АТАЙСАЛ
+26 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
20 Февраль 2023, 20:55

Өлгөлө ғаиләләр күп беҙҙә

Сибай ҡалаһының “Мир” йәштәр йортонда “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” республика конкурсының төбәк этабы үтте. Унда Урал аръяғының Сибай, Учалы ҡалаларынан, Әбйәлил, Баймаҡ, Бөрйән, Хәйбулла райондарынан 15 ғаилә һынау тотто. Һөҙөмтәлә “Ижади ғаилә” номинацияһында Сибайҙан Байғужиндар, “Ғаилә кәсебе” номинацияһында Бөрйән районынан Исҡужиндар, “Ғаилә ҡиммәттәре һәм йолалары” номинацияһында Сибайҙан Ғәйетбаевтар еңеү яуланы.

Өлгөлө ғаиләләр күп беҙҙә
Өлгөлө ғаиләләр күп беҙҙә

Заһир һәм Гөлнур Байғужиндар талантлы, рухлы балалар тәрбиәләгән ғаиләләреҙең береһе. Улар 11 йыл бергә тормош көтә, Мәликә, Сафия исемле ике ҡыҙ һәм Ҡадир исемле ул үҫтерә. Ғаилә башлығы Заһир Рафаил улыСибай концерт-театр берекмәһендә баш инженер булып эшләй, баянда бик матур уйнай. Балаларын халҡыбыҙ йолаларына, ғөрөф-ғәҙәттәренә таянып, рухи тәрбиә бирергә тырышалар, үҙ-ара туған телдә аралашалар. Гөлнур Йәмил ҡыҙы әлеге ваҡытта бәләкәй Ҡадирҙы бағып, аш-һыу әҙерләп, өйөндә таҙалыҡ, йәм булдырып өйөндә ултыра. Буш ваҡыттарында яратҡан шөғөлө--күндән төрлө әйберҙәр, биҙәүестәр яһауға бағышлай. Тәбиғи материалдан яһадған үҙенсәлекле әйберҙәре менән ҡалабыҙҙа, республикала үткән күргәҙмәләрҙә әүҙем ҡатнаша.

Ҡыҙҙары Мәликә менән Сафия Халыҡ мәҙәниәте һәм ял үҙәгендә “Яугүл” ҡумыҙсылар ансамблендә шөғөлләнә, Балалар сәнғәт мәктәбенең бейеү бүлегенә йөрөй. Ҡыҙҙар республика, Рәсәй, халыҡ-ара кимәлендә үткәрелгән күп конкурстарҙа ҡатнашып призлы урындар яулаған. Мәликә Мәскәү ҡалаһында “Нур” фестивалендә һәм “Байыҡ” телевизион конкурсында Гран-приға өлгәшкән.

Арҡайым ҡасабаһынан Ғәйетбаевтар ҙа ҡалала музыкаль, спортсы ғаилә булып танылған. Хәким Ғинәт улы һәм Дилә Әмир ҡыҙы икеһе лә Сибай сәнғәт колледжы уҡытыусылары. Улар бергә 5 бала үҫтерә. Өлкән ҡыҙҙары Вилиә ата-әсәһенең юлынан китеп педагог һөнәрен үҙләштергән. Өфө мәктәптәренең береһендә тарих фәненән уҡыта. Тимур улдары әрме хеҙмәтен тултырып ҡайтып “Газпром” йәмғиәтенә эшкә урынлашҡан. Регина исемле ҡыҙға өйләнергә лә өлгөргән. Йәштәрҙе сәнғәт ҡауыштырған: икеһе лә баласаҡтан халыҡ бейеүҙәре менән шөғөлләнгән. Нәғимдәре быйыл Өфөнөң музыкаль колледжын тамамлай. Азамат менән Азалия ҡаланың 6-сы мәктәбендә белем ала. Ғәйетбаевтар спорт, музыка, бейеү менән шөғәлләнеүҙе тормош девизы итеп алған.

“Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” конкурсында еңеүгә өлгәшкән ошо өс ғаилә 1 мартта Стәрлетамаҡта уҙасаҡ республика турында төбәк намыҫын яҡлап сығыш яһаясаҡ. Барыһына ла уңыштар теләйбеҙ!

Автор:Гульдар Кадаева