Азалия әлеге көндә Сибай медицина колледжының IV курсында белем ала. Киләсәктә лә уҡыуын медицина университетында дауам итеп табип булмаҡсы.
Азалияны ихлас күңелдән еңеүе менән ҡотлайбыҙ. Яңы үрҙәр, уңыштар теләйбеҙ!
Конкурста беренсе урынға Айһылыу Хәйруллина лайыҡ булды. Икенсе урынға Нәргизә Вәлиева, өсөнсөгә Айзилә Солтанова сыҡты. “Иң нәзәҡәтле һылыуҡай” номинацияһында Әлиә Өмөтҡужина, “Иң наҙлы һылыуҡай” номинацияһында Наҙгөл Ишмөхәмәтова, “Иң һөйкөмлө һылыуҡай” номинацияһында Филүзә Бүләкова билдәләнде.
Конкурста ҡатнашыусыларҙың барыһы ла бағыусылар әҙерләгән ҡиммәтле бүләктәр һәм дипломдар менән бүләкләнде.
Сараны ойоштороусы – Халыҡ ижады һәм ялы үҙәге түбәндәге бағыусыларға ҙур рәхмәт белдерә:
Баймөхәмәтова Гүзәл,
Тапаҡова Альбина
Әхмәтшин Илгиз
Уразбахтина Юлиә
Раҡаев Рифат
Штарева Анастасия
Ширмаев Динис
Рафиҡов Фәрүәз
Ҡотлогилдина Нургизә
Ҡотуева Светлана
Һунаршина Гөлназ
Әҙеһәмова Гүзәл
Рәсүлева Рамзиә.