Студент саҡ—иң бәхетле һәм ғәмһеҙ саҡ. Был осорҙа йәштәр үҙ-үҙҙәрен үҫтереүгә, белемгә һәм камиллыҡҡа ғына түгел, яңы хистәр һәм кисерештәргә лә ынтыла. Әммә берәүҙәр белем үрҙәренә әйҙәүселәрҙе эшһеҙлектән интегә тип иҫәпләһә, бәғзеләр иһә бик яуаплы һәм шөғөлдәре күп тип һанай. Ысынында ла студент тормошо шулай вайымһыҙмы? Ошо һорауға яуап алыр өсөн Сибай педагогия колледжына юлландыҡ.
Белем усағында беҙҙе уҡыу алдынғылары Милена Күскилдина һәм бер-береһенә ике тамсы һыу кеүек оҡшаған Нәғимйән менән Сәлимйән Дәүләтбаевтар ҡаршы алды.
—Fәмһеҙлек һәм еңеллекте һәр кем үҙенсә аңлай. Тормош уставын да һәр кем үҙенә үҙе булдыра,—ти быйыл II курста ғына уҡыған Милена, ололарса фекер йөрөтөп.—Уҡыуы еңел, студент тормошо гел күңелле мәлдәрҙән генә тора тип әйтмәҫ инем. Тырышлыҡ һалмайынса бер ниндәй ҙә уңыштарға өлгәшеп булмай.
Fәмәли информатика бүлегенең III курсы студенттары Нәғимйән менән Сәлимйәндең дә бөтөнләй буш ваҡыттары юҡ. Икеһе лә тик яҡшы билдәләргә өлгәшә, йәмәғәт тормошонда әүҙемдәр. Сәлимйән быйылғы уҡыу йылында республика Башлығы стипендияһына тәҡдим ителгән.
—Әлбиттә, заман студенттарын китапханала осратыуы ҡыйын. Сөнки белем алыусыларҙың 73 проценты электрон китапхана системаһы менән ҡуллана. Программист һөнәре буйынса уҡығас, беҙ ҙә электрон китаптарға өҫтөнлөк бирәбеҙ,—ти Сәлимйән.
Игеҙәге Нәғимйән дә уның һүҙҙәрен хуплап:
—Студенттың ике эше бар: ашау һәм йоҡлау. Өсөнсөһө лә килә етә—сессия. Ә сессия осоронда ашап та, йоҡлап та булмай. Шуға күрә, йыл дауамында тырышып уҡырға ғына ҡала,—тип өҫтәне йылмайып.
Күреүебеҙсә, йәштәр йәшлектәрендә йәшен йәшнәтергә әҙерҙәр, заманса фекер йөрөтәләр, бәхәс ҡоралар, тулы тормош менән йәшәйҙәр.
Әйткәндәй, мәктәпкәсә йәштәге балаларға белем биреү, музыка, башланғыс кластар уҡытыусылары, физик культура, информатика буйынса белгестәр әҙерләгән уҡыу йортонда бөгөн 577 студент белем ала. Яңы уҡыу йылы башынан бында яңы директор—Илдар Сәлихйән улы Хәмитов тәғәйенләнгән.
Һүрәттә: Милена Күскилдина, Нәғимйән һәм Сәлимйән Дәүләтбаевтар.