Бөтә яңылыҡтар

Замана һөнәрле йәштәр ҡулында

65 йыллыҡ тарихы булған Сибай төҙөлөш һәм сервис колледжы Урал аръяғында эшсе кадрҙар әҙерләгән билдәле уҡыу йорттарының береһе. Бөгөн колледж, заманса яңы һөнәрҙәр буйынса уҡытыу бүлектәре асып, абитуриенттар араһында популярлыҡ яуланы. Уҡыу йорто менән яҡынданыраҡ танышыу өсөн уның директоры, ауыл хужалығы фәндәре кандидаты, доцент Fайса Әхмәҙулла улы Хәсәновҡа мөрәжәғәт иттек.

65 йыллыҡ тарихы булған Сибай төҙөлөш һәм сервис колледжы Урал аръяғында эшсе кадрҙар әҙерләгән билдәле уҡыу йорттарының береһе. Бөгөн колледж, заманса яңы һөнәрҙәр буйынса уҡытыу бүлектәре асып, абитуриенттар араһында популярлыҡ яуланы. Уҡыу йорто менән яҡынданыраҡ танышыу өсөн уның директоры, ауыл хужалығы фәндәре кандидаты, доцент Fайса Әхмәҙулла улы Хәсәновҡа мөрәжәғәт иттек.
—Fайса Әхмәҙулла улы, колледж һуңғы йылдарҙа күп үҙгәрештәр кисереп, ҙур үҫеш юлы уҙҙы. Бөгөн ниндәй эштәр менән мәшғүлһегеҙ?
—Дәүләт халҡы менән көслө, тиҙәр. Колледждың бөтә көсө берҙәм коллективта. Дөйөм тырышлыҡ менән күп өлкәлә уңыштарға өлгәштек. Яңы ғына Сибайҙа уҙғарылған «Урал аръяғы» иҡтисади форумында ҡатнаштыҡ. Был сараны үткәреүҙә өсөнсө тапҡыр инде беҙҙең колледж төп майҙансыҡтарҙың береһе булып торҙо.
Бөгөн һөнәри белем биреү өлкәһендә үҙгәрештәр көтөлә, шул иҫәптән федераль дәүләт белем биреү стандарттары ла ныҡлы үҙгәртеләсәк. Студенттарҙың практик белемен тикшереү өсөн демон-страцион имтихандар индереләсәк. Беҙҙең студенттарыбыҙ өсөн был ҙур яңылыҡ булмаҫ тип уйлайбыҙ, сөнки уҡыу йортонда практик белем алыу өсөн бөтә уңайлыҡтар ҙа булдырылған 6 лаборатория, 12 уҡыу-етештереү оҫтаханалары, уҡыу полигоны, компьютер кластары, заманса йыһазландырылған 29 уҡыу кабинеты эшләп килә.
—Бөтә уҡыу йорттарында ла ҡабул итеү кампанияһы ҡыҙыу эшләй. Һеҙҙә был юҫыҡта үҙгәрештәр бармы?
—Ҙур үҙгәрештәр юҡ. Ни тиһәң дә, был өлкәлә үҙ эшен профессиональ кимәлдә белеп башҡарған хеҙмәткәрҙәребеҙ эшләй. Fәҙәттәгесә, уҡыуға имтихандарһыҙ ҡабул итәбеҙ.
—Студенттарығыҙ йыл һайын төрлө конкурстарҙа ҡатнашып призлы урындар яулай. Ниндәй өлкәлә үҙегеҙҙе көслө тип һанайһығыҙ?
—Беҙҙең төп йүнәлеш—эшсе кадрҙар әҙерләү. Шуның өсөн ҡатнашасаҡ конкурстарҙы үҙебеҙ өйрәнгән һәнәрҙәр буйынса һайлайбыҙ. Әлбиттә, бында студент-тарҙың теләге лә ситтә ҡалмай, уларҙы тыңлап берҙәм эш итәбеҙ. Колледж «Йәш профессионалдар»—WorldSkills Russia милли хәрәкәтенә ҡушылды, быйыл III Төбәк чемпионатта төрлө номинацияларҙа ҡатнашып дүрт призлы урын яуланыҡ. «Креатив» мода театры актив эшләп килә, бер нисә йыл рәттән төрлө халыҡ-ара, төбәк һәм республика мода конкурстарында уңышлы сығыш яһаныҡ. Һаулыҡтары яғынан мөмкинселектәре сикләнгән балалар араһында уҙғарылған «Абилимпикс» Халыҡ-ара профессиональ оҫталыҡ чемпионатының төбәк һайлап алыу турында беренсе урын алып студентыбыҙ Наилә Абдрахманова Мәскәү ҡалаһында республикабыҙҙың данын яҡланы. Уҡыу йортоноң ирекмәндәр ойошмаһы үҙ проекттарын әҙерләп, Сибай ҡа-лаһы башлығы Грантына эйә булды.
—Белем алыу бер, ә бына эшкә урынлашыу мәсьәләһе нисек тора?
—Эшсе һөнәренә эйә булыусылар бер ҡайҙа ла юғалып ҡалмай. Әлеге ваҡытта Эшҡыуарлыҡ йәштәр уҡытыу демонстрация үҙәге (УДМЦ) төҙөү менән мәшғүлбеҙ. Уҡыу йортоноң ишектәре бөтәһенә лә асыҡ.
Күп студенттар практика үткән саҡта үҙҙәренең һөнәри кимәлен күрһәтә алһа, эшкә урынлашып та китә. Был йәһәттән беҙгә социаль партнерҙар ҙур ярҙам күрһәтә. Әлеге көндә ҡала-райондарҙың 40-тан ашыу ойошма һәм предприятиелары менән социаль партнерлыҡ килешеүҙәре төҙөлдө. Студенттарыбыҙҙың 80 %-ы ошо ойошмаларҙа эшкә тороп ҡалһа, ҡалған 20 %-ы юғары уҡыу йортона уҡырға инә, әрме сафына хеҙмәткә юллана.
—Колледждың киләсәген ни-сек күҙ алдына килтерәһегеҙ?
—Колледжыбыҙҙың киләсәге өмөтлө. Һуңғы арала ҡунаҡхана сервисы, торлаҡ-хужалыҡ мастеры һәм башҡа заманса һөнәрҙәр асылды. Был бүлектәр абитуриенттар араһында ҙур популярлыҡ яулап килә. Урал аръяғында эшсе һөнәрҙәрен әҙерләүсе колледж кәрәк. Теләктәр ҙә, пландар ҙа бик күп.
Әлфирә Үҙәнбаева әңгәмәләште.
Читайте нас: