АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
27 Ғинуар 2023, 14:00

Ялтырап ятыр урамдары

Сибай ҡалаһының Арҡайым башланғыс мәктәбе-балалар баҡсаһында Дәүләт урамында йәшәүселәр урындағы башланғыстарҙы яҡлау проектына ҡушылыуҙы иҫбатлап, йомғаҡлау йыйылышын уҙғарҙы. Улар Дәүләт урамының Сибаев урамы киҫелешенән алып Батыр Вәлид урамы киҫелешенә ҡәҙәр өлөшөндәге юл япмаһына асфальт йәйҙереү инициативаһын хупланы. Ике йыйылышта ла юлдарҙы тулыһынса ремонтлатыу өҫтөнлөклө йүнәлеш тип табылды. Проектты тормошҡа ашырыу өсөн инициатив төркөм төҙөлдө.  

Ялтырап ятыр урамдары
Ялтырап ятыр урамдары

Проект конкурста еңһә, көҙгә урамда йәшәүселәр юлдарын рәтләтеп аласаҡ.

Автор:Гульдар Кадаева