрбиәселәр ҙә, уҡытыусылар ҙа, урта уҡыу йорттары педагогтары ла бар ине. Сибай гимназия-интернатының тарих уҡытыусыһы Ф.С.Ниғмәтуллинға «Рәсәй Федерацияһы белем өлкәһенең Почетлы хеҙмәткәре» ведомство наградаһы тапшырылһа, шул уҡ белем усағының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ә.Р.Алдырханова «Бөйөк Еңеү геройҙары-2018» Бөтә Рәсәй әҙәби конкурсының Дипломы һәм миҙалы менән бүләкләнде. Балаларға инженер-техник белем биреүгә ҙур өлөш индергәне өсөн 9-сы лицей директоры Г.Р.Fәбдүшеваға Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы—Ҡоролтайҙың Рәхмәт хаты бирелде. Бер төркөм алдынғы педагогтар ҡала хакимиәте һәм ҡала советының Почет грамоталары менән билдәләнде.
Август кәңәшмәһенең икенсе өлөшө Балалар ижады йортонда дауам итте. Сараның пленар өлөшөндә Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Р.Ә.Афзалов, уның социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Г.Ә.Ишемғолова, Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының милли белем биреү, төбәк хеҙмәттәшлеге һәм уҡыу әсбаптарын нәшер итеү бүлеге начальнигы Р.Р.Сәфиуллина ҡатнашты.
Рөстәм Әхмәткәрим улы үҙенең сығышында мәғариф учреждениелары эшмәкәрлегенә тулы анализ яһаны, айырым проблемаларға туҡталды. Киләсәктә ҡалала инновацион йүнәлештәге яңы мәктәп төҙөү, йыл әйләнәһенә эшләүсе балалар ял лагеры булдырыу, мәктәптәргә йәш белгестәрҙе йәлеп итеү, инглиз телен уҡытыуҙы көсәйтеү кеүек көнүҙәк мәсьәләләрҙе күтәрҙе, мәғариф учреждениелары етәкселәрен Урындағы инициативаларҙы яҡлау программаһында әүҙеме-рәк ҡатнашырға саҡырҙы. Ҡыҫҡаһы, кәңәшмә эшлекле шарттарҙа үтте, һәр кем был мөһим саранан үҙенә кәрәкле мәғлүмәт тупланы, фәһем алды. Былар, әлбиттә, яңы уҡыу йылына ҡуйылған бурыстарға яңыса ҡарарға, яңы-са эш итергә ярҙам итәсәк.
Август кәңәшмәһенә килгән һәр кем белем усаҡтарының ҡаҙаныштарына арналған бай йөкмәткеле стендтар һәм балалар баҡсалары коллективтары ойошторған сәскәләр күргәҙмәһен ҡарап күңелдәрен байытты. Fаилә йылына арналған композицияларға ҡарап татыу, берҙәм ғаиләне, уның ғөрөф-ғәҙәттәрен һәм киләсәген күҙалларға мөмкин ине.
Айгөл Торсонбаева.