АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
20 Декабрь 2022, 10:45

СӘФӘРҘӘН ИЛҺАМЛАНЫП ҠАЙТТЫҠ

Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалында VI «Йәш журналист» Республика конкурсының еңеүселәрен тәбрикләү тантанаһы үтте.

СӘФӘРҘӘН ИЛҺАМЛАНЫП ҠАЙТТЫҠ
СӘФӘРҘӘН ИЛҺАМЛАНЫП ҠАЙТТЫҠ

16 декабрь Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалында VI «Йәш журналист» Республика конкурсының еңеүселәрен тәбрикләү тантанаһы үтте. Сарала Сибай институтынан «Видео» номинацияһында 2-се урын яулаған Айгөл Әхмәтова (педагогика факультетының 4-се курс студенты), «Текст» номинацияһында 1-се урын яулаған Гөлкәй Исхаҡова (педагогика факультетының 3-сө курс студенты) һәм ошо уҡ номинацияла 2-се урын яулаған Юлиә Баһаува менән Вәсилә Вәлиева (педагогика факультетының 2-се курс студенты) ҡатнашты.
“Конкурстарҙа ҡатнашыу тәжрибә туплау булһа, башҡа уҡыу йорттарын барып күреү, аралашыу –яңы танышлыҡтар булдырыу, дуҫтар табыу мөмкинлеге бирә! Стәрлетамаҡ филиалында, ғөмүмән, ул ҡалала тәүгә булыуым ине. Бик оҡшаны! Беҙҙе йылы ҡаршы алған уҡытыусыларға, ойоштороусыларға рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ!” – тип тәҫьораттары менән бүлеште Юлиә.
Айгөлгә лә сәфәр бик оҡшаған. “Стәрлетамаҡ филиалы студенттары менән аралашыуы оҡшаны. Уларҙың “Быйма” КВН командаһының сығышы, концерт номерҙары ҡыҙыҡлы һәм матур булды,” – тип билдәләй ул.
Гөлкәй ҙә: “Сара бик юғары кимәлдә үтте! Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы З. Биишева исемендәге музей оҡшаны. Сәфәрҙән илһамланып, яңы дәрт алып ҡайттым,” – тигән фекерҙәре менән уртаҡлашты.
Беҙҙе конкурсҡа әҙерләгән, методик ярҙам күрһәткән етәкселәребеҙгә Х.Б. Нургәлинаға һәм Г.Х. Сәмерхановаға, шулай уҡ Сибай институты администрацияһына ҙур рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ!

Вәсилә Вәлиева, “Дарман” ғилми түңәрәге ағзаһы

Автор:Резеда Валиева