Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
3 Февраль 2023, 14:05

Айыҡ тормошҡа әйҙәйҙәр

Хәйбулла районының Әбүбәкер ауылына ингән ерҙе хәҙер бына ошондай күркәм баннер биҙәй. Ауылдың бөтмөр ир-уҙамандары бергәләшеп һә тигәнсе эшләп ҡуйған был ҡоролманы. Сәләмәт тормош яҡлы булған ауыл халҡы башҡаларҙы ла айыҡлыҡҡа әйҙәй. Был эштәрҙең барыһы ла Башҡортостан Башлығы гранттары фонды ярҙамында уҙғарылған «Айыҡ ауыл» проекты сиктәрендә башҡарыла.

Айыҡ тормошҡа әйҙәйҙәр
Айыҡ тормошҡа әйҙәйҙәр

Бик шәп эш башҡарғандар, эйеме?

Автор:Гульдар Кадаева