Кисә Милли кейем көнө уңайынан Баймаҡ ҡалаһында байрам сараһы үтте. Унда “Этно-стиль” милли костюмдар, ҡул эштәре һәм таҡмаҡтар конкурсы уҙғарылды.
Байрам милли костюмдарҙағы дефиле менән асылды. Унан фольклор коллективтар милли кейем, халыҡтар дуҫлығы, милли традициялар темаһына таҡмаҡ әйтеп ярышты. Балалар халыҡ ижады үҙәге фойеһында милли биҙәүестәрҙән, милли кейемдәрҙән һәм сувенирҙарҙан торған күргәҙмә эшләне. “Хазина” клубы оҫталары сигеү серҙәрен, ҡурсаҡтарға милли күлдәктәр тегеү буйынса дәрес бирҙе. Милли стилдә фото зона булды.
Милли костюмдар конкурсында беренсе урынды Түбәнге Иҙристән “Зарифа” фольклор ансамбле алды. Ҡул эштәре конкурсында Үрге Иҙристән Рәзифә Йосопова иң оҫтаһы булып танылды. Таҡмаҡтар конкурсында Буранбай ауылының “Илһам” фольклор ансамбле бер кемде лә еткермәне.