21-22 апрелдә Мәсетле районында Роберт Заһретдинов исемендәге халыҡ-ара ҡумыҙсылар һәм өзләүселәр бәйгеһе үтте. 8-се тапҡыр ойошторолған сарала Ҡырғыҙстандан, Рәсәй өлкәләренән һәм Башҡортостан республикаһының ҡала һәм райондарынан ҡумыҙ һәм өзләү оҫталары йыйылғайны. Бәйгенең маҡсаты — башҡорт халҡының үҙенсәлекле музыка ҡоралын тергеҙеү, һаҡлау һәм пропагандалау, ҡумыҙ һәм өзләү сәнғәтен популярлаштырыу.
Ҡумыҙсылар һәм өзләүселәр конкурсы 2007 йылдан алып уҙғарыла. Уға бөтөн донъяға билдәле виртуоз-ҡумыҙсы Роберт Заһретдинов башланғыс һалған.
Мәртәбәле сарала сибайҙар ҙа ҡатнашты. «Яугүл» фольклор ансамблен тамашасылар бик йылы ҡабул итте. Республиканың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Дилара Рафиҡова етәкләгән ансамбль лайыҡлы рәүештә 1-се урын яуланы.
Тулыраҡ мәғлүмәт гәзитебеҙҙең 17-се һанында донъя күрер.