АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
27 Ғинуар 2023, 10:20

Урамдарына асфальт түшәткеләре килә

Сибай ҡалаһының Арҡайым ҡасабаһы Батыр Вәлид урамының 26-сы йортонан алып 44-се йортонда йәшәүселәр урам юлы япмаһын ремонтлау өсөн урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһына ҡушылды. Башта урамда йәшәүселәр тышта тороп ҡына был хаҡта һөйләшһә, 2022 йылдың 9 декабрендә Арҡайым балалар баҡсаһы-башланғыс мәктәп бинаһына йомғаҡлау йыйылышын уҙғарҙы.

Урамдарына асфальт түшәткеләре килә
Урамдарына асфальт түшәткеләре килә

Инициатив төркөм төҙөлдө, проект еңә ҡалһа халыҡтан йыйыласаҡ, бағыусылар индәрәсәк иғәнәнең күләме ҡаралды.

Автор:Гульдар Кадаева