АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
21 Ғинуар 2023, 16:50

УРҒАҘА ҠУРАЙСЫЛАРЫ

Ҡурай класында белем алыусылар үҙ-ара көс һынашты.

УРҒАҘА ҠУРАЙСЫЛАРЫ
УРҒАҘА ҠУРАЙСЫЛАРЫ

Баймаҡ районы Урғаҙа ауылының музыка мәктәбендә Айбулат Ташбулат улы Дәүләтшиндың ҡурай класында уҡыусылар араһында ярыш үтте. Уҡыусылар үҙ оҫталығын, талантын һәм һәр төрлө көйҙәрҙе ҡабул итеү һәләтен тикшерҙе. Уларҙы Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ташбулат Мостафа улы Дәүләтшин етәкселегендәге жюри баһаланы. Бар ҡатнашыусыларға Почет грамоталары, приздар бирелде. Еңеүсе булып 4-се класс уҡыусыһы Инсаф Шәйәхмәтов табылды. Уға уҡытыусы үҙе эшләгән ҡурайҙы бүләк итте.

Афарин! Бөтәгеҙгә лә уңыштар теләйбеҙ!

 

Автор:Резеда Валиева