АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Белем менән һөнәр ҙә ал

Кешелек алға китһә лә, яңы технологиялар индерелһә лә эшсе һөнәрҙәргә талап кәмемәй. Балта оҫтаһы, слесарь, монтажсы, иретеп йәбештереүсе, электрик, ашнаҡсы, тегенсе әле лә хеҙмәт баҙарында ҙур һорау менән ҡуллана.

Сибай ҡалаһында балаларҙың талантын үҫтереү, һәләттәрен асыу өсөн етди иғтибар бүленә. Ҡасандыр ябылған берҙән-бер техник йүнәлештә эшләгән Йәш техниктар үҙәге дүрт йыл элек кире үҙ эшен башланы. Бында зирәк һәм ҡул эшенә маһир балалар шөғөлләнә. Төрлө фәнни тикшеренеүҙәр үткәреүҙәре, ярыштарҙа, күргәҙмәләрҙә йыш ҡатнашыуҙары ошо хаҡта һөйләй. Ҡыҙҙар-малайҙарҙың фантазияһына, мөмкинлектәренә хайран ҡалырлыҡ. Уларҙың оҫтаханаһындағы уйынсыҡтарҙың, йыһан караптарының, самолет, ракета моделдәренең балалар ҡулы менән эшләнеүенә ышаныуы ҡыйын.

Быйылғы уҡыу йылында Йәш техниктар үҙәге үҙ мөмкинлектәрен тағы ла киңәйтеп ебәрҙе. Ҡала хакимиәте, мәғариф бүлеге ярҙамы менән Сибай күп тармаҡлы профессиональ, Сибай төҙөлөш һәм сервис колледждары нигеҙендә яңы түңәрәктәр асылды һәм улар һөнәри йүнәлештә алып барыла.

Сибай күп тармаҡлы профессиональ колледжында биш йүнәлеш эшләп килә. Мәҫәлән, «Ювелир эше» тигәнендә ҡыҙҙар алҡа, балдаҡ һәм башҡа биҙәүестәрҙән башлап ҙур панноларға тиклем эшләргә өйрәнәсәк. Малайҙар иһә «Йәш автомеханик» (машина серҙәренә төшөнәләр, ысын двигатель, автомобиль менән эшләү мөмкинлектәре бар) һәм «Йәш токарь» түңәрәктәрендә шөғөлләнә. Шулай уҡ «Геология һәм ташты художестволы эшкәртеү», «Йәш веб-дизайнер» тигәндәре балаларҙа оло ҡыҙыҡһыныу уята.

Сибай төҙөлөш һәм сервис колледжы нигеҙендә «Туҡыманан ҡурсаҡ тегеү», «Йәш ашнаҡсы», «Оҫта ҡулдар», «Йәш иретеп йәбештереүсе» түңәрәктәре эшләй.

Бында теләге булған 12-18 йәшлек үҫмерҙәр йөрөй ала. Әйткәндәй, уларҙың барыһы ла бушлай үткәрелә.

Йәш техниктар үҙәгенең урта махсус уҡыу йорттары менән хеҙмәттәшлеге ҙур һөҙөмтә биреренә ышаныс ҙур. Берлектә булдырылған түңәрәктәрҙә йәш быуын өҫтәмә белем генә алып ҡалмай, ниндәйҙер кимәлдә һөнәр үҙләштерә. Был уларҙың киләсәгенә ыңғай йоғонто яһауы ихтимал.

Ҡала хакимиәте башлығы Хәлит Хәмзә улы Сөләймәнов түңәрәктәрҙең эшмәкәрлеген юғары баһалап, үҙ фекере менән уртаҡлашты:

— Сибай—таусылар ҡалаһы. Шуға ла балаларыбыҙға ер аҫты ҡаҙылмаларын танып-белергә, эшкәртергә өйрәтергә тейешбеҙ. Ҡалала ҙур тау-байыҡтырыу комбинаты һәм уның фабрикаһы эшләй. Уларға үҙебеҙҙең аранан әҙер белгестәр бирһәк, бигерәк тә отошло буласаҡ. Был йүнәлештә урта махсус белем биреү йорттары эшләй. Быйылдан мәктәп уҡыусыларын өйрәтергә тигән ҡарарға килдек. Ысынлап та, мәктәп, махсус уҡыу йорттары, институт тығыҙ бәйләнештә эшләргә тейеш. Ошо маҡсат менән техник йүнәлештәге бушлай үткәрелгән түңәрәктәрҙе асып ебәрҙек. Ике колледжда көслө матди-техник базаға эйә. Балалар дәрестә өйрәнгәндәрен практик рәүештә ҡуллана ала. Киләсәктә лә был тәңгәлдә эш туҡтап ҡалмаҫ, киреһенсә әүҙемләшер тигән өмөттә ҡалабыҙ,—тине.


Техник йүнәлештәге түңәрәктәр балаларҙы ҡабул итеүен әле лә дауам итә. Яңы һөнәр үҙләштерергә ашығығыҙ!