Билдәле булыуынса, республика Башлығы Радий Хәбиров 2023 йылды «Кесе Ватан өсөн изге ғәмәлдәр йылы» тип иғлан итте. Беҙҙең «Атайсал» гәзитенең атамаһы ла тыуған төйәкте, Кесе Ватанды аңлата.
Быйыл беҙ үҙенең изге эштәрен Ватанына, тыуған төйәгенә бағышлаған кешеләр хаҡында һөйләйәсәкбеҙ. Улар хаҡында башҡалар белергә тейеш. Төбәгебеҙҙә ерен, халҡын яратҡан һәм уның үҫеше өсөн үҙ өлөшөн индерергә теләгән кешеләр бихисап. Улар хаҡында ҙурыраҡ аудиторияға еткереү маҡсатында «Атайсал» гәзите редакцияһы Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Денис Назаров инициативаһы менән «Минең Атайсалым» акцияһын иғлан итә.
Конкурстың шарттары бик ябай. Беренсенән, әлбиттә, йәнтөйәк өсөн изге ғәмәл башҡарыуығыҙ мөһим. Икенсенән, ошо хаҡта гәзиткә мәҡәлә яҙырға кәрәк. Йыл дауамында мәҡәлә һәм очерктар гәзит биттәрендә донъя күрәсәк. Тәүге урындарҙы алыусы өс еңеүсене күләмле аҡсалата приздар көтә. Бынан тыш, иң яҡшы биш мәҡәлә авторын дәртләндереү призы менән билдәләйбеҙ.
Эштәрҙе Сибай мәғлүмәт үҙәге директоры Б.К.Абдрафиҡов етәкселегендәге комиссия баһалай. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Д.А.Назаров, «Атайсал» гәзите мөхәррире Хәйҙәр Тапаҡов, «Атайсал» гәзитенең яуаплы сәркәтибе Резеда Усманова һәм Сибай ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Роза Бикбова—комиссия ағзалары. Улар ғәҙел һәм лайыҡлы баһа бирергә әҙер.
Барығыҙҙы ла акцияға ҡушылырға саҡырабыҙ! Изгелек ҡылырға ашығығыҙ, үҙ ҡалағыҙҙың, үҙ ауылығыҙҙың тарихында яҡшы эҙ ҡалдырығыҙ! Башҡаларға үрнәк күрһәтегеҙ!
Акция һөҙөмтәләре 2023 йылдың декабрь урталарында билдәле булып, еңеүселәрҙе тантаналы рәүештә бүләкләйбеҙ.
Акциянан ситтә ҡалмағыҙ!
Глава Башкортостана Радий Хабиров объявил 2023 год Годом полезных дел для малой Родины. Название нашего информационного издания «Атайсал» также означает малую Родину.
Поэтому в этом году мы будем рассказывать о тех, кто помогает своей Родине своими полезными делами на благо республики в целом, о таких людях должны узнавать как можно больше. В нашем регионе очень много людей, которые любят свой край, свой народ и готовы вносить свой вклад в его развитие. Чтобы рассказать истории таких людей большой аудитории, редакция газеты «Атайсал» по инициативе и при поддержке депутата Государственного Собрания — Курултая Республики Башкортостан Дениса Назарова объявляет акцию «Мой Атайсал».
Условия простые. Во-первых, нужно сделать какое-то благое, значимое, полезное дело для малой Родины. Во-вторых, вы должны написать нам в редакцию об этом в формате небольшой статьи. В течение года статьи и очерки о благодетелях будут печататься на страницах нашей газеты и сайта. В конце года мы проведем итоги акции. Победителей ждут хорошие денежные призы за первые три места. Кроме этого, будет еще пять призов поменьше для лучших авторов статей.
Работу будет оценивать комиссия под руководством директора Сибайского информационного центра Булата Абдрафикова. Члены комиссии: депутат Государственного Собрания — Курултая РБ Денис Назаров, редактор газеты «Атайсал» Хайдар Тапаков, ответственный секретарь газеты Резеда Усманова, председатель исполкома Курултая башкир Роза Бикбова.
Делайте добро, внесите свой вклад в развитие своего села, деревни, города и напишите нам об этом, и, возможно, именно о вашем добром примере мы разместим статью в нашей газете в течение года. Итоги акции подведем в середине декабря 2023 года.
Присоединяйтесь к нашей акции!