Баймаҡ лицей-интернатында уҡыу йылы дауамында төрлө йүнәлештәрҙә алдынғы булған, ҙур уңыштарға өлгәшкән иң–иңдәрҙе, көслө, аҡыллыларҙы биләдәләп, “Лицей йондоҙҙары” сараһы үтәкәреү бик матур йолаға әйләнгән.
Ошондай мәртәбәле сарала, минең класымдың “Йыл класы” номинацияһына лайыҡ булыуы, ә инде класташыбыҙ Иҙрисова Раушанияның “Йыл уҡыусыһы” булып танылыуы беҙҙең өсөн ҙур мәртәбә. Быйылғы уҡыу йылында уҡыуҙа ла һынатмаған, район һәм республика кимәлендәге төрлө олимпиадаларҙа призлы урындар алған, мәктәп һәм район кимәлендәге бар мәҙәни сараларҙың уртаһында ҡайнап, гөрләп йәшәгән 10 а класының етәксеһе һәм тәрбиәсеһе булараҡ, үҙ класым өсөн ҙур ғорурлыҡ тойғоһо минең күңелемдә. Класс етәксеһе булараҡ, Һәр бала үҙ һәләтен тейешле кимәлдә аса ала икән, бында класс етәксеһенең дә роле бик ҙур тип иҫәпләйем. Һәм үҙ эшемдең матур һөҙөмтәһе итеп ошо саралағы иң ҙур ҡаҙанышына лайыҡ булыуы менән бәхетлемен.
Баймаҡ лицей-интернатының көслө коллективын үҙ эшенең ысын оҫтаһы, коллективтың терәге, төрлө башланғыстарҙы һәм проекттарҙы хуплап ҡаршы алған директорыбыҙ Иҙел Данил улы Әбүбәкиров етәкләй.
Эйе, уҡыусыларымдың уңыштарының төп нигеҙе – лицей-интернаты коллективының тынғыһыҙ хеҙмәтенең бер өлөшө ул. Уҡытыусы белем тауына, тәрбиәселәр тәртип һәм матур ғәҙәт, әҙәплелек күгенә етәкләп мендереүсе, йондоҙҙар булып балҡырлыҡ итеп ҡабындырыусы ул.. Йондоҙҙар балҡыр өсөн, яныр өсөн кәрәк. Әммә улар үҙҙәренән-үҙҙәре балҡымай бит, уларҙың балҡыуы уҡытыусылар ҡулында, хеҙмәтендә. Ә инде уҡыусыларҙың барлыҡ уңыштарының нигеҙенә уҡытыусы һәм тәрбиәсе хеҙмәте һалынған. Һәр баланы йондоҙ итеп балҡытыусы ла ул- улар!
Йондоҙҙар күктә генә түгел,ә көндәлек тормошобоҙҙа, ерҙә лә балҡыһын!
Лилиә МУСИНА.