АТАЙСАЛ
+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
21 Декабрь 2022, 16:05

АТАЙҘАРЫБЫҘ ДӘРТЛЕ ҺӘМ ӘҮҘЕМ

Баймаҡ лицей-интернатында  “Атайҙар ҡоро” әүҙем эшләп килә. Үҙенең тәрбиәүи  эш программаһын, планын булдырылған атайҙар ҡоро менән берлектә төрлө саралар үткәреп киләбеҙ.

АТАЙҘАРЫБЫҘ ДӘРТЛЕ ҺӘМ ӘҮҘЕМ
АТАЙҘАРЫБЫҘ ДӘРТЛЕ ҺӘМ ӘҮҘЕМ

Ғаилә - ул йылы усаҡ, ә усаҡ янына һәр кеше тартыла. Ғаиләләге татыулыҡ ни тиклем көслө булһа,усаҡтан килгән йылылыҡ та шул тиклем сағыуыраҡ була. Ғаиләнең төп терәге – ир-ат, атай.

 Атай... Был һүҙҙә бик тәрән мәғәнә ята. Ул--ғаилә тотҡаһы. Ул тыуған ерен һаҡлаусы ир- егет. Ниһайәт, ул--ил ағаһы.

Баймаҡ лицей-интернатында  “Атайҙар ҡоро” әүҙем эшләп килә. Үҙенең тәрбиәүи  эш программаһын, планын булдырылған атайҙар ҡоро менән берлектә төрлө саралар үткәреп киләбеҙ.

Атайҙар көнөнә бағышлап уҡыусылар араһында “Минең атайым” һүрәттәр конкурсы, “Минең өйөм – минең ҡәлғәм” иншалар конкурстары гөрләп үтеп китте. Атайҙар  байрамында  һәр класс укыусылары атайҙарын интернет селтәрҙәре аша  матур ҡотлау һүҙҙәре еткерҙе.

 Ә инде атайҙар Әсә көнөндә әсәйҙәргә үҙенсәлекле ҡотлау эшләне.

Һәр класта йыл барышында  “Аталы бала – арҡалы бала” темаһы аҫтында төрлө спорт уйындары, зиһенле ярыштар, класс сәғәттәре үтеп тора.

14 декабрь көнө лицейыбыҙҙа “Атайҙар ҡоро”  урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы    (ППМИ) сиктәрендә спорт ярыштары ойошторҙо. Был байрамда бөтәһе 30 атай һәм 30 уҡыусы көсөргәнешле ярышта үҙ көсөн һынаны, ГТО нормаларын тапшырзы. Әүҙем ҡатнашыусы атайҙары, ағайҙары өсөн янып-көйөүсе ҡыҙҙар, малайҙарға һоҡланып ҡарап торҙоҡ.

Ә инде ГТО һөҙөмтәләрен иҫәпләгәнсе атайҙар һәм балалар араһында волейбол  ярышы үткәрелеүе был байрамға ҙур йәм өҫтәне. Матур концерт номерзары спорт һөйөүселөрҙе дәртләндерҙе.

ГТО һөҙөмтәләре  буйынса Йортбәковтар, Ишмуллиндар, Көмөшҡоловтар, 7-се а  класынан Абдрахмановтар,  Үлйәбаевтар,   9-сы а класынан Абдрахмановтар, Аҙнағоловтар,  Латыповтар, Йәнғалиндар ғаиләләре  еңеүсе булып табылды. Һәр ҡатнашыусыға мәктәп әҙерләгән  Маҡтау грамоталары тапшырылды. Байрам аҙағы мул сәй табыны артында тамамланды.

Иҫтә ҡалырлыҡ был байрамды ойоштороусыларға, мәктәп администрацияһына,   ҡунаҡтарға, атайҙар ҡоро ағзаларына, ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.

Атайҙың, ир-егеттең роле йәмғиәттә бик ҙур. Ошоно яҡшы аңлап, үҙ балаларына үрнәк булырға, киләсәк быуынды тәрбиәләүҙә артабан да  әүҙем ҡатнашырға  һеҙҙе саҡырып ҡалабыҙ, хөрмәтле атайҙарыбыҙ!

 

Ф.М.Ишҡыуатова, өлкән тәрбиәсе.

 

                                                  

 



Автор:Резеда Валиева