АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
1 Март 2023, 12:40

Ябай ғына ҡайны-ҡәйнә түгелдәр

Һәр ғаиләлә тормошта таянырға ҡайны-ҡәйнә бар. Ләкин уларҙың төрлө ҡарашлыһы була. Ә бына минең ҡайны-ҡәйнәм Хәйбулла районының Әбүбәкир ауылынан Әлфиҙә һәм Ғәлимйән Ултраҡовтар кеүектәр бик һирәктер тим. Сөнки улар ябай ғына ҡайны-ҡәйнә түгел, ә йыр-моңға ғашиҡ, бейеүгә маһир, бер һүҙ менән әйткәндә, һоҡланғыс, "сәхнә ене" ҡағылған сәнғәт кешеләре.

Ябай ғына ҡайны-ҡәйнә түгелдәр
Ябай ғына ҡайны-ҡәйнә түгелдәр

Бөгөн - Башҡорт ғаиләһе көнө! Ауылыбыҙҙа күркәм ғаиләләр бихисап. Шуларҙы береһе - "сәнғәт ене" ҡалғылғаны Ултраҡовтар. Һеҙҙең иғтибарға килендәре яҙған мәҡәләне тәҡдим итәбеҙ.

Һәр ғаиләлә тормошта таянырға ҡайны-ҡәйнә бар. Ләкин уларҙың төрлө ҡарашлыһы була. Ә бына минең ҡайны-ҡәйнәм Әлфиҙә һәм Ғәлимйән Ултраҡовтар кеүектәр бик һирәктер тим. Сөнки улар ябай ғына ҡайны-ҡәйнә түгел, ә йыр-моңға ғашиҡ, бейеүгә маһир, бер һүҙ менән әйткәндә, һоҡланғыс, сәхнә ене ҡағылған сәнғәт кешеләре.
Ҡәйнәм бәләкәй сағынан йырларға, бейергә яратҡан. Үҙенән кеселәрҙе теҙеп ултыртып, урындыҡты сәхнә итеп концерт ҡуя. Төрлө уйындар ойошторорға ла әүәҫ була, тиңдәштәренә бейеүҙәр ҙә өйрәтә. Ауылға төрлө ҡаланан килгән артистарҙың һөйләшеүҙәренә, мөләйем ҡараштарына, йылмайыуҙарына һоҡланыр булған. Ҡәйнәмдең йырсы ла, актриса ла булыу хыялы тормошҡа ашҡан инде. Сәнғәткә булған һөйөүе уны Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумына алып килә. Унда бейеү бүлеген тамамлай.
Үҙе үҫкән ғаиләгә лә ижад ҡомары ҡағыл¬ған: әсәһе матур йырлай, атаһы оҫта скрипкасы булған (үкенескә күрә, улар мәрхүм инде), туғандары араһында оҫта гармунсы, ҡурайсы, думбырасы ла бар.
Ҡәйнәм егерме йылдан ашыу ғүмерен сәхнәгә бағышлаған. Әле яратҡан эшен дауам итә.
Ҡайным Ғәлимйән дә сәнғәт кешеһе. Өҙҙөрөп баянда уйнай, матур йырлай, ябай ғына ағастан күҙ яуын алырлыҡ матур һындар эшләүсе оҫта ҡуллы көслө зат тиһәм, һис тә яңылыш булмаҫ. Ҡәйнәм менән егерме алты йыл бергә йәшәү дәүерендә бик күп ҡала сәхнәләрендә сығыш яһарға тура килә. Бөгөн дә бергәләшеп ең һыҙғанып мәҙәниәт уса¬ғында эшләй¬ҙәр. Уларҙың сығыштарын баһалаусы Маҡтау ҡа¬ғыҙҙарының иҫә¬бе-һаны юҡ. Гран-при, беренсе, призлы урындар, махсус бүләктәр ҙә уларҙыҡы. Үҙҙәре татыу, бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап, бер-береһенә те¬рәк-таяныс булып йәшәгәнгә балалары ла яҡшы тәрбиә ала. Ике улдары ла йырлай, ҡурайҙа уйнай. Ҡыҙҙары Наҙгөл дә бейеүгә, йыр-моңға ғашиҡ.
Сәнғәт кешеләре тигәс тә, йырлап-бейеп кенә йөрөмәйҙәр. Йорт эштәренә лә өлгөрәләр. Ишек алдын аллы-гөллө, хуш еҫле сәскәләргә күмеп, баҡса тултырып емеш-еләк тә үҫтерәләр.
Бөгөн ейәндәрен ҡарашырға булышалар. Ҡәйнәм төрлө һамаҡ-бишек йырҙары менән йоҡлатһа, ҡайным баянда уйнап, бейетеп ебәрә. Балаларына биргән тәрбиәне ейәндәренә лә бирергә тырышалар.
Ҡайным менән ҡәйнәм тормош тәжрибәләре менән дә уртаҡлашып, төрлө кәңәш бирәләр, ярҙамдарынан да ташламайҙар. Аллаға шөкөр, тим шундай һоҡланғыс, уңған, эшһөйәр, талантлы, бар яҡтан да етеш, балаларым, тип өҙөлөп торған ҡайны-ҡәйнәм булыуына. Улар беҙгә өлгө лә, үрнәк тә, маяҡ та.

Әлфинә УЛТРАҠОВА.

#АйыҡАуыл2022
ҠОРОЛТАЙ/КУРУЛТАЙ

Автор:Гульдар Кадаева