АТАЙСАЛ
+18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
13 Март 2023, 15:15

Ҡул эшенә оҫталар

Рухыбыҙ, телебеҙ һәм милли кәсептәрҙе һаҡлап алып ҡалыу өсөн янып йәшәй "Айыҡ ауыл" республика конкурсында ҡатнашҡан Хәйбулла районының Әбүбәкер ауылы халҡы. Бигерәк тә уның ир –егеттәре. Уларҙың кемеһенә төртһәң дә, мотлаҡ берәй шөғөлө бар. Ильяс Ҡәйепов балта оҫтаһы, ағастан ултырғыстар, төрлө һындар эшләй. Быйма баҫҡан райондағы берҙән- бер быймасы ла ул. Билалов Фәхретдин талдан кәрзиндәр, кош оялары, мурҙа үрә.

Ҡул эшенә оҫталар
Ҡул эшенә оҫталар

Сынбулатов Шәмсетдин ағастан йорт йыһаздары эшләү оҫтаһы. Билалов Хәсән ағай күпләп ҡош - ҡорт аҫраусыларҙың береһе. Данир Назаров умартасылыҡ менән шөғөлләнә.
Һәр ваҡыт нимә менәндер мәшғүл булған ир- егеттәребеҙҙең насар ғәҙәттәргә ваҡыты ла, теләге лә юҡ. Ауылдың ҡотон һаҡлап, гөрләтеп донъя көтә улар.
#Айыҡауыл2022

Ҡул эшенә оҫталар
Ҡул эшенә оҫталар
Автор:Гульдар Кадаева