АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
10 Март 2023, 20:55

Ерҙең даны ирҙән

Донъя тотҡаһы булыуҙан ғына күптән туҡтаны замана ҡатын-ҡыҙҙары. Улар бөгөн тормоштоң бөтә өлкәһендә. Һуңғы бер нисә йыл эсендә ауылдарҙың егәрле, ныҡыш ир-егеттәре ошо мәсьәләгә ныҡлы иғтибар итеп, тормош дилбегәһен үҙ ҡулдарына ала башланы. Бөгөн Урал аръяғы райондарын берләштергән “Ерҙең даны ирҙән” форумының тап "Айыҡ ауыл" республика конкурсында ҡатнашҡан Хәйбулла районының Әбүбәкер ерлегендә уҙғарылыуы осраҡлы түгел- ир абруйы был ауылда ҡоро төшөнсә генә түгел. Әбүбәкерҙең районда иң имен һәм айыҡ ауылдарҙың береһе булыуы ла башлыса ошо ирҙәр тәрбиәһенең көслө булыуына ҡайтып ҡала. Ирҙәр ҡоро булдырылып, быуындар күсәгилешлеген һаҡлап, ҡырмыҫҡа иләүендәй гөрләп йәшәй ауылдың дәртле халҡы. Бөгөнгө осрашыу барышында ауылдың аҫыл ир заттары ҡатнашлығында күркәм сара уҙҙы, йәнле һөйләшеү барышында фәһемле фекерҙәр, тәҡдимдәр яңғыраны.

Ерҙең даны ирҙән
Ерҙең даны ирҙән

Әбүбәкерҙәр өлгөһөндә райондың һәр ауылында ирҙәр ҡоро булдырыу, ошо эшмәкәрлеккә үрнәк булырҙай ир-аттар менән бер рәттән, яҙыҡ юлға баҫҡандарын да йәлеп итеү, райондар менән артабан хеҙмәттәшлекте дауам итеү кеүек ҡарарҙар ҡабул ителде. Яугир ир-егеттәребеҙ именлегенә салынған ҡорбан итенән ауыҙ итеү менән тамамланған сара, һис шикһеҙ, үҙ маҡсатына иреште. Ошондай мәртәбәле осрашыу уҙғарған ауыл халҡына уңыштар теләйем!

Мәғлүмәт һәм фото Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов диуарынан. 
#АйыҡАуыл2022
#ТрезвоеСело2022

Ерҙең даны ирҙән
Ерҙең даны ирҙән
Автор:Гульдар Кадаева