Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
10 Февраль 2023, 17:10

УЙНА, ГАРМУН!

Ауылдаштары Шәрифйән Сәйетов иҫтәлегенә «Уйна, гармун» тип исемләнгән район-ара гармунсылар бәйгеһе ойошторҙолар.

УЙНА, ГАРМУН!
УЙНА, ГАРМУН!

Юлдыбай мәҙәниәт йорто һәм ял үҙәгендә Шәрифйән Сәйетов иҫтәлегенә "Уйна, гармун" тип исемләнгән район-ара гармунсылар бәйгеһе булып үтте.
Гармун моңон һағынған ,үҙ иткән тамашасы менән зал тулы булды.
Беренсе һүҙ Шәрифйән Шәкирйән улының хәләл ефете Шәмсинур Сәйетоваға бирелде.
Бергә гастролдәрҙә йөрөгәндә иптәшенең гармунда уйнауы, үҙенең бейеүен һөйләп кенә ҡуйманы, матур итеп бейеп тә күрһәтте, тамашасылар дәррәү ҡул сапты.
Гармунсыларға сират еткәс, бәйгеселәр араһында ҡыҙыу ярыш башланды.
Тамашасылар гармун көйөнә ҡушылып йырлап ултырҙылар.
Күптәр моғайын, ауыл урамдарын яңғыратып йырлап , ҡыҙҙарҙың йөрәген яндырып йөрөгән саҡтарын, ауыл клубында, Һаҡмар күперендә туҙан туҙҙырып бейеп, йырлап йөрөгән мәлдәрен иҫләгәндер...
Олораҡтары күңеленән генә йәшлек йылдарына ҡайтып урағандыр...

Ниһайәт, сәмле ярыштың һөҙөмтәләре билдәле булды:
✅1-се урын. Маннапов Хәбир Х.
Матрай ауылы.
✅2-се урын. Мараканов Барый. Ғ,
Һынташ ауылы.
✅3-сө урын. Солтанов Мирғәли Я.
Матрай ауылы.
✅Гран-приға Юлдыбай ауылы ҡыҙы Аптикаева Гүзәл лайыҡ булды.
Номинациялар түбәндәгесә бүленде:

Иң йәш бәйгесе Аптиков Арслан"Открытия года ",
Билалов Азат - "Первый парень на селе",
Серебрякова Наталья- "Гармонисть самородок",
Рәмов Дәүләткилде -"За душевную гармонь",
Заһитов Рәшит -" За верность гармони",
Гиндуллин Радик - "Зрительская симпатия" номинацияларында билдәләнде.

Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Сәйетов Шәрифйән Шәкирйән улының иҫтәлегенә арналған бәйгелә әүҙем ҡатнашҡандарға грамоталар, иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

Автор:Резеда Валиева