Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
19 Март 2023, 19:50

ИРӘНДЕК УҠСЫЛАРЫ ЯРЫШТЫ

Төрлө төбәктән йыйылған 50-нән ашыу уҡсы араһында баймаҡтар яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкән.

ИРӘНДЕК УҠСЫЛАРЫ ЯРЫШТЫ
ИРӘНДЕК УҠСЫЛАРЫ ЯРЫШТЫ

БАЙМАҠ УҠСЫЛАРЫ ХӘБӘР ИТӘ:

18 март Сибай ҡалаһында "Ирәндек уҡсыһы" клубы кубогының 2-се этабы үтте.
Сибай, Баймаҡ, Өфө, Учалы, Белорет, Күмертау ҡалаларынан, Баймаҡ, Бөрйән, Әбйәлил, Белорет, Учалы, Ейәнсура, Күгәрсен, Ауырғазы, Асҡын райондарынан килгән 50-нән ашыу уҡсы атыу тәжрибәһенә ҡарап яңы уҡсыларға һәм оҫта уҡсыларға бүленде.
Ярыштың ҡағиҙәләре буйынса атыш 18 метрҙан бара. Квалификация этабында бөтәһе 60 уҡ атҡандан һуң иң яҡшы һөҙөмтә күрһәткән 16 уҡсы артабан финалдар этабына күсә. (1/8, 1/4, ярым финал, бронза һәм алтын миҙал өсөн көс һынашыу).

Шулай итеп беҙҙең уҡсыларҙың уңыштарын яҙып үтәйек.
Мөмкинлектәре сикләнгән уҡсылар араһында Ниғәмәттән Таһиров Мансур иң мәргәне булып сыҡты.

Яңы ата башлаған уҡсылар араһында ҡатын-ҡыҙҙар араһында Түбәнге Яйыҡбайҙан Мырҙағәлина Фәнүзә 1-се урын яуланы.

Оҫта уҡсылар араһында ир-егеттәр бөтә призлы урындарҙы ла яуланы:
1 урын-Өмөтбаев Тимур(Әхмәр);
2 урын-Иҫәнбаев Нәил(Ниғәмәт);
3 урын-Рахманғолов Ғәфүр(Үрге Яйыҡбай).

Шулай уҡ яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтеп, яңы ата башлаған уҡсылар араһында Ниғәмәттән Файзуллин Азат 5-се урын, ә оҫта атыусы ҡатын-ҡыҙҙар араһында Үрге Яйыҡбайҙан Ҡолһарина Гөлгөнә 4-се урын яуланы.
Афарин, Баймаҡтар!!!

Ярышты ойоштороусыларға һәм тәмле аштары менән һыйлаусы ҡатын-ҡыҙҙарға ҙур рәхмәт.

Ятып ҡалғансы-атып ҡал!

Автор:Резеда Валиева