Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
4 Апрель 2023, 08:20

Тауыштарыбыҙҙы йәлләмәйек!

Хәйбулла районының Әбүбәкер ауылының уңған, тырыш, әүҙем, бар яҡтан һәләтле халҡына бағышланған ҡобайыр.Әйткәндәй, «Айыҡ ауыл» республика конкурсында ҡатнашыусы ауылға еңеү яуларға ярҙам итәйек! Бөгөн, иртәгә көн аҙағына ҡәҙәр тауыш бирәйек!Алға, әбүбәкерҙәр! Һеҙ быға лайыҡлы!Әлфинә Ултыраҡова һүҙҙәре.Рәсимә Денисламова көйө.Башҡара Наҙгөл Ултыраҡова. 

Тауыштарыбыҙҙы йәлләмәйек!
Тауыштарыбыҙҙы йәлләмәйек!

«Айыҡ ауыл-2022» республика конкурсында ҡатнашыусылар араһында интернет аша тауыш биреү башланды. Һорау алыуҙа республиканың бөтә 54 районынан ауыл биләмәләре ҡатнаша. Йыйылған тауыштар һаны конкурста артабан ҡатнашыу өсөн балдар йыйырға мөмкинлек бирә. 5 апрель 23.59 сәғәтҡә ҡәҙәр тәүлегенә һәр кешегә бер тапҡыр тауыш бирергә мөмкин. Урал аръяғынан был конкурста эре ауылдар араһында көс һынашҡан Баймаҡ районының Иҫке Сибай, Йылайыр районының Юлдыбай ауылдары, уртаса ауылдар менән ярышҡан Хәйбулла районы Әбүбәкер халҡына тауыштар йыйыуҙа ярҙам итәйек! Тауыш биреү «Голос РБ» порталында ойошторола.

 

Автор:Гульдар Кадаева