АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
17 Февраль 2023, 11:05

Ике ауыл туғанлаша

Хәйбулла районының Әбүбәкер ауылы әүҙемсәләре яуап визиты менән Күгәрсен районы Бикбулат ауылында барып ҡайтты.Билдәле булыуынса, "Айыҡ ауыл" конкурсында ҡатнашыусы бикбулаттар яңыраҡ Әбүбәкер ауылында булып ҡайтҡайны. Айыҡлыҡҡа йүнәлтелгән эш тәжрибәһе менән уртаҡлашыу маҡсатында ойошторолған осрашыу дауам итеп, был юлы әбүбәкерҙәр Бикбулатта булды. Ауыл халҡы ҡунаҡтар өсөн ауылдың социаль учреждениелары буйлап экскурсия ойошторған.

Ике ауыл туғанлаша
Ике ауыл туғанлаша
 
 
Һәйкәл янында булып, яуҙа баштарын һалған һәм еңеү менән әйләнеп ҡайтҡан яугирҙарҙың яҡты иҫтәлегенә сәскәләр һалған, бай тарихлы иман йортонда булып, әрүахтар рухына доғалар ҡылған улар. Ауылдың мәҙәниәт йортонда ауыл халҡы йыр-бейеү менән ҡаршы алып, төрлө самауырҙарҙарҙан торған күргәҙмә лә әҙерләгән бикбулаттар. Концерт номерҙарын ҡарағас, түңәрәк өҫтәл артында дауам иткән осрашыу шулай уҡ эскелек проблемаһын хәл итеү юлдары, ошо юҫыҡта ауылдарҙа башҡарылған эш тәжрибәһе хаҡында һөйләшеү менән дауам иткән.
- Күркәм тәбиғәте, нурлы иман йорто менән яуланы беҙҙең күңелдәрҙе Бикбулат ауылы. Беҙҙе лә йылы ҡабул иткән ауыл халҡына сикһеҙ рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ. Осрашыуҙың һуңғыһы булмаҫ тигән ышаныста ҡалабыҙ, - тип кисерештәре менән уртаҡлаша әбүбәкерҙәр.

#АйыҡАуыл2022
#ТрезвоеСело2022
 
Автор:Гульдар Кадаева