Бөтә яңылыҡтар

Аҡыл зиннәте—ғилем

Fилем һуҡмағынан атлаусылар араһында йәштәрҙең күп булыуы киләсәккә өмөт бирә. Сибай институты ҡарлуғастары араһында ла фәнни эш менән шөғөл-ләнеүселәр бихисап. Институт директорының фән буйынса урынбаҫары Й.Т.Һөйөндөков әйтеүенсә, уҡыу йортоноң киләсәге ышаныслы ҡулдарҙа.

Fилем һуҡмағынан атлаусылар араһында йәштәрҙең күп булыуы киләсәккә өмөт бирә. Сибай институты ҡарлуғастары араһында ла фәнни эш менән шөғөл-ләнеүселәр бихисап. Институт директорының фән буйынса урынбаҫары Й.Т.Һөйөндөков әйтеүенсә, уҡыу йортоноң киләсәге ышаныслы ҡулдарҙа.
Миләүшә Fәлимйән ҡыҙы Ишмырҙина 2017 йылда Көньяҡ Урал ҡурсаулығында кешенең флораға йоғонтоһо темаһы буйынса кандидатлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлап сыҡҡан. Ә Азамат Бүләк улы Аллабирҙин—техник фәндәр кандидаты. Уның файҙалы ҡаҙылмаларҙы табыу технологияһын камиллаштырыу өлкәһендәге хеҙмәте юғары ҡаҙаныш тип табылған һәм ошо йүнәлештә ул Рәсәй күләмендә патент алыуға өлгәшкән. Иҡтисад фәндәре кандидаты Дияз Урал улы Ишназаров иһә Башҡортостанда хеҙмәт миграцияһы проблемаһын өйрәнеү буйынса ентекле эш алып бара. Физика-математика фәндәре кандидаты Динә Әхәт ҡыҙы Яҡшыбаеваның ғилми хеҙмәте дифференциаль тигеҙләмәләрҙең бифуркацияларын тикшереүгә бағышланған. Йәш ғалим һәм ғалимәләр киләсәктә үҙҙәре һайлаған йүнәлеш буйынса докторлыҡ диссертацияларын яҡ-лап сығыуға өмөттәр бағлап йәшәй. Уларҙың алдынғы ҡарашлы, өлгөр булыуҙарына хайран ҡалырлыҡ. Студенттарҙы уҡытыу һәм тәрбиәләү, республика һәм Рәсәй кимәлендәге олимпиадаларға әҙерләү, илебеҙҙең ғилми үҙәктәрендә үткәрелгән ғилми конференцияларҙа ҡатнашыу—быларҙың барыһын да фән кандидаттары ҙур яуаплылыҡ менән башҡара. Шулай уҡ улар-ҙың иңдәренә төрлө вазифалар йөкмәтелгән. Динә Әхәт ҡыҙы—тәбиғи-математика факультетында, ә Дияз Урал улы иҡтисад һәм хоҡуҡ факультетында ғил-ми эш буйынса декан урын-баҫарҙары. Технология факультетында уҡыу-уҡытыу буйынса декан урынбаҫары вазифаһын биләгән Азамат Бүләк улын Йәш ғалимдар Советы рәйесе итеп һайлағандар. Йәштәрҙең тырышлыҡтары һәм уңғанлыҡтары әллә ҡайҙан күренеп тора. Улар еңел булмаған фән үрҙәренә артылырға ла, ғаиләләрен ҡарарға ла өлгөрә.