Шарттар буйынса, конкурста башҡорт милләтенән булған йәш ҡыҙҙар ҡатнаша алды. Ҡатнашыусылар традицион башҡорт һөнәрҙәре, халыҡ бейеүҙәре һәм йырҙары аша үҙҙәренең оҫталыҡтарын күрһәтте, шулай уҡ матурлыҡ, интеллект, мәҙәни мираҫ һәм талант категориялары буйынса баһа алды.
Бөтә этаптар йомғаҡтары буйынса Гран-приға Өфөнән Айһылыу Ишбаева лайыҡ булды, беренсе вице-мисс - Туймазынан Рената Ғәниева, икенсе вице-мисс - Өфөнән Алина Мәжитова, ә өсөнсөлә - Аҡъярҙан Резеда Ҡотлобирҙина. Шулай уҡ яҡташыбыҙ "Һөйкөмлө Һылыуҡай" номинацияһына эйә булды.
Конкурста еңеүсе Бөтә донъя Башҡорттары ҡоролтайынан ҡашмау (милли баш кейеме) алды, ә ҡалған ҡатнашыусыларға бағымсыларҙан бүләктәр тапшырылды.
«Башинформ» агентлығына ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, был ваҡиға башҡорт йәштәре араһында көтөлгән ваҡиғаларҙың береһе булып тора. Конкурс республика менән Мәскәү араһында мәҙәни алмашыу сиктәрендә уҙғарыла һәм Башҡортостандың мәҙәни мираҫына һәм йолаларына иғтибарҙы йәлеп итеүҙе бурыс итеп ҡуя.