Бөтә яңылыҡтар

МӘСКӘҮҘЕ ЛӘ КҮРҘЕК БЕҘ

Уфимка мәктәбе ауыл ерендә урынлашҡанлыҡтан беҙ тәү сиратта уҡыусыларыбыҙ йөрәгендә хеҙмәткә һәм хеҙмәт кешеләренә ҡарата ихтирам тәрбиәләүҙе төп бурыс итеп ҡуябыҙ. Шул маҡсат менән 1970 йылда бында өйрәнсек производство бригадаһы төҙөлгән дә инде.

Уфимка мәктәбе ауыл ерендә урынлашҡанлыҡтан беҙ тәү сиратта уҡыусыларыбыҙ йөрәгендә хеҙмәткә һәм хеҙмәт кешеләренә ҡарата ихтирам тәрбиәләүҙе төп бурыс итеп ҡуябыҙ. Шул маҡсат менән 1970 йылда бында өйрәнсек производство бригадаһы төҙөлгән дә инде.
Тәүге йылдарҙа был бригада «Матрай» совхозы баҫыуҙарында ҡаты сортлы бойҙай менән тәжрибә үткәргән. Ошо емешле эш арҡаһында совхоз ҡаты сортлы бойҙайҙан ҙур уңыш йыйып алыуға өлгәшкән. Ә өйрәнсек производство бригадаһы ВДНХ-ла ҡатнашып, бронза миҙал һәм «Кубань» автобусы менән бүләкләнә.
Үҙенең традицияларына тоғро ҡалып, 45 йылдан һуң, йәғни 2016 йылда, беҙҙең өйрәнсек производство бригада икенсе тапҡыр Мәскәүҙә ВДНХ-ла ҡатнашты. Быйыл 5 октябрҙән 8 октябргә ҡәҙәр производство бригадаһы ағзалары үҙҙәренең эш тәжри-бәһен күрһәтте һәм «Өйрәнсек производство бригадаларҙа ауыл хужалығы продукцияһын етештереү өлкәһендәге яңы технология-ларҙы һәм ҡаҙаныштарҙы ҡулланыу» конкурсында ҡатнашҡандары өсөн дипломға һәм «Үҫемселек производствоһында юғары күрһәткескә өлгәшкәне өсөн» көмөш миҙалға лайыҡ булды. Уҡыусылар тәжрибә баҫыуында һәм мәктәп яны участаһында тәжрибә үткәрә. Тәжрибә эштәре менән Башҡорт дәүләт аграр университеты профессоры Я.З.Ҡә-йепов һәм доцент А.М.Мин-һажева етәкселек итә. Производство бригадаһында 8-се, 9-сы, 10-сы класс уҡыусылары, йыл һайын 100-гә яҡын кеше, әүҙем эшләй һәм ял итә. Уҡыу процесының күп өлөшөндә беҙ уҡыусыларҙы хеҙмәт өлгөләренә өйрәтеүгә бағышлайбыҙ. Беҙ шуға инандыҡ: өйрәнсек производство бригада—ул яҡшы хеҙмәт мәктәбе, унда шөғөлләнеүселәр оло тормош юлына билдәле тәжрибә алып сыға. Беҙ үҙебеҙҙең юлды таптыҡ. Мәктәптә хеҙмәт иң почетлы урында тора. Балаларға сифатлы тәрбиә биреүҙә өйрәнсек бригаданың роле ҙур.
Белем усағы XIX «Алтын көҙ» Бөтә Рәсәй агросәнәғәт күр-гәҙмәһе сиктәрендә уҙғарылған «Юннат-2017» Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашып финалға сыҡты. Бындай ҙур сарала беҙҙең уҡыусыларыбыҙ икенсе тапҡыр үҙ белемен һынаны. Федераль балалар экология-биология үҙәге ойошторған конкурстың йомғаҡлау өлөшөндә Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән 109 тикшеренеү эштәре ҡаралды. Башҡортостан Республикаһы командаһы составында конкурсҡа барған Уфимка мәктәбенең 11-се класс уҡыу-сыһы Полякова Арина (етәксеһе—биология уҡытыусыһы М.В.Костюкова) «Ҡырсылыҡ» номинацияһында үҙенең «Урал аръяғының ялан зонаһы шарттарында «Безенчукская-200» ҡаты сортлы бойҙайҙың уңышлылығын үҫтереү өсөн сәсеү әйләнешенә нут ҡуҙаҡлы культураһын индереү» тип аталған пректын яҡлап сыҡты һәм 31,0 мәрәй йыйып, иң яҡшы 10 конкурсант исемлегенә эләкте. Шул уҡ күргәҙмә сиктәрендә Рәсәй Федерацияһының Ауыл хужалығы министрлығы үткәргән «Өйрәнсек производство бригадаларында юғары технологиялы ауыл хужалығы производствоһын һәм ер менән рациональ файҙаланыуҙы ойоштороу—2017» конкурсында Уфимка мәктәбенең тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары Альбина Шамил ҡыҙы Fәбитова уңышлы сығыш яһап, диплом һәм көмөш миҙалға лайыҡ булды. Рәсәй Федерацияһының Ауыл хужалығы министры А.Н.Ткачев йәш быуынды тәрбиәләүгә ҙур өлөш индергәне өсөн Хәйбулла районының мәғариф идаралығы начальнигы Ю.Д.Сиражетдинов-ҡа Рәхмәт хаты тапшырҙы.
Мәскәүҙә уҙғарылған был сараға йыл һайын Рәсәйҙең төрлө субъекттарынан йәш натуралистар йыйыла, тәжрибә уртаҡлаша. Беҙҙең уҡыусылар яңы табылған дуҫтары-фекерҙәштәре менән тикшеренеү эштәренең һөҙөмтәһе буйынса әңгәмәләште, Тимирязев исемендәге Рәсәй ауыл хужалығы академияһы, ғалимдар менән танышты, Мәс-кәү буйлап ойошто-ролған экскурсияла ҡатнашты. Баш ҡала- ға ҡылған сәйәхәте- беҙ уҡыусылар күңе- лендә онотолмаҫ ма- тур тәьҫораттар ҡал- дырҙы.
З.Ҡ.Ҡашҡарова,
Хәйбулла районы Уфимка мәктәбе директоры.
Һүрәттә: мәктәп директоры бүләкләү тантанаһында.